Лхаса

Ҡытайҙағы ҡала, Тибет автономиялы районының баш ҡалаһы

Лхаса (l̥ásə, тиб. әйтелә, ҡыт. трад. 拉薩, упр. 拉萨, пиньинь: Lāsà) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының Тибет автономиялы районында ҡала округы, бойондороҡһоҙ Тибет хөкүмәтенең элекке баш ҡалаһы. Лхаса ҡала округының хәҙерге Чэнгуань районы. Лхаса шулай уҡ Далай-ламаның традицион резиденцияһы булып тора. Тибет теленән «лхаса» тәржемәлә һүҙмә-һүҙ «аллалар урыны» тигәнде аңлата.

Лхаса
ҡыт. 拉萨
тиб. ལྷ་ས་
Нигеҙләү датаһы633
Рәсем
Рәсми атамаһы拉萨市 һәм ལྷ་ས་གྲོང་ཁྱེར།
Дәүләт Ҡытай
Административ үҙәгеТибетский автономный район[d]
Административ-территориаль берәмекТибетский автономный район[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+8:00[d]
Закондар сығарыу органыQ106704936?[1]
Халыҡ һаны867 891 кеше (2020)[2]
Административ рәүештә бүленәЧэнгуань (Лхаса)[d], Лхюнджуб[d], Дамшунг[d], Ньемо[d], Чюшю[d], Дёлунгдечен[d], Дагдзе[d] һәм Мэджокунггар[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек3650 метр
Туғандаш ҡалаБейт-Шемеш[d] һәм Элиста
Телгә алынған хеҙмәттәрCivilization V[d]
Майҙан29 634,01 км²
Почта индексы850000
Рәсми сайтlasa.gov.cn
lasa.gov.cn/english/
lasa.gov.cn/tibetan/
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Урындағы телефон коды891
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Lhasa[d]
Карта
 Лхаса Викимилектә

Лха́са әйтелеше боронғо тибет теленә буйһона[3] (хәҙерге телдә хлас тип әйтелә.[4][5]; баҫым икенсе ижеккә төшә[3]), Ласа́ — ҡытай (拉萨 Lāsà)[6] һәм инглиз (Lhasa — «h» әйтелмәй) телдәрендә.

Географияһы

Лхаса Лхаса үҙәнендә ята, үҙән буйындағы тауҙар 5500 метрлыҡ бейеклеккә һәм унан да юғары күтәрелә.

Ҡала биләмәһе аша Кьи-чу йылғаһа аға, ул Брахмапутра йылғаһының ҡушылдығы.

Климаты

Лхаса ҡалаһында ҙур тәүлек температура тирбәлеше менән тау климаты. Көндөҙ йылы, төндә — һалҡын. Ҡала өсөн йыл дауамында юғары ҡояш радиацияһы хас.

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Уртаса максимум, °C6,99,012,115,619,322,722,121,119,716,311,27,715,3
Уртаса температура, °C−2,11,14,68,111,915,515,314,512,88,12,2−1,77,6
Уртаса минимум, °C−10,1−6,8−30,95,09,310,19,47,51,3−4,9−90,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм0,50,72,05,226,672,3119,4122,658,310,21,71,0420,5
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория
Ҡояш балҡышы, бер айға сәғәттә[7].
АйҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Ҡояш балҡышы, сәғ.2572292452492792612262262372822672643022

Тарихы

Легендалар буйынса, VII быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән Тибеттың икенсе императоры Тибет Сонгцэн Гампо (Srong-brtsan Sgam-po), Лхасаны үҙенең баш ҡалаһы яһай. Әммә ул ваҡыттағы документтар, Тибет баш ҡалаһының һәр ваҡыт күсенеүе тураһында һөйләй. Ҡаланың үҙәгендә шул саҡта Джоканг монастыры төҙөлгән булған, ул әле лә Лхасала хаж ҡылыу урыны булып ҡала.

XV быуатта Цонкала ламаһы һәм уның уҡыусылары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә гелуг мәктәбенең өс эре монастыры барлыҡҡа килгәндән һуң ҡала ныҡ үҫешә башлай. Был Ганден (Dga'-ldan), Сера (Se-ra) һәм Дрепунг ('Bras-spung) монастырҙары.

Далай-лама V Лобсанг Гьяцо (Blo-bzang-rgya-mtsho) (1617—1682), Тибетты буйһондора һәм Лхасаға үҙенең административ үҙәген күсерә. Һуңынан ул Потало һарайын төҙөй башлай, төҙөлөш уның вафатынан һуң бер нисә йылдан һуң тамамлана. Ошо ваҡыттан Лхаса Тибеттың тулы хоҡуҡлы сәйәси баш ҡалаһы була.

Лхавзан-хан, хошуттар ҡәбиләһе башлығы (ойраттарға ҡараған), 1705 йылда Лхасаны баҫып ала. Тибет халҡы ярҙам һорап затлы Чоростар ырыуынан Ойрат ханлығы башлығына (Джунгар ханлығы) мөрәжәғәт итә, ул Цэрин Дхондуп етәкселеге аҫтында алты меңлек ғәскәр ебәрә, ул Лхавзан хандың ғәскәрен ҡыйрата һәм 1717 йылда Лхасаны яулап ала.

Европалылар Лхасаға һирәк үтеп инә. 1951 йылға ҡаланың яртыһы монахтарҙан тора, дөйөм халыҡ һаны 25 000 самаһы кеше тәшкил итә. Өҫтәмә 15 мең самаһы кеше тирә-яҡ монастырҙарҙа йәшәгән.

1960 йылда Тибеттың административ ҡоролошо дөйөм ҡытай рәүешенә үҙгәртелә. Лхаса ҡала округы ойошторола, унда элекке Лхаса ҡалаһы Чэнгуань районы булып китә, бынан тыш округ составына 7 өйәҙ инә; 1964 йылда Лхаса ҡала округы составына Нгари Махсус районы биләмәһенең өлөшө тапшырыла, һөҙөмтәлә Лхаса ҡала округында өйәҙҙәр һаны 11-гә етә.

Административ-территориаль бүленеше

Карта#ИсемеҠытайса атамаһыПиньиньТибет исемеВайлиХалҡы (2003)Майҙаны (км²)Халыҡ тығыҙлығы (/км²)
Ҡала
1Чэнгуань районы城关区Chéngguān qūཁྲིན་ཀོན་ཆུས་chus khrin kon140,000525267
Өйәҙ ауылы
2Лхюнджуб өйәҙе林周县Línzhōu xiànལྷུན་གྲུབ་རྫོང་grub lhun rdzong60,0004,10014
3Дамшунг өйәҙе当雄县Dāngxióng xiànའདམ་གཞུང་རྫོངrdzong gzhung dam40,00010,2344
4Ньемо өйәҙе尼木县Nímù xiànསྙེ་མོ་རྫོང་rdzong snye mo30,0003,2669
5Чюшю өйәҙе曲水县Qūshuǐ xiànཆུ་ཤུར་རྫོང་rdzong chu shur30,0001,62418
6Делунгдечный өйәҙе堆龙德庆县Duīlóngdéqìng xiànསྟོད་ལུང་བདེ་ཆེན་རྫོང་stod lung bde rdzong chen40,0002,67215
7Дагдзе өйәҙе达孜县Dázī xiànསྟག་རྩེ་རྫོང་rdzong stag rtse30,0001,36122
8Мэджокунггар өйәҙе墨竹工卡县Mòzhúgōngkǎ xiànམལ་གྲོ་གུང་དཀར་རྫོང་gro rdzong gung dkar mal40,0005,4927

Иҡтисады

Тибет үҙәне
Монах Бичуриндың (Иакинф) Лхасаның рәсәй картаһы
Бархор майҙаны, сауҙа рәттәре һәм ғибәҙәт урындары
Файл:Lhasa2.jpg
Джоканг монастырының бер башняһы

Әлеге ваҡытта иҡтисадында туризм индустрияһы ҙур әһәмиәткә эйә. Туристарҙы уникаль Потала һарайы, ғибәҙәтханалар һәм үҙенсәлекле тәбиғәт йәлеп итә.

Лхасаның аҫаба халҡы традицион игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Лхаса шулай уҡ урындағы кәсептәрҙең ҙур баҙары булып тора. Күп йылдар Лхасаның тирә-яҡтарында химия һәм автомобилдәр заводы эшләгән; уларҙың алыҫта урынлашыуы тирә-яҡ мөхитте минималь бысрата, әммә һуңғы ваҡыттарҙа хәл үҙгәрә. Алыҫ түгел ерҙәрҙә баҡыр, ҡурғаш һәм цинк сығарыла.

Халҡы

Чэнгуань районы халҡы 250 мең кеше самаһы тәшкил итә, ә Лхаса ҡалаһы округының дөйөм халҡы — 521 мең, шул иҫәпкә мигранттар инә. Мигранттар 100 мең кеше тәшкил итә.

2000 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса халыҡтың 81,6 % этник тибетлылар тәшкил итә. Был иҫәпкә һалдаттар һәм рәсми булмаған мигранттар инмәй, мигранттарҙың күпселеге ҡытайҙар. Тибет хөкүмәте баһалары буйынса Лхаса ҡалаһында ҡыуылған этник тибетлылар аҙсылыҡты тәшкил итә.

Һуңғы ваҡытта Ҡытай иҡтисады либералләштереү үтә, шулай уҡ урындағы иҡтисадты әүҙемләштереп, байтаҡ ҡытайҙар Лхаса эргәһендә төпләнә.

Мәҙәниәте

Лхасаның тарихи ҡомартҡылары донъя мәҙәниәте өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был, һис шикһеҙ, Потал һарайы, Джокангтың үҙәк ғибәҙәтханаһы, Дрепунг, Сера һәм Ганден монастырҙары, Далай-ламаның йәйге һарайы Норбулинка, тибет архитектураһы стилендәге уникаль мәсет, Баркхор тарихи урамы һәм башҡа иҫтәлекле урындар.

Әммә күп мәҙәниәт ҡомартҡылары мәҙәни революция алдынан һәм уның ваҡытында зыян күрә.

Лхасала хаж ҡылыусыларға изге урындарҙы урап үтеү йолаһы өсөн өс түңәрәк маршрут бар, был Джоканг ғибәҙәтханаһында Нангкор циклы, иҫке ҡала буйлап Джоканг ғибәҙәтханаһы менән кварталды һәм бөтә ҡала тирәләй Лингкорҙың тышҡы әйләнәһен үҙ эсенә алған Баркхор урау урамы. Хаж ҡылыусылар өҫтәмә Потал һарайын урап үтәләр. Урап үткәндә хаж ҡылыусылар төрлө йолалар башҡара. Ҡаланы модернизациялағандан һуң Лингкор тышҡы әйләнәһе ҡулланыуҙан туҡтатыла.

Туризмы

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса. 2004 йылда Тибетҡа 1,1 миллион турист килгән. Ҡытай хөкүмәте 2020 йылға килеүсе туристар һанын 20 миллионға арттырыуҙы күҙаллай, туристарҙың күп һанын ҡытайҙар тәшкил итәсәк. Тибет автономияһын киңәйтеү яҡлыларҙың фекеренсә, туристарҙың үтә артыҡ һаны уникаль тибет мәҙәниәте өсөн һәләкәтле эҙемтәләргә килтерәсәк.

Транспорты

Ҡаланы 62 км алыҫлыҡта урынлашҡан Гонгтар аэропорты хеҙмәтләндерә.

2005 йылдың октябрендә Лхасаға тиклем 1080-километрлыҡ Цинхай тимер юлы төҙөлөшө тамамлана, 2006 йылда унда пассажирҙар бәйләнеше башлана. Ҡалала был магистралдең эре тимер юл станцияһы урынлашҡан.

Лхасанан көн һайын өс поезд китә. Бара торған Z21 поезы Көнбайыш Пекиндан ҡуҙғала, юлға 40 сәғәт 30 мин. ваҡыт китә. Пекиндан китеү ваҡыты 20:00, Лхасаға килеү ваҡыты — 12:30, билет хаҡы 360 юань тора (ултырыу урыны), 763 юань— ҡаты вагонда йоҡлау урыны һәм 1186 юань — йомшаҡ вагонда йоҡлау урыны. Лхасанан кирегә Z22 поезы 15:30 сәғәттә ҡуҙғала һәм Пекинға 08:20 сәғәттә килә (юлда ваҡыт 40 сәғәт 50 мин). Шулай уҡ Чэнду, Чунцин, Гуанчжоу, Ланьчжоу һәм Синин ҡалаларынан поездар бар. Был тарссала бейеклектәрҙең ҙур айырмалығы арҡаһында пассажирҙарҙың тау ауырыуы менән ауырыу хәүефе бар. Профилактика өсөн вагондар өҫтәлмә кислород елләтеүе менән тәьмин ителгән, ә пассажирҙар шәхси кислород маскаһы һорап ала[8].

2014 йылда Тибет төпкөлөнә тиклем алып барыусы Лхаса — Шигадзе тимер юлы асыла. Z8801 поезы Лхасанан 08:30 сәғәттә ҡуҙғала һәм Шигацзеға 11:25 сәғәттә килә, Z8803 поезы 15:20 ҡуҙғала һәм 17:59 сәғәттә килә. Билет хаҡы түбән кластарға 40,5 юань. Кирегә поездар: Z8804 Шигацзенан 12:05 сәғәттә китә һәм 14:40 сәғәттә килә, Z8802 18 :21 китә һәм 40:33 килә.

Туғандаш ҡалалары

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  • Иллюхина Т. Читаем по-тибетски. М., 2010, С. 47-48
  • Комарова И. Н. Тибетское письмо. М., 1995. С. 83-84.
  • Стрелков А. М. Тибетский дневник. Нижний Новгород, 1999. С. 100
  • Гонконгская обсерватория 2018 йыл 10 октябрь архивланған.
  • Train 27, Now Arriving Tibet, in a 'Great Leap West'
  • Әҙәбиәт

    Һылтанмалар

    🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары