Макс Эйве

Махгилис (Макс) Эйве (нидерл. Machgielis «Max» Euwe, МФА: [ˈmɑks ˈøˑwə]; 20 май 1901 йыл — 26 ноябрь 1981 йыл) — Нидерланд шахматсыһы һәм математигы, шахмат буйынса бишенсе донъя чемпионы (1935—1937), халыҡ-ара гроссмейстер (1950). Эйва матчта Александр Алехинды еңеп донъя чемпионы була, әммә ике йылдан һуң матч-реваншта еңелә. Эйве 1940 йылдар һуңына тиклем донъяның иң көслө шахматсыларының береһе булып ҡала, ә карьераһы тамамланғас, информатика өлкәһендә юғары кимәлдә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә башлай.

Макс Эйве
нидерл. Machgielis Euwe
Рәсем
Затир-ат[1][2]
Гражданлыҡ Нидерланд короллеге[d]
Спортта ил өсөн сығыш яһай Нидерланд
Тыуған ваҡыттағы исеменидерл. Machgielis Euwe
Тыуған көнө20 май 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыныАмстердам, Нидерланд[1]
Вафат булған көнө26 ноябрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[2][3][4][…] (80 йәш)
Вафат булған урыныАмстердам, Нидерланд[1]
Үлем төрөтәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбеМиокард инфаркты
Ерләнгән урыныDriehuis Velsen Crematorium[d][5]
Хәләл ефетеCarolina Elisabeth Bergman[d]
БалаларыCaroline Euwe[d]
Туған телНидерланд теле
Һөнәр төрөшахматсы, математик, шахматный функционер, яҙыусы, специалист в области информатики, профессор, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрөстатистика[6] һәм шахмат[7]
Эш урыныУниверситет Эразма Роттердамского[d]
Тилбургский университет[d][8]
Тилбургский университет[d][8]
Биләгән вазифаһырәйес[d] һәм чемпион мира по шахматам[d]
Шахматный титулгроссмейстер[d]
Уҡыу йортоАмстердам университеты[3]
Ғилми дәрәжәфән докторы[d][1]
ДиссертацияDifferentiaal invarianten van twee covariante-vectorvelden met vier veranderlijken[d][9]
Ғилми етәксеRoland Weitzenböck[d] һәм Hendrik de Vries[d]
АспиранттарJack P. C. Kleijnen[d][9] һәм Jan S. Folkers[d][9]
Спорт төрөшахмат
ҠатнашыусыШахматная олимпиада 1927[d][10], Шахматная олимпиада 1937[d][10], Шахматная олимпиада 1950[d][10], Шахматная олимпиада 1954[d][10], Шахматная олимпиада 1958[d][10], Шахматная олимпиада 1960[d][10] һәм Шахматная олимпиада 1962[d][10]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проектПроект:Математика[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыэштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Макс Эйве Викимилектә

1970 йылда Эйве ФИДЕ президенты итеп һайлана һәм был вазифала ике мөҙҙәт ултыра (1970—1978). Уның президентлыҡ осорона Борис Спасский менән Роберт Фишерҙың донъя беренселегенә низағлы матчы һәм Фишер — Карпов уйналмаған матчы тура килә.

Эйве логикаһы һәм варианттарҙы аныҡ иҫәпләүе менән айрылып тора. Шулай уҡ ул көслө тактик, дебют теорияһы белгесе булараҡ та билдәле. Ул бик күп китаптар, шул иҫәптән шахмат дәреслектәре һәм дебют белешмәләре яҙа.

Биографияһы

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

Эйве Махгилис 1901 йылдың 20 майында сиркәү мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Корнелиус һәм Элизабет Эйва ғаиләһендә тыуа. Эйвеның өлкән ағаһы Виллен, ҡустылары Кесс һәм Боб, һеңлеләре Анни менән Тини була. Корнелиус һуңыраҡ ҙур эш хаҡына ябай мәктәпкә күсергә мәжбүр була, шулай уҡ скрипка һәм фортепиано дәрестәре бирә. Үҙ балаларын да музыкаға өйрәтә. Эйвелар шахмат уйнарға ярата һәм таныштары өсөн турнирҙар ойоштора. Макс дүрт йәшендә уйнарға өйрәнә һәм тиҙҙән ата-әсәһен еңә башлай[11].

Эйве атаһы эшләгән мәктәпкә йөрөй. Ул бигерәк тә математикаға һәләтле була[12]. Эйве бәләкәй сағынан 16-23 йәшлек үҫмерҙәр йөрөгән үҫмерҙәр клубында уйнай. Уның өсөн ташлама яһала. 12 йәшендә ул Амстердам шахмат клубына ҡабул ителә. Киләһе йылда Эйве билдәле оҫта Кольстены бер ваҡытлы сеанста еңә[11]. Ун дүрт йәшендә ул Нидерланд шахмат федерацияһы үткәргән турнирҙарҙа ҡатнаша башлай.

1917 йылда Эйве ил чемпионатының «Б» төркөмөнә инә[13]. Ул ваҡытта Нидерландта бик күп билдәле шахматсылар йәшәй һәм уларҙың ҡайһы берҙәре менән Эйве клубта таныша. Ул Тарраш, Рети, Тартаковер, Мароци кеүек оҫталар менән шәхси таныш була, мароци уның тиҫтә йылдар яҡын дуҫына әйләнә[14].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Каспаров Г. К. От Эйве до Таля // Мои великие предшественники. — М.: РИПОЛ классик, 2005. — Т. 2. — С. 11—118. — 512 с. — ISBN 5790522394.
  • Линдер И. М., Линдер В. И. Макс Эйве. Жизнь и игра. — М.: АСТ, Астрель, 2006. — 256 с. — ISBN 5-17-037342-2.
  • Макс Эйве = Max Euwe. Biografie van een wereldkampioen. — М.: Физкультура и спорт, 1979. — 247 с. — (Выдающиеся шахматисты мира). — сокращённый и переработанный перевод книги А. Мюннингхоффа
  • Ҡалып:Книга:Шахматный словарь
  • Ҡалып:Книга:Шахматы. Энциклопедический словарь
  • Fine, R. The Age of Euwe // The World’s Great Chess Games. — 2nd ed. — Courier Dover Publications, 1983. — 397 с. — ISBN 0-486-24512-8.
  • Kmoch, H. Max Euwe. — Berlin: Walter de Gruyter & Co, 1938. — 161 p.
  • Münninghoff, A. Max Euwe Biografie van een Wereldkampioen. — Amsterdam: Near Fine, 1976. — 496 p.
  • Richter, K., Teschner, R. Dr. Max Euwe — Eine Auswahl seiner besten Partien. — 2. Auflage. — Beyer/de Gruyter, 1986. — 162 p. — ISBN 3-11-010800-3.
  • Wildhagen E. Weltgeschichte des Schachs, Lfg 18 — D-r Machgielis Euwe, Hamb., 1959

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары