Мариехамн

Маарианхамина[10] (фин. Maarianhamina), Мариехамн[11] (швед. Mariehamn) — Аланд утрауҙарының төп ҡалаһы, Финляндия составындағы автономиялы территория. Архипелаглы диңгеҙҙең төп порттарының береһе.

Мариехамн
швед. Mariehamn
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы1861
Рәсем
Рәсми атамаһыMariehamn
Кем хөрмәтенә аталғанМария Александровна[d]
Рәсми телшвед теле[1]
Дәүләт Финляндия
Административ үҙәгеАланд утрауҙары
Административ-территориаль берәмекАланд утрауҙары
Сәғәт бүлкәтеUTC+2:00[d], DAZD[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая областьМариехамн[d][2]
Ассоциацияләшкән сайлау округыÅland[d]
ГеомәғлүмәттәрData:Aland/Mariehamn.map
Закондар сығарыу органыMariehamn City Council[d]
Халыҡ һаны11 461 кеше (31 декабрь 2015)[3][4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек21 метр, 6 метр[5] һәм 20 метр
Туғандаш ҡалаКопавогур[6], Крагерё[6], Курессааре[d][6], Ломоносов (ҡала)[6], Торсхавн[d][6], Валкеакоски[6] һәм Готланд[d][6]
МилкеВиклеф Голдинг Арена[d]
СиктәшЙомала[d][7] һәм Лемланд[d][7]
Майҙан11,79 км²[8],
20,76 км² (1 ғинуар 2023)[9],
11,81 км² (1 ғинуар 2023)[9],
8,95 км² (1 ғинуар 2023)[9]
Почта индексы22100, 22101 һәм 22140
Рәсми сайтmariehamn.ax
Урынлашыу картаһы
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Mariehamn[d]
Карта
 Мариехамн Викимилектә

1861 йылда урыҫтар тарафынан нигеҙләнгән һәм императрица Мария Александровна хөрмәтенә уның исеме менән аталған. XIX һәм ХХ быуат башында рус телле сығанаҡтарҙа «швед теле» варианты ҡулланылып, ҡала Мариехамн тип яҙыла; ХХ быуаттың икенсе яртыһында урыҫ яҙылышы нормативы буйынса «фин теле» варианты, Маарианхамина тип яҙыла[10].

Архипелагта йәшәгән бөтә ҡала халҡының яртыһынан күберәге — 11 186 кеше был ҡалала йәшәй (2011 йыл). Ҡала, бөтә автономия территорияларындағы кеүек үк— тулыһынса швед телле: швед телен халыҡтың яҡынса 91 % был телде үҙенең тыуған теле тип һанай.

Географик урыны

Ҡалала ярымутрауыҙа урынлашҡан һәм бында ике порт бар. Көнбайыш порт (швед. Västerhamn) халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған ҙур порт, уның ашаШвеция һәм континенталь Финляндияға паром йөрөй. Көнсығыш порт — нигеҙҙә яхталар гаваны, Балтик диңгеҙенең эре гавандарының береһе[12].

Ҡалала Аланд утрауҙарының Министрҙар кабинеты һәм Латтинг Парламенты урынлашҡан.

Ҡалала Аланд утрауҙарының ике гәзите баҫыла(Nya һәм Ålandstidningen Åland), урындағы телевидение каналы һәм бер нисә радиостанция эшләй (TV Åland).

Императрица Мария Александровна төшөрөлгән марка, Рәсәй почтаһы тарафынан ҡаланың 150 йыллығына арнап сығарылған (2011)

Этимология

Фин һәм швед телдәренә ҡала исеме « Мария гаваны» тип атала һәм Рәсәй императоры Александр II ҡатыны — Мария Александровна (1824—1880) хөрмәтенә арналған.

Тарих

Риүәйәттәр буйынса, Аланд утрауҙары халҡы, яңы порт төҙөргә тырышып, император Александру II-гә ҡатынының исемен ҡалаға биреүен һорап махсус тәҡдим менән сыға. Рәсми тарих, порт, киреһенсә, туранан-тура Александр II күрһәтеүе буйынса нигеҙләнгән тип күрһәтә. Төҙөлөш эштәре менән архитектор Георг Теодор фон Шевитец Георг етәкселеге аҫтында ике ҙур булмаған ауыл эргәһендә 1859 йылда уҡ башлана — (Эвернес (швед. Övernäs) һәм Йомала ауылдары янында), ә 1861 йылда (21 февраль) яңы ултыраҡ ҡала статусы һәм яңы исем - Мариехамн исемен ала[11]. Ваҡыт үтеү менән ҡала майҙаны киңәйә һәм Йомала общинаһы биләмәләре өлөшөн үҙ эсенә ала.

Иҫтәлекле урындары

Аланд утрауҙарында борондан алып карап йөрөтөү тарихы була. Бындағы Көнбайыш портында Елкәнле-музей Pommern якорҙә тора. Көнсығыш гавань — Скандинавияла яхталар өсөн иң эре порттаҙың береһе, унда шулай уҡ Nieveen Jan пароходы (шулай уҡ F.P. von Knorring исемле) тора, ул хәҙер ресторан итеп йыһазландырылған.

Мариехамн ҡалаһында фин архитекторы Ларс Сонк проекты буйынса Аланд утрауҙарында төҙөлгән архитектура ҡомартҡылары булған ҡоролмалар бар: Изге Георгий сиркәүе (1927), Аланд диңгеҙ колледждың төп бинаһы (1927), ҡала муниципалитеты бинаһы (1939). Ғәмәлдә Аланд музейы.

2011 йылдың 2 ноябрендә императрица Мария Александровна хөрмәтенә аталған һәйкәл асыла[13][14].

Йәйге осорҙа ҡалаға бик күп туристар килә, һәм уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн бында бер нисә ҡунаҡхана, кемпинг булдырылған[15]. Ғәмәлдә Рәсәй Федерацияһы консуллығы, Швеция генераль консуллығы[16], шулай уҡ ҡайһы бер башҡа илдәрҙең консуллыҡ учреждениелары.

Халыҡ

Ҡала халҡының үҫеш динамикаһы:

Йыл
Халыҡ
1987
9966
1990
263 10
1997
10 408
2000
488 10
2002
632 10
2004
10 712
2010
146 11

Туғанлашҡан ҡалалары

ИлҠалаЙылИҫкәрмә
Швеция Висбю
Исландия Копавогур
Норвегия Крагер
Дания Слагельс
Фарер утрауҙары ТорсхавнПринадл. Дания
Эстония Курессаар
Финляндия Валкеакоски
Россия Ломоносов

Галереяһы

Иҫкәрмәләр

  • Gröna Udden. Дата обращения: 10 ғинуар 2013. Архивировано 20 ғинуар 2013 года.
  • Mariehamn | SwedenAbroad. Дата обращения: 10 ғинуар 2013. Архивировано 20 ғинуар 2013 года.
  • Һылтанмалар

    🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары