Лондон фонд биржаһы

Лондон фонд биржаһы (ингл. London Stock Exchange, ҡыҫҡаса LSE) — Европала иң эре һәм иң боронғо биржаларҙың береһе һәм донъяла иң билдәле ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарының береһе.

Лондон фонд биржаһы
Герб
ТармаҡҠыйбат ҡағыҙҙар баҙары'[1]
Нигеҙләү датаһы1698
Логотип
Рәсем
Дәүләт Бөйөк Британия
Историческое графствоМидлсекс[d]
Валютафунт стерлинг[d]
Барлыҡҡа килеү урыныСити[d]
ХужаһыLondon Stock Exchange Group[d]
Баш компания (ойошма, предприятие)London Stock Exchange Group[d]
МилкеEuronext Securities Milan[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуыСити[d], Лондон[d], Англия, Бөйөк Британия
Лондон, Бөйөк Британия[2]
Фонд баҙары индексыFTSE 100[d]
Каталог кодыlse[3], LN[4], LSE[4], IL[5] һәм L[5]
ХеҙмәтләндереүсеLondon Stock Exchange Group[d]
Рәсми сайтlondonstockexchange.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр69 116
Карта
 Лондон фонд биржаһы Викимилектә

Рәсми рәүештә 1801 йылда нигеҙ һалына, әммә ысынында уның тарихы 1571 йылда, король финанс агенты һәм кәңәшсеһе Томас Грешам Король биржаһын үҙ аҡсаһына төҙөгәндән һуң башлана. Лондон фонд биржаһы үҙе акционерҙар йәмғиәте булып тора, уның акциялары ла уның менән сауҙа итә..[6]

Акциялар баҙары

Лондон биржаһындағы акциялар баҙары түбәндәгеләргә бүленә:

  • төп (ингл. main, official) унда Бөйөк Британияның финанс идаралығы (ингл. The Financial Conduct Authority (FCA) ); талаптарына яуап биргән компанияларға рөхсәт ителә;[7]
  • Альтернатив инвестициялар баҙары (ингл. Alternative Investments Market, AIM), йәш, күбеһенсә инновацион компаниялар өсөн тәғәйенләнгән ҡатыраҡ талаптар менән.

Лондон фонд биржаһы иң интернациональ тип иҫәпләнә - уға халыҡ-ара акциялар менән сауҙа итеүҙең 50 проценты тура килә. 2004 йылда унда донъяның 60 иленән 340 сит ил компанияһының листингы булды, ә сит ил төбәктәрҙең акциялары менән сауҙа итеү күләме 2229 миллиард доллар тәшкил итте.[8] Бөйөк Британияла барлығы 22 фонд биржаһы бар (шуларҙың иң ҙуры — Лондонда, Ливерпулдә, Глазгола һәм Бирмингемда)[9].

Берләшеү

2000 йылдың 3 майында Лондон фонд биржаһы Deutsche Börse менән берләшеүе тураһында иғлан ителә; әммә ҡушылыу булмаған.[10]

2007 йылда биржа MBE Holdings компанияһының тулы контролен һатып алыу тураһында иғлан итә.

2009 йылда Лондон фонд биржаһы Turquoise (TQ), панъевропа MTF-һын һатып ала.[11]

Төп функциялары

  • Бөйөк Британияла ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың үҙәк баҙарын ойоштороу һәм көйләү.
  • LSE-ла халыҡ-ара акциялар баҙарын ойоштороу һәм көйләү.
  • Бөйөк Британияла листинг механизмын билдәләү.
  • Financial Times гәзите менән берлектә FTSE фонд индекстарын билдәләү.
  • Капиталды йәлеп итеү өсөн мөмкинлектәр булдырыу.

Котировка алыу шарттары

Лондон фонд биржаһының котировкаһын йәки листингын алыу өсөн компания коммерция, финанс һәм идара итеү мәғлүмәтен асырға, шулай уҡ түбәндәге шарттарға яуап бирергә тейеш:

  • Баҙар капитализацияһы 700 000 фунт стерлингтан кәм түгел.
  • Сығарылған акциялар ирекле сауҙа итергә тейеш.
  • Акцияларҙың кәм тигәндә 25 % ойошманың директорҙары булмаған акционерҙарға эйә булырға тейеш.
  • Акционерҙарҙың береһе лә 30 %-тан артыҡ тауышҡа эйә булырға тейеш түгел.

Сығанаҡтар


Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары