Лейма Гбови

Либерия тыныслыҡ урынлаштырыусыһы

Лейма Роберта Гбови (ингл. Leymah Roberta Gbowee; 1 февраль 1972 йыл) — Либерияның тыныслыҡ урынлаштырыу эшмәкәре, «ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары һәм хәүефһеҙлеге өсөн көрәштә һәм тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан өсөн» Тавакуль Карман һәм Элен Джонсон-Серлиф менән тыныслыҡ буйынса 2011 йылғы Нобель премияһы лауреаты[14].

Лейма Гбови
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ Либерия[3]
Тыуған көнө1 февраль 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[4][5][6] (52 йәш)
Тыуған урыныМонровия[d], Либерия[7][8][9][…]
Һөнәр төрөсәйәсмән, эшҡыуар, иҡтисадсы, антивоенный активист, активист
Эшмәкәрлек төрөКеше хоҡуҡтары һәм разрешение споров[d]
Эш урыныКолумбийский университет[d]
Уҡыу йортоВосточный меннонитский университет[d][10]
ҠатнашыусыFII 6th Edition in Riyadh[d][11] һәм Middle East and Africa Summit 2022[d][12]
Ойошма ағзаһыНобелевская женская инициатива[d][13]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр14 611
 Лейма Гбови Викимилектә

Биографияһы

Лейма Гбови үҙәк Либерияла тыуа. Беренсе граждандар һуғышы башланғас, 17 йәшлек Лейма илдең баш ҡалаһы Монровияға күсә. Психологҡа уҡый һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан балалар менән эшләй.

2002 йылда социаль хеҙмәткәр булып эшләп йөрөгән Гбови Либериялағы икенсе граждандар һуғышы барғанда либерий ҡатын-ҡыҙҙарының тыныслыҡ өсөн хәрәкәтен ойоштора. Хәрәкәт балыҡ баҙарында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар араһында башлана[15]. Уға Монровияның торған һайын күберәк христиан һәм мосолман ҡатындары ҡушыла бара. Гбови етәкселегендә хәрәкәт Либерияның ул саҡтағы президенты Чарльз Тейлор менән осраша һәм уның Ганалағы солох һөйләшеүҙәрендә ҡатнашыу вәғәҙәһен алыуға өлгәшә.

Гбови Ганала Либерия ҡатын-ҡыҙҙары төркөмөнә етәкселек итә. Делегация Аккрала президент һарайы диуарҙары янында өнһөҙ протест үткәрә. Шулай уҡ «енси забастовка» (Аристофандың «Лисистрата» комедияһында тасуирланған тыныслыҡҡа өлгәшеү ысулы) ойоштора[16]. Протест акцияһы барышында уны ҡулға алырға йыйынғандарында, Гбови шәрә ҡалып сисенеү менән янай (Көнбайыш Африка мәҙәниәтендә был иң көслө ҡәһәр тип һанала), һәм янау еңә — уны ҡулға алмайҙар[17].

Лейма Гбови Комфорта Фримен менән бергә WIPNET хәрәкәтен (ингл. Women in Peacebuilding Network, «Женщины в Построении Мира») ойоштора һәм президентҡа мөрәжәғәт сығара.

Хәрәкәт төрлө хөкүмәттәр вәкилдәре менән тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса уңышлы һөйләшеүҙәр үткәрә[18].

Хәрәкәт тырышлығы менән 2003 йылда Либерияла икенсе граждандар һуғышын тамамлауға өлгәшелә һәм ил президенты итеп Элен Джонсон-Серлиф, Африка тарихында беренсе ҡатын-ҡыҙ, һайлана.

Лейма Гбови — «конфликттарҙы хәл итеү» специальносы буйынса гуманитар фәндәр магистры, уны Виргинияла Көнсығыш Меннонит Университетында ала. Ул — Гананың Аккра ҡалаһында урынлашҡан "Тыныслыҡ һәм именлек буйынса Африка ҡатын-ҡыҙҙар берекмәһе"нең башҡарма директоры[19]. 2008 йылда уның тураһында «Загони дьявола обратно в ад» тигән документаль фильм төшөрөлә[20].

Бүләктәре

  • 2007 — Джон Ф. Кеннеди исемендәге Гарвард дәүләт идаралығы институтының Зәңгәр таҫмаһы
  • 2009 — Ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн Губер премияһы
  • 2009 — «Ҡаһарманлыҡ профилдәре» премияһы
  • 2011 — Тавакуль Карман һәм Элен Джонсон-Серлиф менән бергә тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары