Кюрий

Кюрий (лат. Curium, Cm) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор элементы. Тәртип номеры — 96. трансуран синтезы элементы

Кюрий
Рәсем
Масса247,07 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталғанМария Склодовская-Кюри һәм Пьер Кюри
Асыусы йәки уйлап табыусыГленн Теодор Сиборг[d]
Асыу датаһы1944
Элемент символыCm[2]
Химик формулаCm[1]
Каноническая формула SMILES[Cm][1]
Атом һаны96
Электр кирелеге1,28
Ионный радиус0,97 ангстрем[3], 0,85 ангстрем[3] һәм 0,95 ангстрем[3]
 Кюрий Викимилектә

Символы

Кюрий элементының символы — Cm (Кюрий тип уҡыла).

Тарихы

Плутоний менән бәйле эштәр тамамланғандан һуң, металлургия лабораторияһы тикшеренеүселәренең иғтибары яңы трансуран элементтарын синтезлауға һәм тәңгәлләшеүенә йүнәлтелә. Был эштә Г.Сиборг ., А. Гиорсо, Л. О. Морган һәм Р. А. Джеймс ҡатнашалар1944 йылда был элементтар лантаноидтарҙың аналогы булып торғаны һәм айырым актиноидтар төркөмөнә ингәнлеге асыҡлана.

Беренсе булып 1944 йылда кюрий асыла. Уны 239Pu α-киҫәксәләр менән аттырғанда табалар.


Амерций менән кюрийҙы айырыуҙа ҙур ауырлыҡтар тыуа, сөнки химик йәһәттән улар бик оҡшаш. Бүленештең ҡатмарлылығы элементтарҙың тәүге атамаларында - «пандемониум» һәм «делириум» - сағылыш тапҡан, был латиндан тәржемә иткәндә «тамуҡ» һәм «һаташыу» тигәнде аңлата.

Кюрий 1947 йылда Л. В. Вернер һәм И.Перлман тарафынан гидроксид рәүешендә айырып алына.

Этимологияһы

Исемен Пьер һәм Мария Кюри иҫтәлегенә ҡушҡандар.

Сығарып алыу

Кюрийҙың билдәле бер изотоптарын атом реакторҙарында етештерәләр. Унда кюрий етерлек күләмдә туплағандан һуң, уны химик эшкәртеү ысулдары менән бүлеп алып, туплайҙар һәм кюрий оксиды итеп эшкәртәләр.

Кюрий — бик ҡиммәтле металл. Хәҙерге ваҡытта атом-төш технологияларының иң мөһим өлкәләрендә генә ҡулланыла. Шуға ҡарамаҫтан, АҠШ-та һәм Рәсәйҙә кюрий программалары бар.

Был уны кюрийгә ихтыяж тәҡдимдән бик күп тапҡыр артыҡ булыуы менән бәйле.

Академик В. А. Тартаковский етәкселегендәге РФА комиссияһының 2010 йылдың 23 апрелендәге хисабына ярашлы, Димитровград) дәүләт ғилми-тикшеренеү үҙәгенең тикшеренеү реакторҙарында кюрий −244 етештереүҙең уникаль технологияһы тормошта ашырылған[4].

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

  • Кюрий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 14-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары