Или (йылға)

Или́ (ҡыт. 伊犁河, уйғ. Или, ҡаҙ. Іле) — Ҡытайҙа (Шеңжан-Уйғыр автономиялы районының Или-Ҡаҙаҡ автономиялы округы) һәм Ҡаҙаҡстандағы (Алматы өлкәһе) йылға.

Или
ҡыт. 伊犁河, уйг. Или, ҡаҙ. Іле
Характеристика
Оҙонлоғо1439 км
Һыу сығымы329−470 м³/с
Һыу ағымы
Инешеҡушылған йылғалар: Күнгес менән Текес
 · УрынлашыуыТянь-Шань
 · Бейеклеге794 м
 · Координаталар43°35′19″ с. ш. 82°30′31″ в. д.HGЯO
ТамағыБалхаш
 · Бейеклеге341 м
 · Координаталар45°20′14″ с. ш. 74°03′21″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейныБалхаш

ҠытайШеңжан-Уйғыр автономиялы районы
ҠаҙаҡстанАлматы өлкәһе
Или (йылға) (Ҡаҙағстан)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Или Викимилектә

Оҙонлоғо 1439 км[1], шуларҙың 815 км (56,6 %) Ҡаҙағстандың Алматы өлкәһенә тура килә, шуға күрә был өлкәлә иң ҙур йылға һәм илдең иң ҙур йылғаларының береһе һанала. Һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 140 000 км²[1].

Йылға тамағындағы ағым йылына 12,3 км² тип баһалана (1970-се йылдарҙа Ҙур совет энциклопедияһы мәғлүмәттәре буйынса йылына яҡынса 23 км² булған[2]). Балхашдың көнбайыш өлөшөнә ҡойған Или йылғаһы күлгә килгән һыуҙың дөйөм ағымының 73-80 процентын бирә һәм уның көнбайыш өлөшөн ныҡ сөсөләндерә.

Ҡаҙағстандың дәүләт сигендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 395 м²/с, Ҡапшағай һыуһаҡлағысынан 37 км түбәндәрәк — 470 м²/с, Үсжарма ауылы янында — 468 м²/с, йылға тамағында — 329 м²/с[3].

Географияһы

Йылға Ҡытайҙа Үҙәк Тянь-Шанда баш ала. Йылға башы булып Күнгес һәм Текес йылғалары ҡушылған ер һанала[4]. Сығанағы диңгеҙ кимәленән 794 м бейеклектә урынлашҡан[5]. Йылға йырҙаһының каналдары күп, ҡамыштар һәм ҡыуаҡтар менән ҡапланған ҙур булмаған утрауҙары бар. Йылға үҙәне Ҡапшағай районында ғына тарая, артабан ул киренән киңәйә. Балхаш күленең көнбайыш өлөшөнә ҡоя һәм уны ныҡ сөсөләндерә. Тамағының бейеклеге диңгеҙ кимәленән 341 м тәшкил итә[6].

Или үҙәненең иң бейек түбәһе — Ҡытай территорияһында урынлашҡан Агиаз тарлауығында бейеклеге 6350 м булған тау.

Ҡушылдыҡтары

Йылғаның иң эре ҡушылдыҡтары: Курты, Каскелен, Оло Алматы, Талғар, Түрген, Ысыҡ, Селек, Шарын, Ҡорғас, Ҡаш, Кюнес, Күкһыу, Агиаз, Музарт, Баянкол. Жанғар Алатауы һыртының көньяҡ битләүенән аҡҡан йылғалар һәм шишмәләр Или йылғаһына барып етмәйҙәр, сөнки уларҙың һыуы һуғарыу өсөн ҡулланыла һәм/йәки ярым һаҙлыҡлы ләмле конустарында юғалалар.

Фауна

Или һәм уның яр буйы фаунаһы менән билдәле: һыуҙа йәйен, һаҙан, ағасаҡ, һыла, Балхаш алабуғаһы, табан балыҡ, йыланбаш, амур, карп, толстолобик, ҡыҫалалар, ҡабырсаҡтар, креветкалар һәм башҡалар йәшәй, ә яр буйҙарында торналар, ондатра, ҡырғауыл, ҡамыш бесәйе, ҡуяндар, ҡоштар һәм башҡалар[7].

Тарихы

XX быуат башында йылға Көнбайыш Ҡытайҙан килгән юл була. Бөгөнгө көндә мажаралы туризм һөйөүселәр араһында популяр, бигерәк тә Или буйлап Балхашҡа тиклем кәмәләрҙә ағып төшөү. Көньяҡтан Или йылғаһына үҙенең каньоны менән данлыҡлы Чарын йылғаһы ҡоя. Или ярында Чарын ҡушылған ерҙән алыҫ түгел урында данлыҡлы ҡомло тау — Йырлаусы бархан, ә Ҡапшағай плотинаһынан аҫтараҡ (түбән ағымда) альпинистар араһында киң билдәле Тамғалы-Таш төбәге урынлашҡан. Или йылғаһының, Ҡапшағай һыуһаҡлағысынан өҫтәрәк, уң ярында «Алтын-Емель» милли тәбиғәт паркы урынлашҡан, унда хәҙер ҡоландар һәм Пржевальский аттары үрсей.

XI быуатта Или яры буйында Аҡҡояш ҡалаһы торған. 1729 йылда йылға буйында ҡаҙаҡтар һәм жанғарҙар араһында алыш була.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары