Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы

Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы (1 июль 1919 йыл15 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының автоматсылар взводы командиры, гвардия кесе сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы
Тыуған ваҡыты

1 июль 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Төлдө ауылы[1]

Үлгән ваҡыты

15 ғинуар 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (23 йәш)

Вафат урыны

Дон ҡасабаһы (Красновка ст. янында, Тарасов районы, Ростов өлкәһе)

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

1942—1943

Хәрби звание
Кесе сержант
Кесе сержант
гвардия кесе сержанты
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
Совет гвардияһы
Связи

Ликунов Иван Сергеевич; Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы

Биографияһы

Тимерәй Көбәкәй улы Көбәкәев 1919 йылдың 1 июлендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы) Төлдө ауылында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай. Тыуған ауылында тракторист, һуңынан һалсы булып эшләй.Ҡыҙыл Армияға 1942 йылда БАССР-ҙың Ҡалтасы район военкоматы тарафынан саҡырыла. Шул уҡ йылдан Бөйөк Ватан һуғышына инә.

Комсомолец, гвардия кесе сержанты, 130-сы гвардия уҡсылар полкының автоматсылар взводы командиры Көбәкәев 1943 йылдың 15 ғинуарында 13 яугирҙан торған төркөм составында Ростов өлкәһе Тарасов районының станция эргәһендәге Дон ҡасабаһы (хәҙерге Красновка станцияһы) ситендәге өс йортто тотоп тора. Гитлерсылар йорттарға ут төрткәс тә яугирҙар атышыуын дауам итә. Ошо яуҙа һәләк була[2][3].

Тарасов районының Красновка станцияһындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[4].

Батырлығы

Комсомолец, гвардия кесе сержанты, 130-сы гвардия уҡсылар полкының автоматсылар взводы командиры Көбәкәев 1943 йылдың 15 ғинуарында 13 яугирҙан торған төркөм составында Ростов өлкәһе Тарасов районының станция эргәһендәге Дон ҡасабаһы (хәҙерге Красновка станцияһы) ситендәге өс йортто тотоп тора. Гитлерсылар йорттарға ут төрткәс тә яугирҙар атышыуын дауам итә. Ошо яуҙа һәләк була[5][3].Тарасов районының Красновка станцияһындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[6].

Наградалары

  • СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 31 мартындағы Указына ярашлы, командалыҡтың ҡушҡан бурысын өлгөлө башҡарғаны һәм фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы өсөн гвардия кесе сержанты Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улына үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы бирелә[3][7].
  • Ленин ордены (31.03.1943)
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (30.12.1942)[8]

Хәтер

  • Красновка станцияһы перроны эргәһендә 13 Геройға һәйкәл ҡуйылған.
  • Мәскәүҙә, Ҡораллы Көстәрҙең Үҙәк музейында «Красновканың 13 Геройы» стенды йыһазландырылған[9].
  • Башҡортостандың Ҡалтасы районы үҙәгендә, Еңеү паркында Т. К. Көбәкәевҡа һәйкәл ҡуйылған[10].
  • Тыуған ауылында мәктәп уның исемен йөрөтә, иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[11][12].
  • Тимерәй Көбәкәев тураһындағы материалдар Бабай урта дөйөм белем биреү мәктәбе музейында һаҡлана[13].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары