Залаэгерсег


Залаэгерсег (мадьярса  Zalaegerszeg, нем. Egersee) — Венгрияның көнбайышындағы ҡала, административ үҙәге, Зала медьеһының административ үҙәге. Халҡы - 59 275 кеше (1 ғинуар, 2014 й.)

Залаэгерсег
мадьярса  Zalaegerszeg
ФлагГерб
Рәсем
Рәсми атамаһыZalaegerszeg
ХФА-лағы транскрицияһыˈzɒlɒɛɡɛrsɛɡ
Дәүләт Венгрия
Административ үҙәгеЗалаэгерсегский яраш[d], Зала[d] һәм Individual Constituency Zala County No. 1[d]
Административ-территориаль берәмекЗалаэгерсегский яраш[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Ассоциацияләшкән сайлау округыIndividual Constituency Zala County No. 1[d]
ГеомәғлүмәттәрData:Hungary/Zalaegerszeg.map
Хөкүмәт башлығыZoltán Balaicz[d]
Халыҡ һаны55 433 кеше (1 ғинуар 2023)[1]
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә алаBotfa[d], Apátfa[d], Andráshida[d], Vorhota[d], Kaszaháza[d], Nekeresd[d], Neszele[d], Ságod[d], Zalabesenyő[d], Csácsbozsok[d], Gébárt[d] һәм Ola[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек166 ± 1 метр
Туғандаш ҡалаКлагенфурт-ам-Вёртерзе[2], Зеница (ҡала), Добрич, Вараждин, Варкаус, Кузель[d], Марль, Гориция[d], Кросно, Тыргу-Муреш, Сорғот[3], Лендава, Херсон һәм Лендава[d]
МилкеZTE Arena[d]
Нимә менән тоташаЕвропейский маршрут E65[d]
Майҙан102,41 км²
Почта индексы8900
Рәсми сайтzalaegerszeg.hu
english.zalaegerszeg.hu
deutsch.zalaegerszeg.hu
Школьный округZalaegerszegi Tankerületi Központ[d]
Вики-проектПроект:Венгрия[d] һәм Проект:Ҡалалар[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты1247
Урындағы телефон коды92
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Zalaegerszeg[d]
Карта
 Залаэгерсег Викимилектә

Транспорт һәм географияһы

Залаэгерсег Көнбайышын-Задунайский крайында, Будапештан 200 саҡрым тирәһе көньяҡ-көнбайышта һәм 35 километр төньяҡ-көнбайыш, осонда күл — Балатон күленең көнбайыш сигенән 35 километр төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Сама менән 40 саҡрым көнбайышҡа табан Австрия һәм Словения сиктәре үтә. Ҡалала тимер юл станцияһы бар. Залаэгерсег аша Е65 Вашвар — Залаэгерсег — Надьканижа автомобиль юлдары үтә. Ҡала биләмәләрендә Зала йылғаһы (Балатон бассейны) аға.

Тарих

Беренсе тапҡыр ҡала 1247 йылда телгә алынған, ә 1293 йыл Эгерсег кеүек телгә алына. 1266 йылда король Бела IV ҡаланы Веспремский диоцезына ҡуша һәм Эгерсег менән веспремск епископтары идара итә. XIV быуатта Эгерсег төбәктә иң ҙур ҡала була. 1368 һәм 1389 йылдар осоронда Эгерсег королдең ирекле ҡалаһы статусын ала, әммә һуңынан тағы веспремск епископтары милкенә ҡарай һәм шунда 1848 йылға тиклем тора. 1381 йылда ҡалала беренсе таш сиркәү төҙөлә. Ҡала халҡы бик тиҙ арта, Эгерсег «де-факто» Зала комитатының баш ҡалаһы була.

Мохач эргәһендәге алышта 1526 йылда еңелгәндән һуң, Ғосман империяһы ғәскәрҙәре венгр ерҙәрен баҫа башлаған, шунлыҡтан ҡалала фортификацион эштәр үткәрелә, стеналар һәм нығытмалар төҙөлә. Төрөктәр тәүге тапҡыр ҡалаға 1570 йылда һөжүм итә, әммә Эгерсегты ала алмай. Көньяҡта ятҡан эре Надьканижа ҡалаһын төрөктәр баҫып алғас, Эгерсегтың стратегик әһәмиәте бик ныҡ үҫкән. Төрөктәрҙең 1616 йылдағы икенсе һөжүме лә йәнә уңышһыҙлыҡҡа осрай. Эгерсег 1664 ғына төрөктәр тарафынан баҫып алына, әммә XVII быуат аҙағында ҡаланы төрөктәрҙән австрия армияһы азат итә.

XVIII быуатта комитат баш ҡалаһы рәсми рәүештә Эгерсегҡа күсерелә.1730 йылда ҡалала барокко стилендә ратуша, ә 1760 йылда ҙур сиркәү төҙөлә. XIX быуатта ҡала роле кәмей башлай, Надьканижа һәм Кестхей комитат баш ҡалаға конкурент булып тора. 18701885 йылдарҙа Эгерсег ҡала статусын юғалта. XIX быуатта ҡаланы Залаэгерсег тип атайҙар, йәғни «Залалағы Эгерсег». Тимер юлы ҡалаға 1890 йылда килә. Быуаттар сигендә ҡалала күп яңы биналар төҙөлә.

Икенсе донъя һуғышында Залаэгерсгтың 1220 йәһүде Освенцимда һәләк булған. 28 мартта, 1945 йылда, ҡала Совет армияһы тарафынан азат ителә. Һуғыш ваҡытында ҡалаға ҙур зыян булмай.

Һуғыштан һуңғы ваҡытта ҡалала бер нисә сәнәғәт предприятиеһы төҙөлә, нефть эшкәртеүсе эре предприятиелары һәм текстиль фабрикаһы барлыҡҡа килә. Күпселек тирә-яҡ ауылдары иҫәбенә ҡала тиҙ үҫешә. Социализм ҡыйралғандан һуң барлыҡҡа килгән көрсөк 90-сы йылдарҙа иҡтисади үҫеше менән алмашына.

Иҫтәлекле урындар

  • Рим-католик сиркәүе (1760 йылда, барокко)
  • Иҫке ратуша (барокко, XVIII быуат)

Спорт

Залаэгерсег ҡалаһында илдең шул уҡ исемдәге көслө футбол клубы төпләнгән. 2002 йылда был команда ил чемпионы булды. Венгрия 2006/2007 сезоны чемпионатта Залаэгерсег командаһы өсөнсө урынды биләй.

2004 йылда ҡалала ҡатын-ҡыҙҙар гандболы буйынса Европа чемпионаты үтә, ә 2005 йылда — фехтование буйынса Европа чемпионаты.

1983 йылдың йәйендә Залаэгерсег эргәһендә спорт орентиры буйынса донъя чемпионаты үткәрелә.

Данлыҡлы кеше

  • Вайда, Лайош (1908—1941) — рәссам-график

Туғанлашҡан ҡалалары

Залаэгерсегтың туғандаш ҡалалары исемлеге яҙылған таблица


Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Венгрия. Путеводитель. Вокруг света, 2007 г. ISBN 978-5-98652-117-6
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары