Драники

Дра́ники, дра́нки (бел. дранікі, укр. деруни) — картуф оладьиһы, Европа аш-һыуының блюдоһы. Европала, бигерәк тә көнсығыш Европа аш-һыуында киң таралған.

Драники

«Драники» тип аталған картуф оладьиһы Белорус кухняһының айырылғыһыҙ бер өлөшө булып һанала[1]. Был блюдо шулай уҡ украиндарҙың, йәһүдтәрҙең аш-һыуында ла популяр. Картуф ҡоймағын һәм оладьиһын аш-һыуҙа картуф ҡулланылған бөтә ерҙә лә тиерлек, Латин Америкаһынан алып Төньяҡ Европаға тиклем осратырға була.

Тасуирлау

Драникины ҡырғыстан үткәрелгән картуфҡа тоҙ һәм йомортҡа ҡушып әҙерләйҙәр. Шулай уҡ уға он да өҫтәйҙәр. Теләккә ҡарап, һуған, һарымһаҡ ҡушырға ла мөмкин. Килеп сыҡҡан массаны болғап, табала, сусҡа йәки үҫемлек майында ҡыҙҙыралар. Блюдоны табынға традицион рәүештә эҫе көйө ҡаймаҡ, аҡ май йәки иретелгән сусҡа майы ҡушып бирәләр. Һыуынған драники үҙенең тәмен тиҙ юғалта. Шуға күрә, бер нисә сәғәттән һуң уны үҙаллы блюдо итеп түгел, икенсе блюдоға ингредиент булараҡ файҙаланыу яҡшы. Табынға бирер алдынан ғына ҡыҙҙырылған йәки шунда уҡ табанан алып өҫтәлгә ҡуйылған драники иң тәмлеһе тип һанала. Шулай уҡ драникины төрлө һауытта быҡтырыу ҙа бар, мәҫәлән, эҫе мейес эсендә балсыҡ көршәктә. СССР-ҙа драникины, голубцы өлгөһөндә, эсенә фарш һалып та әҙерләү киң таралған була.

Тарихы

Драники тәүге тапҡыр 1830 йылда телгә алына һәм немец аш-һыуы (Kartoffelpuffer). йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Был блюдоның башҡа исмедәре лә бар:

  • Рәсәйҙең төрлө өлкәләрендә— драники, какорки, теруны, терунцы, терунки, дёрики
  • Белоруссия — дранікі;
  • Израиль һәм йәһүд диаспораһы— латкес;
  • Литва — bulviniai blynai (картофельные блины);
  • Польша — placki ziemniaczane (картофельные оладьи);
  • Украина — деруны, тертюхи, терчиники, кремзлики (у ашкеназских евреев Удмуртии и Татарстана зафиксирован вариант произношения «крезлики»[2]);
  • Чехия — bramboraky;
  • Швеция — raggmunk (щетинистый монах);
  • Швейцария — рёшти.

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары