Кәкүк

?
Кәкүктәр
Geococcyx californianus
Кәкүк (Geococcyx californianus)
Фәнни классификация
Батшалыҡ:Хайуандар
Тип:Хордалылар
Класс:Ҡоштар
Отряд:Кәкүк һымаҡтар
Ғаилә:Кәкүктәр
Латинса исеме
Cuculidae Vigors, 1825
Ярым ғаилә
  • Ғәҙәти кәкүк (Cuculinae)
  • Сыбар суҡышлы кәкүк (Phaenicophaeinae)
  • Ҡарышлауҡ ашаусы кәкүк (Crotophaginae)
  • Югереүсе кәкүк (Neomorphinae)
  • Мадагаскар кәкүк (Couinae)
  • Тибенгеле кәкүк (Centropodinae)
ITIS 177820
NCBI 8941


Кәкүк (рус. Куку́шковые, Куку́шки лат. Cuculidae)— ҡанат-ҡойроғо оҙон, күкһел һыртлы, сыбар бауырлы урман ҡошо.

Дөйөм ҡылыҡһырлама

Кәкүк һымаҡтар ғаиләһенә ҡарай, турғай һымаҡтар ғаиләһенә яҡын. Иң киң таралған төрө ябай кәкүк.Йомортҡаһын үҙе баҫмай, сит ояға һала, балаһын ҡарамай. Саҡырған ваҡытта ҡанаттарын аҫҡа төшөрөп, ҡойроғон күтәрә бирә.Башы, һырты, түшенең өҫкө өлөшө күкһел һоро,ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара - көрән. Ҡойроғонда аҡ төртөктәр бар. Түшенең аҫҡы өлөшө, ҡорһағы ҡара - һоро тоташ арҡыры һыҙыҡлы аҡ. Һаңғырау кәкүктән ҡойроғондағы аҡ төртөктәре менән айырыла.Тауышы яңғырауыҡлы:"кәк-күк, кәк-күк" йәки "кли-кли-кли". Улар урмандарҙа йәшәй, тик ҡайһы бер төрҙәре генә асыҡ урындарҙы үҙ итә.Күпселек төрҙәр бөжәктәр менән туҡлана, шул иҫәптән башҡа ҡоштар үҙ итмәгән йөнлө ҡарышлауыҡтар менән. Күсмә ҡош. Киң таралған.

Төрҙәре

Төрҙәре буйынса кәкүктәр бер береһенән айырыла. Тик барыһының да кәүҙә төҙөлөштәре тар, һәм ҡойроҡ остары оҙон, аяҡтары көслө.

  • Ғәҙәти кәкүк
  • Сыбар суҡышлы кәкүк
  • Ҡарышлауҡ ашаусы кәкүк
  • Югереүсе кәкүк
  • Мадагаскар кәкүге
  • Тибенгеле кәкүк

Башҡортостан Республикаһында таралған төрҙәре

  • Ябай кәкүк
  • Һаҡау кәкүк
  • Һанғырау кәкүк

Халыҡ ижадында

Кәкүк тураһында башҡорт халҡы бик күп ауыҙ-тел ижады булдырған. Иң күбе әкиәттәр. Щулай уҡ йырҙар ҙа байтаҡ. Йомаҡтар, мәҡәлдәр бар. Ырымдар ҙа етерлек. Кәкүктән шомланып ҡурҡҡан кешеләр ҙә бар. Уның ҡысҡырыуын, ғүмерҙе билдәләй тигән хөрәфәт тә йәшәп килә.

Кәкүк тураһында әҫәрҙәр

Башҡорт халыҡ йыры «Кәкүк».

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Кәкүк (мифологияла)

Сығанаҡтар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары