Ломоносов (ҡала)

Ломоносов (1948 йылданОраниенбаум, нем. Oranienbaum фин. Kaarosta, Rampova) — Санкт-Петербургтың федераль әһәмиәттәге Петродворец районы составындағы ҡала эсе муниципаль берәмеге[6]. Ленинград өлкәһенең Ломоносов районы урындағы үҙидара органы булып тора, шул уҡ ваҡытта Ломоносов Ленинград өлкәһенә инмәй, ә Ломоносов районы уның өлөшө булып тора.

Ломоносов
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы1710
Рәсем
Рәсми атамаһыОраниенбаум
Кем хөрмәтенә аталғанЛомоносов Михаил Васильевич
Дәүләт Рәсәй[1]
Административ үҙәгеЛомоносовский район[d][2][1]
Административ-территориаль берәмекПетродворцовый район[d][3]
Сәғәт бүлкәтеUTC+3:00[d]
Халыҡ һаны43 191 кеше (1 ғинуар 2018)[4]
Ир-егеттәр2968[5]
Ҡатын-ҡыҙҙар1818[5]
Туғандаш ҡалаМариехамн һәм Оберурзель
Майҙан35 км²
Почта индексы198411–198412
Урындағы телефон коды812
Карта
 Ломоносов Викимилектә

Фин ҡултығының көньяҡ ярында, Караста йылғаһының тамағында урынлашҡан. 1710 йылда А.Д.Меншиковтың ҡала сите резиденцияһы булараҡ нигеҙ һалына, 1780 йылда ҡала статусын ала. Ҡалала XVIII быуат «Ораниенбаум» һарай-парк ансамбле урынлаша. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән, хәрби дан ҡалаһы[7][8].

Ломоносов территорияһында тарихи Мордвиновка, Мартышкино райондары, Троица слободаһы, Кронштадт колония һәм Ольга Каналы урынлаша[9]. Һуңғыһы 2011-2019 йылдарҙа тулыһынса һүтеп алына[10].

Исеме

Бер версия буйынса, ҡаланың тарихи Ораниенбаум исеме (ябай халыҡ телендә Рамбов[11]) «померанц ағасын» аңлата, быны А.Д.Меншиков парк-усадьба булдырған ваҡытта Ҙур һарай оранжереяларында әфлисун үҫтереүҙәре тураһында риүәйәттәр менән бәйләйҙәр[12]. Икенсе версия буйынса, исемде Англия короле һәм Нидерланд наместнигы Вильгельм III Оранский хөрмәтенә «Оранский ағасы» тип атайҙар, ул Петр Беренсенең кумиры булған[13] йә булмаһа Германия топонимияһынан алынған (Ораниенбаум ҡалаһын Анхальт кенәзлегендә принцесса Катарина Генриетта Нассау-Оранская үҙ йорто хөрмәтенә атай)[14][15]. Меншиковтың хатында Ранибом атамаһы осрай.

Тарихы

Ауылдың барлыҡҡа киле

Ломоносов ҡалаһының барлыҡҡа килеү ваҡыты 1710 йыл тип һанала, бында Фин ҡултығының көньяҡ ярында Петр Беренсе тарафынан бүләк итеп бирелгән ерҙәрҙә А.Д.Меншиковтың усадьбаһының төҙөлөшө башлана. [11]. 1710—1725 йылдарҙа Ораниенбаумда архитекторҙар Г. Шедель һәм Н. Пино Меншиков өсөн мөһабәт һарай төҙөй[16]

Һарай янында күп ярҙамсы һәм хужалыҡ биналар була, ә бина алдында матур парк урынлаша. 1727 йылдан Меншиков йәбергә эләккәндән һуң Ораниенбаум ҡаҙнаға күсә. 1737 йылдан һарайҙа ҙур госпиталь урынлаша[17].

Ауыл Меншиков резиденцияһы биләмәһенән көнсығыштараҡ үҫешә, башта ҡырҡ ағас йорт була, унда крепостной крәҫтиәндәр һәм ирекле һөнәрселәр йәшәй. Яйлап ауыл оло һарай биҫтәһенә әйләнә[18].

1743—1761 йылдарҙа резиденция бөйөк кенәз Петр Федоровичҡа ҡарай (буласаҡ император Петр III). 1750—1770 йылдарҙа ҡалала архитектор Антонио Ринальди проекттары буйынса Түбәнге быуа менән Үрге парк, Петр Өсөнсөнөң ике ҡатлы таш һарайы, Ҡытай һарайы, Ҡытай һарайы, Тауҙан шыуыу павильоны төҙөлә

Ҡала янында, Усть-Рудица ауылында 1753 йылда рус ғалимы Михаил Васильевич Ломоносов тегеү фабрикаһы төҙөй, стеклярус, бисер һәм мозаика өсөн смальт әҙерләү буйынса донъяла беренсе фабрика була.

1762 йылдың 9 июлендә Ҙур һарайҙың Япон павильонында Пётр III императрица Екатерина II булып киткән ҡатыны файҙаһына тәхеттән баш тартырға мәжбүр булып ҡул ҡуя[17].

Ҡала

В 1780—1796 һәм 1802—1848 йылдарҙа Ораниенбаум — Петербург губернаһының өйәҙ ҡалаһы[19]:

§ 1159. Ораниенбаум 1727 йылға тиклем кенәз Меншиковтың ауылы, һуңынан ҡаҙна урыны, 1783 йылда Санкт-Петербург губернаһының өйәҙ ҡалаһы була. ... Был ерҙә халыҡ күп түгел. Сиркәү һәм трактирҙан тыш ҡалала ағас өйҙәр бар.

Ҡала даими план буйынса төҙөлә. 1784 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Ориенбаумда халыҡ һаны 616 кеше тәшкил итә, ҡала майҙаны 41 дисәтинә 2040 квадрат сажин ерҙе биләй. Һарай биналарынан тыш башлыса ағастан 60-ҡа яҡын йорт була. Ҡала төҙөкләндерелә башлай, юлдар йүнәтелә, күперҙәр төҙөлә. 1786 йылда ике ҡатлы халыҡ училищеһы бинаһы, Феликс Силоктың һәм Иосиф Гальтериҙың фабрикаһы төҙөлә. Ҡалала тоҙ магазины, шарап магазины, Изге Пантелеимон сиркәүе була, ағастан Изге Троица сиркәүе һәм Лютеран кирхаһы төҙөлә. 1787 йылда хәрби-диңгеҙ госпиталенә нигеҙ һалына[17].


1815 йылда ҡаланы үҙгәртеп ҡороу буйынса комиссия төҙөлә. Архитектор В.П.Стасов проекты буйынса Орниенбаумда гвардия инвалидтар ротаһы өсөн казармалар, һөнәрселәр һәм баҡса уҡыусылары өсөн өс йорт төҙөлә.

1850 йылда Ораниенбаум һәм Петербург араһында «Заря» пароходсылығы ширҡәтенең пристане ҡуйыла. 1864 йылда тимер юл оҙайтыла.

1873 йылдан 1917 йылға тиклем Ораниенбаумдың хужалары герцог Мекленбург-Стрелицкийҙар була.

XIX быуат аҙағына тиклем Ораниенбаум — ҙур булмаған, башлыса ябай йорттар һәм һәм дачаларҙан торған ҡасаба була. Ҡалала китапхана, мәктәп, кинематограф, халыҡ йорто, сиркәүҙәрҙә һәүәҫкәр йырсылар хоры эшләй. XIX быуат аҙағы —XX быуат башында Ораниенбаумда Офицерҙарҙың уҡсылар һәм ҡорал мәктәптәре урынлаша.

Ораниенбаум планы, М.В. Козловская литографияһы, 1915 йыл

1908 йылдан ҡалала электр станцияһы төҙөлгәндән һуң, урамдар электр фонарҙары менән яҡтыртыла. 1909 йылда 1400 урынға ҡала театры төҙөлә. Ҙур булмаған предприятиелар эшләй: ағас бысыу заводы, бысыу материалдары биржаһы, пар тирмәне; 1901 йылдан Ораниенбаумда православие сиркәүе, лютеран кирхаы, фин кирхаһы, синагога, ҡатын-ҡыҙҙар монастыры була. Шулай уҡ сауҙа баҙары, бер нисә ҡунаҡхана, трактирҙар һәм ресторандар, айыҡлыҡ йәмғиәте, сәй, һыра трактирҙары эшләй. 4 мәктәп — ир-аттарҙың юғары башланғыс училищеһы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың юғары башланғыс училищеһы, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, ярлылар өсөн 200 урынлы балалар приюты (Мекленбург-Стрелицкийҙар аҡсаһына), етем балалар һәм инвалидтар йорто, ғибәҙәтхана, хирургия, терапия һәм инфекция бүлеге менән ҡала дауаханаһы, теш кабинеты, балалар приюты янында бала табыу отделениеһы була. Ҡалала телефон һәм телеграф эшләй.

1917 йылға тиклем ҡалала кеше һаны 7000-гә арта[17].

Совет осоронда

1918 йылдарҙа Ораниенбаумда совет власы ойошторола. 1919 йылда ҡалала ҡҠыҙыл армия штабы урынлаша. Ораниенбаумдан 20 километр алыҫлыҡта фронт һыҙығы үтә; Юденичтың аҡ армияһы Петроградҡа барып етә. 1920—1921 йылдарҙағы Кронштадт ихтилалы ваҡытында Тухачевский Михаил Николаевич һәм Л.Д. Троцкий Ораниенбаумда Меншиков һарайынан ихтилалды баҫтырыу менән етәкселек итә.

1941 йылдың 21 сентябрендә фронт линияһы
Ҡала ҡапҡаһы


1960—1980 йылдарҙа Ломоносов ҡалаһында әүҙем төҙөлөштәр алып барыла. Яңы микрорайон төҙөлә (Көньяҡ биҫтәһе), күпселек ағас бинаһын һүтеп алына. Ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөү башлана. 1960 йылдарҙан уларҙың күпселеге типлы проект буйынса төҙөлә[20].

1978 йылдың 18 апрелендә Ломоносов ҡалаһы Ленинград өлкәһенән Ленинградтың Петродворец районы административ ҡарамағына тапшырыла.

Ораниенбаум һаҡсыларының блокада йылдарында күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн, 1981 йылда Ломоносов ҡалаһы беренсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[21].

Климаты

Ломоносов климаты дымлы һәм уртаса. Йәй көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш елдәре, ҡыш көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш елдәре өҫтөнлөк итә. Йәй, айырыуса август—сентябрҙә, уртаса һауа температураһы Санкт-Петербургтан юғарыраҡ (0,5-0,8°), ә ҡыш — түбән (0,5—0,6°). Яр буйында ел бер аҙ көслө[22][23].

Санкт-Петербургта йыллыҡ яуым-төшөм һәм һауа температура күрһәткестәре[22][24]:

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C8,610,214,925,330,934,635,337,130,421,012,310,935,3
Уртаса максимум, °C−2,3−1,44,19,216,120,522,220,614,68,51,8−0,79,4
Уртаса температура, °C−6,1−6−1,44,410,915,818,116,411,05,6−0,1−3,95,4
Уртаса минимум, °C−7,9−7,7−2,91,67,111,914,013,08,03,7−2,1−5,52,8
Абсолют минимум, °C−35,9−35,2−29,9−21,8−6,60,14,91,3−3,1−12,9−22,2−34,4−35,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм403135333864787767655649633


Башҡа иҫтәлекле урындары

Петербург урамы


Туғанлашҡан ҡалалар

Һылтанмалар

ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 540-020
рус.англ.фр.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Горбатенко С. Б. Петергофская дорога. Ораниенбаумский историко-ландшафтный комплекс. — СПб, 2001. — ISBN 5-86007-242-2.
  • Горбатенко С. Б. Петергофская дорога. Историко-архитектурный путеводитель. — СПб, 2002.
  • Горбатенко С. Б. Петергофская дорога. - 4-е изд., испр. и доп.. — СПб, 2013. — ISBN 978-5-8015-0316-5.
  • Журавлёв В. В., Митюрин Д. В., Сакса К. Б. Форпост Петербурга. Три века ратной истории Ораниенбаума-Ломоносова. — СПб, 2011. — ISBN 978-5-903984-26-8.
  • Журавлёв В. В. Ораниенбаум. Хронограф Офицерской стрелковой школы. — СПб: Администрация МО г. Ломоносов, 2013. — ISBN 978-5-9903987-6-4.
  • Журавлёв В. В., Ульяночкин К. Б. Улицы Ораниенбаума. Справочник. — СПб: Администрация МО г. Ломоносов, 2014. — ISBN 978-5-4386-0625-3.
  • Гусаров А. Ю. Ораниенбаум. Три века истории. — СПб, 2011. — ISBN 978-5-93437-329-1.
  • Раскин А. Город Ломоносов. Изд. 1979.
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары