Йәштәр хоккей лигаһы

Йәштәр хоккей лигаһы чемпионаты (ЙХЛ йә ЙХЛ-А, рус. Молодёжная хоккейная лига) — КХЛ клубтары, Рәсәй хоккей федерацияһы һәм КХЛ етәкселегенең 2009 йылдың 26 мартындағы йыйылыш ҡарары менән ойошторолған йәштәр хоккей клубтарының чемпионаты[1].

Йәштәр хоккей лигаһы чемпионаты
ЙХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә
Нигеҙләнгән:

2009 йыл 26 март

Илдәр:

Рәсәй флагы Рәсәй (30)
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан (2)
Латвия флагы Латвия (1)
Ҡытай Халыҡ Республикаһы Ҡытай (1)

Регион:

Евразия

Башлыҡ:

Алексей Морозов

Ваҡыт:

һәр йыл

Командалар һаны:

34

Халыҡ-ара турнирҙар:

Донъя Кубогы

Ғәмәлдәге еңеүсе:

«Локо» (Ярославль)

Титулдарҙың иң ҙур һаны:

«Локо» (Ярославль) (3 титул)

Рәсми сайт:

http://www.mhl.khl.ru/

ЙХЛ чемпионатында 4 илдән 34 команда ҡатнаша.

ЙХЛ чемпионатының ғәмәлдәге чемпионы — «Локо» хоккей клубы. Ярославль комндаһы Харламов кубогын өс тапҡыр яулай.

Тарихы һәм ҙурайыуы

2019 йылға тиклем логотип

2009—2019

2009 йылдың 26 мартында КХЛ клубтары, Рәсәй хоккей федерацияһы һәм КХЛ етәкселегенең берлектәге йыйылышында «Йәштәр хоккей лигаһы»н ойоштороу тураһында ҡара ҡабул ителә[1].

2009/2010 йылдар миҙгелендә лигала 22 команда ҡатнаша. Тәүге чемпионат 2009 йылдың 4 сентябрендә МВД һәм «Красная Армия» хоккей клубтары уйындары менән башлана[2].

Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған «Крылья Советов» хоккей клубынан айырым булған һәм Мәскәүҙә урынлашҡан «Крылья Советов» командаһы үткән миҙгелдә ҡатнаша. 2010 йылдың йәй ваҡытында был командалар бер-береһенә ҡушыла. Ҙурҙар командаһы Юғары хоккей лигаһында уйнай, ә йәштәр командаһы Дмитров ҡалаһына күсә һәм Йәштәр хоккей лигаһында ҡатнаша.

Үткән миҙгелдә «Динамо» (Мәскәү) һәм «Шериф» (Балашиха) йәштәр командалаы сығыш яһай. Континенталь хоккей лигаһында уйнаған «Динамо» һәм ХК МВД командалары бер-береһенә ҡушылғас, ошо команданың бер генә йәштәр командаһы була һәм ул «Шериф» исеме аҫтында Тверь ҡалаһына күсә.

ЙХЛ составына яңы командалар инә: «Минские зубры», ХК «Рига», «Юность» (Минск), «Газовик» (Төмән), «Белые Тигры» (Ырымбур), «Олимпия» (Кирово-Чепецк), «Серебряные Львы» (Санкт-Петербург). Тимәк лига халыҡ-ара статусын ала. Шулай уҡ «Феникс» командаһы «Химик» тип исемен үҙгәртә[3].

2011 йылдың 27 июнендә Йәштәр хоккей лигаһының беренселеге барлыҡҡа килә. ЙХЛ чемпионаты составына Попрад ҡалаһындағы «Лев» хоккей клубының йәштәр командаһы «Татранские Волки» командаһы инә.

27 апрель 2012 йылда лигаға Чехияның «Энергия» хоккей клубы керә[4][5]. 27 июль 2012 йылда ЙХЛ составына Венгриялағы «Патриот» командаһы керә[6][7].

Был миҙгелдә «Татранские волки» командаһы ҡатнашмай[8].

2013 йылдың 19 июнендә лига рәсми рәүештә ете команда алына в лигу: «Молодая Гвардия» (Донецк, Украина), «Динамо» (Санкт-Петербург), «Горняк» (Учалы), «Ред Булл» (Зальцбург, Австрия), «Беркуты Кубани» (Краснодар), «Эльта» (Липецк) һәм (Белгород ҡалаһынан команда)[9]. Уларҙың өсәүһе ЙХЛ чемпионатында уйнай: «Молодая Гвардия»[10][11], «Динамо»[12] һәм «Ред Булл»[13].

Перспективала Эстония һәм Польша илдәренән командаларҙың инеүе була[14][15].

28 сентябрь 2013 йылда «Патриот» командаһының финанс ҡыйынлыҡтар арҡаһында турнирҙан сығыуы билдәле була. Уларҙың уйынсыларға һәм тренерҙарға бурыстары 45000 евроға тиң була.

«Барс» хоккей клубы 2014/2015 йылдар миҙгеленән башлап Юғары хоккей лигаһына күсә һәм уның урынына «Ирбис» командаһы ЙХЛ составына инә[16][17][18].

Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге чемпионы һәм Региондар кубогы яулаусы «Беркуты Кубани» (Краснодар) командаһы ЙХЛ составына инә[19].Украиналағы тотороҡһоҙ хәлдәр арҡаһында «Молодая Гвардия» командаһы 2014/2015 йылдар миҙгелен үткәрергә мәжбүр була[20].Южно-Сахалинск ҡалаһындағы «Сахалинские Акулы» командаһы ЙХЛ чемпионатында ҡатнашыу өсөн рөхсәт ала[21][22].

Конкуренцияны һәм көсөргәнешле уйындарҙы күбәйтер өсөн 2015/2016 йылдар миҙгелендә командалар һаны 32 тиклем әҙәйә, ә уйындар һаны 44 тиң була[23]. Лига составынан сыҡҡан командалар эсендә «Юность» (Минск), «Энергия» (Карловы Вары), «Ред Булл» (Зальцбург), «Юниор» (Ҡурған), «Капитан» (Ступино) «Челны» (Яр Саллы), «Кристалл» (Бердск) һәм «Химик» (Воскресенск) командалары бар. «Динамо-Шинник» командаһы урынына «Динамо-Раубичи» хоккей клубы килә. «Беркуты Кубани» командаһы финанс мәсьәләләре булғанға күрә чемпионат составынан сыға[24]. Рәсәйҙең хоккей буйынса юниорҙар йыйылма командаһы был миҙгелдә ЙХЛ чемпионатында ҡатнашасаҡ[25].

2016 йылда «Крылья Советов» хоккей клубы был миҙгелдән башлап мәскәүҙең «Спартак» командаһының йәштәр клубы булараҡ лига составына керә[26]. 2016 йылдың 15 июнендә «Адмирал» хоккей клубы ЙХЛ чемпионатында Примор крайынан үҙенең «Тайфун» исемле йәштәр командаһы булыуы тураһында иғлан итә.[27]. Ул «Сахалинские Акулы» командаһын алмаштырасаҡ. Шулай уҡ лига составынан Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы, «Олимпия» һәм «Динамо-Раубичи» клубтары сыға[28]. Ҡаҙағстандандан «Алтай» һәм Әлмәттән Спутник командалары лига составын тулыландыра. Тимәк, үткән миҙгелдәге кеүек командалар һаны үҙгәрмәй ҡала.

2017/2018 миҙгелендә үткән чемпионаттың 31 командаһына тағы ике клуб өҫтәлә. Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар Юниор» Ригала уйнаясаҡ, ә Ступино ҡалаһынан «Капитан» хоккей клубы лигаға яңынан ҡайта[29]. Балашиханан МВД хоккей клубы урынына Мәскәүҙән «Динамо» хоккей клубы килә.

Командалар һаны киләһе йылда шул 33 булып тороп ҡала. «КРС Юниор» Риганан Ҡытайҙың Харбин ҡалаһына күсә һәм «КРС Хэйлунцзян» тип аталасаҡ, ә «СКА-Серебряные Львы» урынын «СКА-Варяги» командаһы ала[30].

2019 йылдан алып

2019 йылдың йәйендә «Динамо» хоккей клубы Мәскәүҙән Тверь ҡалаһына күсә, Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар Хэйлунцзян» клубын «ОЭРДЖИ Юниор» алмаштыра, Сахалин өлкәһенән «Сахалинские Акулы» лига составына ҡайталар, ә Мәскәү өлкәһенән «Атланты» хоккей клубы исемен «Атлант» тигәнгә үҙгәртә[31].

Миҙгел форматы

Бөтә 34 команда 2 конференцияға бүленешәләр: Көнсығыш һәм Көнбайыш конференциялары. 2016/17 йылдар миҙгеленә тиклем конференциялар эсендә дивизиондар бар ине. Ә шул миҙгелдән башлап дивизиондарға командалар бүленмәй башлай. Һәр команда үҙ конференцияһы командаларының һәр-береһе менән даими чемпионатта дүртешәр осрашыу уҙғара. Ә икенсе конференциялағы командалар менән осрашмайҙар. Тимәк һәр команда 64 уйын үткәрәсәк.

2018/2019 йылдар миҙгеленән алып ЙХЛ чемпионатында бар еңеү өсөн ике мәрәй бирәләр, өҫтәмә ваҡытта йә буллитар серияһында еңелгәнгә бер мәрәй менән баһалайҙар.

Плей-офф ярыштарына һәр конференциянан иң көслө һигеҙ команда сыға. 1/8 һәм сирекфиналдар уйындары конференциялар эсендә үтә, ә ярымфиналда командалар киҫешәләр: көнсығыш конференцияһының иң көслө командаһы көнбайыштаға көсһөҙөрәк команда менән уйнай, ә ҡалған командалар икенсе параны төҙөйҙәр. Финалға тиклем сериялар өс еңеүгә тиклем дауам итә. Финалда ярымфинал еңеүселәре дүрт еңеүгә тиклем осраша. Еңеүсегә Харламов кубогы бирелә.

ЙХЛ етәкселеге

  • Алексей Алексей улы Морозов — ЙХЛ идара итеүсе директоры
  • Игорь Николай улы Ромашин — ярыштарҙы үткәреү буйынса директор
  • Евгения Агамалиева — коммуникациялар һәм сит бәйләнештәр буйынса директор
  • Анатолий Захаров — ЙХЛ судейлығы департаменты етәксеһе

ЙХЛ идараһы

Рәйес

  • Александр Иван улы Медведев — ААЙ «Газпром» идараһының рәйесе урынбаҫары

Идара ағзалары

  • Морозов Алексей Алексеевич — ЙХЛ идара директоры һәм йәштәр хоккейын үҫтереү буйынса КХЛ вице-президенты
  • Ротенберг Роман Борис улы — Рәсәй хоккей федерацияһының (РХФ) беренсе вице-президенты, КХЛ идараһының рәйесе урынбаҫары, СКА хоккей клубы вице-президенты
  • Гросс Олег Иаганесович — «Автомобилист» хоккей клубы генераль директоры
  • Ғәрифуллин Алмаз Миннехан улы — ЦСКА хоккей клубының спорт директоры
  • Кикнадзе Александр Васильевич — хоҡуҡлы идара итеү башлығы — КХЛ дисциплинар комитеты рәйесе
  • Кобылянский Георгий Викторович — КХЛ вице-президенты
  • Крылова Алена Борисовна — «Крылья Советов» хоккей клубының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директоры
  • Ни-Ли Павел Геннадьевич — «Спартак» хоккей клубы спорт директоры
  • Фисько Вадим Алексеевич — СКА хоккей клубы генераль директоры
  • Алексей Морозов — РФ спорт министрлығының халыҡ-ара бергә эшләү һәм ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереү департаменты директоры
  • Юрзинов Владимир Владимирович — хоккей буйынса атҡаҙанған спорт мастеры. Латвия ССР-ы, Советтар Союзы һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры
  • Киреев Алексей Викторович — РХФ башҡарма директорының урынбаҫары

Командалар

Алмаз
Динамо СПб
Динамо Т
Локо
СКА-Варяги
СКА-1946
Рига
Амурские Тигры
Тайфун
Сахалинские Акулы
Белые Медведи
Сарматы
Ирбис
Ладья
Спутник
Реактор
Стальные Лисы
Чайка
Алтай
Авто
Кузнецкие Медведи
Мамонты Югры
Омские Ястребы
Сибирские Снайперы
Снежные Барсы
Тюменский Легион
ОЭРДЖИ Юниор
Мәскәү һәм МӨ
Русские Витязи
Атлант
Крылья Советов
Красная Армия
Спартак
Капитан
Мәскәү өлкәһе һәм ҡалаһы
Ҙур карта: Рәсәй
Бәләкәй карта: Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе
Бындағы мәғлүмәт 2019/2020 йылдар миҙгеленә ҡарата күрһәтелгән
КомандаҠалаАрена (ҙурлығы)НигеҙләнгәнЛигалаПартнёрлыҡ командаһыБаш тренер
Көнбайыш конференцияһы
Алмаз ЧереповецБоҙло һарай (6 064)20092009СеверстальЕвгений Ставровский
Амурские Тигры ХабаровскПлатинум Арена (7 100)20102010АмурАндрей Киселев
Атлант МытищиАрена Мытищи (7 000)20092009Андрей Лунёв
Динамо СПб Санкт-Петербург«Юбилейный» СК (1 500)20132013Динамо (Санкт-Петербург)Егор Башкатов
Динамо Т Тверь«Юбилейный» СҺ (2 000)20092017Динамо (Мәскәү)Ярослав Люзенков
Капитан СтупиноВ. Бобров ис. БСК (1 800)19992017СочиВячеслав Долишня
Красная Армия МәскәүЦСКА БСК (5 600)20092009ЦСКААлександр Левицкий
Крылья Советов Мәскәү«Крылья Советов» СҺ (5 400)19472016СпартакАлександр Трофимов
Локо ЯрославльАрена 2000 (9 070)
«Локомотив» КФСК (1 500)
20092009ЛокомотивИгорь Меляков
ОЭРДЖИ Юниор Пекин«Volvo» СҮ (1 300)20172018Куньлунь Ред Стар
Рига РигаInbox.lv (1 000)20102010Динамо (Рига)Раймондс Вилкойтс
Русские Витязи Чехов«Витязь» БХҮ (3 300)20092009ВитязьМаксим Бец
Сахалинские Акулы Южно-СахалинскАрена Сити (1 000)20132019АдмиралСергей Бажухин
СКА-1946 Санкт-Петербург«Хоккей ҡаласығы» (1 000)20092009СКАЛев Бердичевский
СКА-Варяги Санкт-Петербург«Хоккей ҡаласығы» (1 418)20102018СКАЮрий Добрышкин
Спартак МәскәүЦСКА-Арена (2 700)20092009СпартакВладимир Тюриков
Тайфун ВладивостокФетисов Арена (5 915)20162016АдмиралИгорь Гаврилов
Көнсығыш конференцияһы
Авто Екатеринбург«Уралец» МКК (5 570)20092009АвтомобилистВиталий Соловьев
Алтай Усть-КаменогорскБ. Александров ис. СҺ (4 400)20152016Торпедо (Усть-Каменогорск)Александр Артеменко
Белые Медведи Силәбе«Трактор» боҙло арена (7 500)20092009ТракторАлексей Заварухин
Ирбис ҠазанТатнефть-Арена (9 300)20112011Ак БарсИльназ Загитов
Кузнецкие Медведи Новокузнецк«Кузнецких металлургов» СҺ (7 533)20092009Металлург (Новокузнецк)Алексей Коледаев
Ладья ТольяттиЛада-Арена (6 100)20092009ЛадаОлег Белкин
Мамонты Югры Ханты-Манси«Ханты-Мансийск» БСҺ (2 000)20112011ЮграДмитрий Бурлицкий
Омские Ястребы Омск«Авангард» ХҮ (200)20092009АвангардОлег Угольников
Реактор Түбәнге Кама«Нефтехимик» СМК (5 500)20092009НефтехимикВячеслав Касаткин
Сарматы Ырымбур«Звёздный» БҺ (2 500)20152015Южный УралВладимир Громилин
Сибирские Снайперы Новосибирск«Себер» КСК (7 384)20092009СеберДмитрий Гоголев
Снежные Барсы АстанаБарыҫ-Арена (11 578)20112011БарыҫСергей Старыгин
Спутник Әлмәт«Юбилейный» СҺ (2 200)20112012НефтяникЭдуард Дмитриев
Стальные Лисы МагнитогорскАрена-Металлург (7 700)20092009Металлург (Магнитогорск)Юрий Панов
Толпар ӨфөСалауат Юлаев СҺ (3 500)20092009Салауат ЮлаевМихаил Васильев
Тюменский Легион ТөмәнСпорт һарайы (3 346)20102010РубинВладимир Гусев
Чайка Түбәнге НовгородВ. Коноваленко исемендә СҺ (4 200)20092009Торпедо (Түбәнге Новгород)Николай Воеводин

Еңеүселәр таблицаһы

Сезон Харламов кубогы эйәһе Финалист 3-сө урын4-се урынДаими чемпионат еңеүсеһе
2009/10 Стальные Лисы Кузнецкие Медведи Толпар Белые Медведи Стальные Лисы
2010/11 Красная Армия Стальные Лисы Толпар ЙХК Химик Толпар
2011/12 Омские Ястребы Красная Армия Стальные Лисы Мытищинские Атланты Омские Ястребы
2012/13 Омские Ястребы ЙХК Спартак Мамонты Югры ХК МВД Омские Ястребы
2013/14 МХК Спартак Красная Армия Барс Белые Медведи Локо
2014/15 Чайка СКА-1946 Белые Медведи Локо Белые Медведи
2015/16 Локо Чайка Динамо Сибирские Снайперы Локо
2016/17 Красная Армия Реактор Кузнецкие Медведи Алмаз СКА-1946
2017/18 Локо СКА-1946 Белые Медведи Реактор Локо
2018/19 Локо Авто СКА-1946 Мамонты Югры СКА-1946
2019/20
  • Иҫкәрмә:2011/12 һәм 2015/16 йылдар миҙгеленән башлап ярымфиналдарҙа еңелгән ике командаға ла бронза миҙалдары бирелә, ә йомғаҡлау таблицаһында өсөнсе урынды беренсе этапта һөҙөмтәләре яҡшыраҡ булған команда яулай[32].

Командаларҙың лигала һөҙөмтәләре

2009 йылда Лига нигеҙләнгәндән бирле ЙХЛ чемпионаттаында 47 команда ҡатнаша. Череповецтан «Алмаз» һәм Магнитогорскиҙан «Стальные Лисы» хоккей клубтары бер тапҡыр ҙа плей-офф ярыштарында ҡатнашмай ҡалмай. Таблицала ЙХЛ чемпионаттарында һәр миҙгелендә чемпионаттың даими өлөшөндә (һан — турнир таблицаһында урыны) һәм плей-оффта (төҫ менән күрһәтелгән) командаларҙың сығыш яһауҙарының һөҙөмтәләре күрһәтелгән.

Команда20102011201220132014201520162017201820192020
Локо511817121414
Авто3429824292215106
СКА-194661811917810121
Мамонты Югры14766211732
Динамо СПб302361453
Толпар2151387519117
Алмаз1115210141771299
Омские Ястребы6311552182013
Красная Армия86102571312265
Стальные Лисы124220164578
Русские Витязи13212319152726101610
Спартак1420135991111411
СКА-ВарягиБББ12
Реактор71419201614931314
Снежные Барсы1627261513242115
Белые Медведи178244312491216
Крылья Советов417281517
ИрбисБББ211761418
Сибирские Снайперы2027282318191613819
СпутникББББ253220
Капитан252638223321
Ладья212932Б332525222222
Динамо Т4101823
Тюменский Легион161730273130302824
Амурские Тигры71222343315202925
Сарматы1881726
ХК Рига91516121823293027
Атлант518107319327272528
Тайфун262729
Чайка152320181348161930
Кузнецкие Медведи192591523321472431
АлтайБ313132
ОЭРДЖИ Юниор32633
Сахалинские Акулы3428
СКА-Серебряные Львы2822243126192123
ХК МВД292221114102023
Олимпия2631Б353529
Рәсәй U183
Динамо-Раубичи31
Белые Тигры1327283730
Ред Булл2128
Юность2426322220Б
Динамо-Шинник1918122824
КристаллБ291112
Беркуты КубаниБ11
Химик12256212537ЮЮЮЮЮ
ХК ЧелныБ3638БЮЮЮЮ
Энергия141039
Барс1212362ЮЮЮЮЮЮ
Молодая Гвардия29
МолотБ3332ББ
Патриот31
Татранские Волки30
ТөҫМәғәнәһе
ҠыҙылХарламов кубогы эйәһе
ҺарыВице-чемпион
ЙәшелХарламов кубогы ярымфиналсыһы
КүкКонференция ярымфиналсыһы
ЗәңгәрКонференция сирекфиналсыһы
Һоро-күкПлей-офф ярыштарында ҡатнаша
Яҡты һороПлей-оффта ҡатнашмай
Ҡара һороКоманда миҙгелдә ҡатнашмай йә ЙХЛ беренселегендә (Б) ҡатнаша
1 2010 йылдың июль айында «Феникс» командаһының исеме «Химик» тип үҙгәртелә.
2 2010 йылда ЙХК «Динамо» менән ҡушылыуға тиклем «Шериф» командаһының сығыш яһауҙар тарихы ла һанала.
3 Элекке исемдәре — «КРС Юниор» һәм «КРС Хэйлунцзян», быға тиклем статистика һаҡлана.
4 Мәскәүҙән «Динамо» 2019 йылда Тверь ҡалаһына күсә
5 Элекке исеме — «Атланты»

Индивидуаль бүләктәр

Йыл һайын Лига тамамланған чемпионаттың иң яҡшы ҡатнашыусыларын билдәләй. ЙХЛ бүләктәре беҙҙең хоккейҙың легендалары исемен йөрөтә[33].

  • Борис Михайлов исемендә бүләк
Бүләк «гол+пас» системаһы буйынса иң күп мәрәй йыйған уйынсыға бирелә.
  • Борис Майоров исемендә бүләк
Даими чемпионатта бөтәһенән дә күберәк шайба индергән хоккейсыға бирелә.
  • Вячеслав Фетисов исемендә бүләк
Лига фекере буйынса иң яҡшы һаҡсыға бирелә.
  • Владислав Третьяк исемендә бүләк
Чемпионаттың иң яҡшы ҡапҡасыһына бирелгән трофей.
  • Владимир Юрзинов исемендә бүләк
Команданың уңыштарына иң күп өлөш индергән тренерға бирелә.
  • Виталий Давыдов исемендә бүләк
Плей-офф серияһының иң яҡшы уйынсыһына бүләк.

Йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогы

ЙылҮткәреү
урыны
Финал3-ө урын өсөн уйын
ЕңеүсеИҫәп2-се урын3-сө урынИҫәп4-се урын
2011 Омск
Красная Армия
7:2
Энергия
Үткәрелмәне
2012 Омск
Садбери Вулвз
2:0
Ватерлоо Блэк Хокс

Линчёпинг
1:0 ОТ
Динамо-Шинник
2013 Омск
Омские Ястребы
2:0
ХПК

Дубьюк Файтинг Сейнтс
4:1
Динамо-Шинник
2014 Өфө
Спартак
2:1 Б
Толпар

Су-Сити Маскетирc
4:3 ОТ
Динамо-Шинник
2015 Екатеринбург
Түбәнге Тагил
Үрге Пышма

Юргорден
2:1
Чайка

Чикаго Стил
3:2
Авто
2016 Түбәнге Кама
Яр Саллы

Локо
5:1
Реактор

Снежные Барсы
2:1
Йокерит U20
2017 Екатеринбург
Үрге Пышма

Красная Армия
4:3
МОДО

Тршинец
6:4
Снежные Барсы
2018 Сочи
Локо
3:2
ХВ71 U20

Оттава Кэпиталз
2:1 Б
Ред Булл U20
2019 Сочи

Саҡырыу кубогы

Саҡырыу кубогында ЙХЛ чемпионатының иң көслө уйынсылары ҡатнаша. Был Континенталь хоккей лигаһының бөтә йондоҙҙар уйынына оҡшаш. 2017 йылдан башлап Саҡырыу кубогының иң яҡшы дүрт уйынсыһы КХЛ йондоҙҙар уйынында ҡатнашырға хоҡуҡ ала.

2009/10 — 6 февраль 2010, Санкт-Петербург, Боҙло һарай, Көнбайыш — Көнсығыш 6:4

2010/11 — 12 февраль 2011, Өфө, Өфө-Арена, Көнсығыш — Көнбайыш 3:2 (бул.)

2011/12 — 11 февраль 2012, Магнитогорск, Арена-Металлург, Көнбайыш — Көнсығыш 4:2

2012/13 — 23 февраль 2013, Екатеринбург, «Уралец» МКК, Көнсығыш — Көнбайыш 3:1

2013/14 — 1 февраль 2014, Төбәнге Новгород[34], «Нагорный» МКК, Көнбайыш — Көнсығыш 5:3

2014/15 — 31 ғинуар 2015, Череповец, Боҙло һарай, Көнбайыш — Көнсығыш 3:2 (ө.в.)

2015/16 — 13 февраля 2016, Түбәнге Кама, СМК «Нефтехимик», Көнсығыш — Көнбайыш 2:5

2016/17 — 15 ғинуар 2017, Өфө, Өфө-Арена, Көнсығыш — Көнбайыш 1:2 (бул.)

2017/18 — 11 ғинуар 2018, Астана, Барыҫ-Арена, Көнсығыш — Көнбайыш 3:7

2018/19 — 12 ғинуар 2019, Түбәнге Кама, СМК «Нефтехимик», Көнсығыш — Көнбайыш 0:2

2019/20 — 11 ғинуар 2020, Мәскәү, ВТБ Арена, Көнсығыш — Көнбайыш 0:0

Киләсәк кубогы

Был кубок өсөн уйында ЙХЛ чемпионатында һәм беренселегендә сығыш яһаған һәм 18 йәштән оло булмаған хоккейсылар осраша. Бындай уйын бер тапҡыр ғына 2012 йылда үткәрелә. Шул осрашыу Силәбе ҡалаһында үтә һәм Көнбайыш командаһы Көнсығышты 3:1 иҫәбе менән еңә[35].

ЙХЛ суперкубогы

Был суперкубок өсөн уйын тәүгегә 2015/2016 йылдар миҙгеле тамамланғас 2016 йылдың 30 апрелендә үтәсәк. Был уйында ЙХЛ чемпионаты һәм беренселеге чемпиондары осрашасаҡ. Уйын беренселек чемпионы майҙансығында уҙасаҡ[36].

2016 — Учалы, «Горняк» Учалы — «Локо» Ярославль 1:5.

Плей-аут

Плей-аут (йәки йыуатыу уйындары) 2011/2012 йылдар миҙгелендә үткәрелә. Был уйындарҙа плей-офф ярыштарына эләкмәгән командалар ҡатнаша. Был турнирҙың үҙенсәлеге шула: чемпионаттың тәүге этабында командалар йыйған мәрәйҙәр плей-аут уйындары башланған мәлдә үҙгәрмәй ҡалалар. Командалар үҙ конференциялағы клубтар менән өйҙә һәм ҡунаҡта икешәр уйын үткәрә. Төрлө конференциялар командалары араһында уйындар үткәрелмәй. Иң әҙ мәрәй йыйған ике команда ЙХЛ чемпионатынан төшөп ҡалалар һәм ЙХЛ беренселегенә күсәләр. Уларҙың урындарына ЙХЛ икенсе дивизионы чемпионы һәм финалисы киләләр. «Олимпия» һәм «Ладья» хоккей клубтары плей-аут һөҙөмтәләре буйынса чемпионаттан төшөп ҡалған тәүге һәм аҙаҡҡы командалар була (уларҙың урындарына «Октан» һәм «Кристалл» командалары килә).

Әммә турнир барышында ЙХЛ офисына күп төрлө ғариза килә башлай. Клубтар көйәрмәндәр яғынан ҡыҙыҡһыныу юҡлығына һәм бер ҡаланан икенсе ҡалаға күсеп йөрөү өсөн ҙур финанс түләүҙәргә зарланалар (даими чемпионатта һәм плей-офф уйындарында бөтә күсеүҙәр сығымдарын лига үҙе түләй ине, ә плей-аутта клубтары үҙҙәре сығымдарҙы ҡапларға тейеш була). Ошо бөтә фекер-уйҙар һөҙөмтәләре буйынса Лига етәкселеге ярыш регламентына үҙгәртеүҙәр индерергә хәл итә, һәм плей-аут бөтөрөлә[37].

Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге

2011 йылдың 1 июнендә «Юғары хоккей лигаһы» коммерциялы булмаған партнёрлыҡ ағзаларының сиратлы йыл йыйылышында ошондай ҡарар ҡабул ителә: киләһе миҙгелдән һәр клубтың Йәштәр хоккей лигаһында йәштәр командаһы булыуы мотлаҡ. Шул уҡ йылдың 27 июнендә ЙХЛ клубтарының дөйөм йыйылышында «Б төркөмөн» барлыҡҡа килтереү һәм был дивизион командалары араһында турнирҙы үткәрергә хәл итәләр[38]. Тәүге миҙгел 2011 йылдың 20 сентябрендә башлана. Шул беренселектә 19 команда ҡатнаша.

Беренселектең плей-офф серияһы еңеүсеһенә Региондар кубогы тапшырыла. 2015/16 йылдар миҙгелендә беренселектә 24 команда ҡатнашасаҡ. Был миҙгел тамамланғас ЙХЛ беренселеген үткәреү хоҡуҡтары Рәсәй хоккей федерацияһына күсә һәм ЙХЛ беренселеге урынына Милли йәштәр хоккей лигаһы нигеҙләнә.

Миҙгел Региондар кубогын яулаусы Финалсы Бронза миҙалсы4-се урын
2011/12 «Октан» Пермь «Кристалл» Бердск «Батыр» Нефтекама «Дизелист» Пенза
2012/13 «Юниор» Ҡурған «Батыр» Нефтекама «Спутник» Әлмәт «Олимпия» Кирово-Чепецк
2013/14 «Беркуты Кубани» Краснодар «Локо-Юниор» Ярославль «Мечел» Силәбе «Спутник» Әлмәт
2014/15 «Россошь» Россошь «Горняк» Учалы «Батыр» НефтекамаЮҡ*
«Зеленоград» Мәскәү
2015/16 «Горняк» Учалы «Россошь» Россошь «Локо-Юниор» Ярославль «Челны» Яр Саллы
* 2014/2015 йылдар миҙгелендә ярымфиналдарҙа еңелгән ике команда ла бронза миҙалдары менән бүләкләнә.
Командалар үҙ конференцияһында ғына уйнағас, даими миҙгел еңеүсеһе билдәләнмәй

Командалар алмашыныуы

МиҙгелБеренселектән киләләрБеренселеккә күсәләр
2011/12Кристалл, ОктанЛадья, Олимпия
2012/13Юниор, Ладья, Олимпия, Челны
2013/14Беркуты КубаниМолот
2014/15Динамо-РаубичиЧелны
2015/16Алтай, Спутник

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

  • 2016 йылдың 8 ғинуарында ЙХЛ даими чемпионатының уйынында «Ирбис» хоккейсыһы Виктор Шахворостов уйын башланыуынан һуң 3.05 секунд үткәс гол индерә. Был донъя хоккейының рәсми уйындарында иң тиҙ индерелгән шайба була[39].
  • 2017 йылдың 17 мартында Көнсығыш конференцияның сирекфиналында «Белые Медведи» һәм «Ирбис» хоккей клубтары араһында уйын 119 минут һәм 59 секунд үткәс кенә тамамлана — был ЙХЛ тарихында уйындың оҙонлоғо буйынса иң оҙоно була[40].
  • 2018 йылда Йәштәр хоккей лигаһы Студенттар хоккей лигаһы менән «Уҡы! Уйна! Яҡшыраҡ бул!» тигән программаны башлап ебәрә. Уның ярҙамында ЙХЛ-да карьераһын тамамлаған уйынсылар үҙенә Юғары уҡыу йортон һайлай һәм шунда хоккей менән шөғөлләнә ала[41].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат