Маршалл Утрауҙары

Маршалл Утрауҙары (марш. Ṃajeḷ[2]), рәсми рәүештә Маршалл Утрауҙары Республикаһы (марш. Aolepān Aorōkin Ṃajeḷ, ингл. Republic of the Marshall Islands) — Микронезиялағы Тымыҡ океан дәүләте, Америка Ҡушма Штаттары менән ассоциациялана. Көнбайышта һәм көньяҡ-көнбайышта Микронезия Федератив Штаттары, көньяҡта Кирибати һыуҙары, ҡалған өлөшөндә Тымыҡ океандың асыҡ диңгеҙе менән сиктәш. Яр буйы һыҙатының оҙонлоғо — 370,4 км. Маршалл Утрауҙары Республикаһы Маршалл утрауҙары архипелагының Ралик һәм Ратак сылбырынан торған 29 атолында һәм 5 утрауында урынлашҡан. Дөйөм ҡоро ер майҙаны — 181,3 км²; лагуналар менән ҡапланған майҙан — 11 673 км². Маршалл Утрауҙарында 2018 йылдың ноябренә ҡарата 57 045 кеше йәшәй[3]. Баш ҡалаһы — Маджуро.

Маршалл Утрауҙары Республикаһы
Aolepān Aorōkin M̧ajeļ (марш.)
Republic of the Marshall Islands (ингл.)
Маршалл Утрауҙары гербы
Флаг
Девиз: «Jepilpilin ke ejukaan (Дөйөм тырышлыҡ менән ҡаҙаныш, маршал)»
Гимн: «Forever Marshall Islands»
Үҙаллылыҡ датаһы21 октябрь 1986 ( АҠШ менән ирекле ассоциация)
Рәсми телдәринглизсә һәм маршалл теле[d]
Баш ҡалаМаджуро
Эре ҡалаларМаджуро
Идара итеү төрөРеспублика
Президент

Вице-президент

Кристофер Лоик
Территория
• Бөтәһе
213
181 км²
Халыҡ
• Һаны (2008)
• Халыҡ тығыҙлығы

56 429 чел. (205)
326 чел./км²
Валюта
Интернет-домен.mh
Код ISOMH
МОК кодыMHL
Телефон коды+692
Сәғәт бүлкәте12

Европалылар күргән беренсе утрау Бокак атолы, уны 1526 йылда испан диңгеҙҙә йөҙөүсеһе Алонсо де Саласар аса. Артабан Маршалл Утрауҙары сиратлап төрлө колониаль державалар территорияһына әүерелә: 1886 йылда — Германия, 1914 йылда — Япония (ул Беренсе донъя һуғышынан һуң да утрауҙар менән Милләттәр Лигаһы мандаты аҫтында идара итеүен дауам итә), 1947 йылда — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарамағындағы АҠШ етәкселегендәге территория составына индерелә. Дәүләт булараҡ Маршалл Утрауҙары 1983 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Тымыҡ океан утрауҙары биләмәһен бүлеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1986 йылдан утрауҙар АҠШ менән «ирекле бәйләнештә» тора. Маршалл Утрауҙары Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм Тымыҡ океан берләшмәһе ағзаһы булып тора[4].

Этимологияһы

Маршалл утрауҙары британ капитаны Джон Маршалл хөрмәтенә атала[4] (шулай уҡ Уильям Маршалл булараҡ билдәле[5]. Ул капитан Томас Гилберт (уның хөрмәтенә күрше утрауҙар атала) менән бергә 1788 йылда тотҡондарҙы Яңы Көньяҡ Уэльсҡа алып барғанда архипелагты тикшерә[5].

Географияһы

Дөйөм география

Маршалл Утрауҙарының йыһан юлдашынан төшөрөлгән һүрәте. 1999 йылдың марты
Утрауҙар картаһы

Маршалл Утрауҙары — Тымыҡ океанда экваторҙан төньяҡтараҡ урынлашҡан атоллдар һәм утрауҙар тупланмаһы. Илдең баш ҡалаһы Маджуро АҠШ-тың Гавайи штатының административ үҙәге Гонолулу ҡалаһынан көнбайышҡа табан 3438 км алыҫлыҡта, Японияның баш ҡалаһы Токионан көньяҡ-көнсығышҡа табан 3701 км һәм Төньяҡ Мариана утрауҙарының баш ҡалаһы Сайпан ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 3241 км алыҫлыҡта урынлашҡан[6]. Иң яҡын архипелагтар — Каролина утрауҙары (улар Федератив Микронезия штаттарына ҡарай һәм Маршалл Утрауҙарынан көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан) һәм көньяҡ-көнсығышта ятҡан, Кирибати Республикаһына ҡараған Гилберт утрауҙары[7].

Маршалл Утрауҙарының ҡоро ер майҙаны ни бары 181,3 км² тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта лагуналар биләгән майҙан — 11 673 км²[8]. Ил 29 атолл һәм 5 алыҫ утрауҙа урынлашҡан, улар ике төркөмгә бүленә: Ралик сылбырындағы 18 утрау (маршалл теленән «ҡояш байышы»[9]) һәм Ратак сылбырындағы 16 утрау (йәки Радак; маршалл теленән тәржемә ителгән «ҡояш сығышы»[9]). Ике сылбыр ҙа бер-береһенән яҡынса 250 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан һәм төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан 1200 саҡрым самаһы һуҙыла[7]. Иң мөһим утрауҙар — Кваджалейн һәм Маджуро атолдары. Маршалл утрауҙары Республикаһының иң ҙур утрауы — Кваджалейн шулай уҡ донъялағы иң ҙур лагуналы атолл булып тора[7][10]. Илдең иң юғары нөктәһе Ликиеп атолындә урынлашҡан, ул — 10 метр[8].

Маршалл Утрауҙары Республикаһының иң төньяҡ утрауы — Ратак сылбырындағы Бокак утрауы (йәки Таонги), ул бәхәсле Уэйк атолынән төньяҡ-көнбайышҡа табан 280 км алыҫлыҡта урынлашҡан, әлеге ваҡытта ул АҠШ хакимиәте аҫтында. Маршал утрауҙарының иң көньяҡ утрауы — Эбон атоле, иң көнбайышы — Уджеланг (улар икеһе лә Ралик сылбырында урынлашҡан), иң көнсығышы — Ратак сылбырындағы Нокс.

Тарихы

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Кваджалейн атолендә Америка һалдаттары.

Маршал утрауҙарының тарихы тураһында аҙ билдәле. Утрауға 2000 йыл самаһы элек Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан сыҡҡан кешеләр барып ултырған, тип фараз ителә.

Европалылар күргән тәүге утрау — 1526 йылда Испания диңгеҙҙә йөҙөүсе Алонсо де Саласар асҡан Бокак атоле. Шулай ҙа архипелаг 1788 йылға тиклем атамаһыҙ була. Шул ваҡытта утрауҙар британ капитаны Джон Маршалл тарафынан яңынан табыла һәм уның исеме менән атала. Һуңынан Маршал утрауҙары янынан күп дәүләттәрҙең суднолары йөҙөп үтә, ләкин уларҙың береһе лә аннексия маҡсатында территориаль дәғүәләр белдермәй. 1860-сы йылдарҙа утрауҙарға Германиянан тәүге күскенселәр килә башлай. Был йылдарҙа немец сауҙа компаниялары копра һәм башҡа тауарҙар менән сауҙа итеү өсөн тотош бер селтәр булдыра. 1885 йылда архипелаг, Испания дәғүәләренә ҡарамаҫтан, Германия империяһы тарафынан аннексиялана. Империя исеменән идара итеү менән Гамбургтан Джалуит компанияһы идара итә.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында, 1914 йылдың сентябрендә Япония, Маршалл утрауҙарын да индереп, Микронезияның Германияға ҡараған өлөшөн биләй. Шул ваҡыттан алып, утрауҙар Икенсе донъя һуғышы ваҡытында американдар архипелагты баҫып алғанға тиклем, Япония контролендә була. 1920 йылдан Маршалл утрауы менән Япония Милләттәр лигаһы мандаты буйынса идара итә.

АҠШ армияһы утрауҙы ҡыҫҡа ваҡытҡа оккупациялағандан һуң, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Маршал утрауҙарын Тымыҡ океан утрауҙары биләмәһе сифатында идара итеүҙе ышанып тапшыра. Тиҙҙән Кваджалейн атоллында АҠШ-тың стратегик хәрби базаһы барлыҡҡа килә, унан 1946 йылдан 1958 йылға тиклем Бикини һәм Эниветок атолдәрендә ядро ҡоралын һынауҙы контролдә тотоу тормошҡа ашырыла.

1979 йылда архипелаг сикләнгән автономия ала, ә 1986 йылда АҠШ менән Ирекле ассоциация тураһында килешеү төҙөлә, уға ярашлы АҠШ Маршалл утрауҙары Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон таный. Республика, үҙ сиратында, АҠШ хәрбиҙәренә илдә булыу хоҡуғын бирә; шулай уҡ бөтә хәрби базалар ҙа һаҡланып ҡала. Илде һаҡлау Америка Ҡушма Штаттарының бурысына әүерелә. 1990 йылда БМО Маршалл утрауҙарының бойондороҡһоҙлоғон таный.

Ассоциация тураһындағы килешеүҙең мөҙҙәте 2001 йылдың сентябрендә тамамлана. Ике йыллыҡ һөйләшеүҙәрҙән һуң, 2003 йылда контракт оҙайтыла.

Административ бүленеше

Тымыҡ океан утрауҙары биләмәһенең барлыҡҡа килеү йылдарында Маршалл утрауҙары бер округты тәшкил итә[11].

Әлеге ваҡытта Маршалл утрауҙары 33 муниципалитетҡа бүленгән: Аилингинаэ, Аилинглапалап, Аилук, Арно, Аур, Бикар, Бикини, Бокак, Вото, Джабат, Джалуит, Джемо, Кили, Кваджалейн, Лаэ, Либ, Ликиеп, Маджуро, Меджит, Мили, Наморик, Наму, Ронгелап, Ронгерик, Така, Уджаэ, Уджеланг, Утирик, Эбон, Эниветок, Эрикуб[12]. Дүрт округ үҙәгенең, Маджуро, Эбейе, Джалуит һәм Вотяктың, урындағы үҙидара органдарының һайлау советы, мэры, тәғәйенләнгән чиновниктары һәм урындағы полицияһы булған урындағы үҙидара органдары бар[13].

Муниципалитеттың атамаһыКод
ISO 3166-2
Халҡы,
кеше (2011)
Майҙаны,
км²
Тығыҙлыҡ,
кеше/км²
Маршалл Утрауҙары муниципалитеттары
1Аилингинаэ —2,80 —
2АилинглапалапMH-ALL172914,69117,70
3АилукMH-ALK3395,3663,25
4АрноMH-ARN179412,95138,53
5АурMH-AUR4995,6288,79
6Бикар —0,49
7Бикини96,011,50
8Бокак —3,24
9ВотоMH-WTH974,3322,40
10ВотьеMH-WTJ8598,18105,01
11ДжабатMH-JAB840,57147,37
12ДжалуитMH-JAL178811,34157,67
13Джемо —0,16
14КилиMH-KIL5480,93589,25
15КваджалейнMH-KWA11 40816,39696,03
16ЛаэMH-LAE3471,45239,31
17ЛибMH-LIB1550,93166,67
18ЛикиепMH-LIK40110,2639,08
19МаджуроMH-MAJ27 7979,712862,72
20МалоэлапMH-MAL6829,8269,45
21МеджитMH-MEJ3481,86187,10
22МилиMH-MIL73815,9346,33
23НаморикMH-NMK5082,77183,39
24НамуMH-NMU7806,27124,40
25РонгелапMH-RON797,959,94
26Ронгерик —1,68
27Така —0,57
28УджаэMH-UJA3641,86195,70
29Уджеланг —1,74
30УтирикMH-UTI4352,43179,01
31ЭбонMH-EBO7065,75122,78
32ЭниветокMH-ENI6645,85113,50
33Эрикуб —1,53
Маршалл УтрауҙарыMH53 158181,42293,01Карта

Халҡы

Халҡының һаны

[14][15]

1920198019881999201120162021
980030 87343 38050 84053 15855 00042 594

Ҡалып:Graph:Chart

Һаны һәм урынлаштырыуы

Маджуро атолында торлаҡ йорттар һәм бәләкәй балалар.
Маршалл Утрауҙарының халҡы[16]
Маршалл Утрауҙарында халыҡ һанының артыу динамикаһы
Халҡының структураһы
Халҡының һаны58 200 (2019)
Халҡының тығыҙлығы293,01 (2011, халыҡ иҫәбен алыу)
Уртаса йәшдөйөм: 21
ирҙәр: 21
ҡатын-ҡыҙҙар: 20,9 (2008)
Йәш структураһы0—14: 40 %
15—59: 56 %
старше 60: 4 % (2011, халыҡ иҫәбен алыу)
Ҡала халҡы нисбәте73,8 % (2011)
Тыуым
Тыуымдың дөйөм коэффициенты3,68 ‰ (2008)
Халыҡ һанының үҫеш темпы2,142 % (2008)
Үлем
Балалар үлеме 1000 кешегә
тыуған
дөйөм: 26,36 ‰ (2008)
малайҙар: 29,58 ‰ (2008)
ҡыҙҙар: 22,98 ‰ (2008)
1000 кешегә ҡарата дөйөм үлем
кеше
дөйөм: 4,57 ‰ (2008)

Маршалл Утрауҙарында халыҡ иҫәбен беренсе рәсми алыу 1920 йылда үткәрелә. Ул ваҡытта утрауҙа 9800 кеше йәшәй[17]. 1958 йылға тиклем халыҡ һанының үҫеше әкрен бара, әммә 1958 йылдан алып 1967 йылға тиклем халыҡ һанының йыллыҡ үҫеше 3,4 %, ә артабан 4 %[17]. Әммә 1988—1989 йылдарҙа тыуым бик юғары булыуға ҡарамаҫтан, был күрһәткес 1,5 процентҡа тиклем түбәнәйә. Халыҡтың үҫеше кәмеү тенденцияһы халыҡтың сит илгә, иң элек Америка Ҡушма Штаттарына, күсенеүе сәбәпсе була. 1999 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса утрау халҡының йыллыҡ үҫеше шул уҡ кимәлдә 1,5 %[18], ә 2008 йыл баһаһы буйынса 2,1 процентҡа тиклем күтәрелә[8].

1999 йылдағы һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Маршалл Утрауҙарында халыҡ һаны 50 840 кеше тәшкил итә[19], ә баш ҡалаһы Маджурола 25 000-дән ашыу кеше йәшәй[20]

1999 йылда Ратак сылбыры утрауҙарында 30 925 кеше һәм Ралик сылбыры утрауҙарында 19 915 кеше йәшәй[21]. Халыҡтың иң юғары тығыҙлығы Маджуро атолында була: км²-ға 6314 кеше. Иң түбәне — Бикини һәм Ронгелап атолдарында: км²-ға 6 кеше[22].

Маджуроның төп урамы

2011 йылдағы һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Маршалл Утрауҙарында халыҡ һаны 53 158 кеше тәшкил итә[23].

Һуңғы йылдарҙа халыҡ алыҫ утрауҙарҙан илдең ҡалаларына, Маджуро атолындағы Маджуро ҡалаһына һәм Кваджалейн атолындағы Эбейеға күсенә[23]. Мәҫәлән, 1930 йылда Маджурола ни бары 753 кеше йәшәй, ә 2011 йылда 27 797 кеше (36,9 тапҡырға артҡан); 1930 йылда Эбейела — 19 кеше, 2011 йылда — 11 408 кеше (600,4 тапҡырға артҡан)[23]. Был ике утрауҙың да ресурстарына һәм ерҙәренә көсөргәнешлекте арттыра, яр буйы абразияһына килтерә, урындағы экосистемаларға кире йоғонто яһай, автохтон флора һәм фаунаның юҡҡа сығыуына булышлыҡ итә. Бөтә донъя океаны кимәленең һиҙелерлек күтәрелеүе йәки климаттың глобаль үҙгәреүе осрағында айырым утрауҙарҙа халыҡ һанының тупланыуы етди социаль һәм иҡтисади эҙемтәләргә килтереүе мөмкин.

Илдең алыҫ утрауҙарында, ҡалалар халҡының артыуы фонында халыҡ үҫеше 2011 йылда 1999 йыл менән сағыштырғанда ни бары Джалуит, Лаэ, Либ, Ронгелап, Утирик утрауҙарында күҙәтелә һәм 1 проценттан аҙыраҡ тәшкил итә, ә башҡа утрауҙарҙа халыҡ кәмей[23].

Иҡтисады

Дөйөм характеристика

Маршалл Утрауҙары иҡтисады[16]
Валюта1 АҠШ доллары (USD) = 100 цент
Бюджет йылыКалендарь йыл
Сауҙа ойошмаларыSPARTECA, БМО-ның сауҙа һәм үҫеш буйынса конференцияһы
Статистика
Донъяла урыны)220-се (2001)
Эске тулайым продукт$115 млн (2001)
Эске тулайым продукт үҫеше3,5 % (2005)
Йән башына эске тулайым продукт$2900 (2005)
Инфляция3 % (2005)
Эшсе көсө14 680 (2000)
Эшһеҙлек30,9 % (2000)
Халыҡ хужалығының төп тармаҡтарыхеҙмәттәр өлкәһе, ауыл хужалығы
Сауҙа партнёрҙары
Экспорт$9,1 млн (2000)
Төп партнерҙар (экс.)АҠШ, Япония, Австралия, Ҡытай
Импорт$54,7 млн (2000)
төп партнерҙар (имп.)АҠШ, Япония, Австралия, Яңы Зеландия, Сингапур, Фиджи, Ҡытай, Филиппин
Дәүләт финанстары
Бюджет килемдәре$42 млн (1999)
Бюджет сығымдары$40 млн (1999)

Маршалл утрауҙарындағы иҡтисади хәлде билдәләүсе характеристикалар Океанияның башҡа илдәренән бер нимәһе менән дә айырылмай: ҙур эксклюзив иҡтисади зона, сикләнгән тәбиғи ресурстар, донъяның төп баҙарҙарынан алыҫ тороу, юғары квалификациялы белгестәр етешмәүе[24]. Маршал Утрауҙарының иҡтисадында дәүләт бюджеты дефициты, түләү балансы һәм эске һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса кимәленең түбән булыуы кеүек етди ҡыйынлыҡтар ҙа бар[25]. Ил Азия үҫеш банкыһы, АҠШ һәм донъяның башҡа илдәре бүлгән аҡсаға ныҡ бәйле. Шуға күрә Маршалл утрауҙарының дәүләт бюджетының күләме күп осраҡта сит ил финанс ярҙамы күләме менән билдәләнә[25].

Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа илдә, урындағы иҡтисадтың көсһөҙ яҡтары, тышҡы һәм башҡа факторҙарҙың кире йоғонтоһо һаҡланһа ла, сағыштырмаса иҡтисади тотороҡлоҡҡа өлгәшелде[26]. Маршалл Утрауҙарында эшлекле әүҙемлектең иң тотороҡло компоненттары булып дәүләт секторы һәм Кваджалейн атолындағы Рейган Һынау майҙансығының (АҠШ) финанс һәм иҡтисади килемдәре тора[26], ул шулай уҡ эре эш биреүсе булып тора (унда 1200 йылдан алып 1300-гә тиклем маршалл кешеһе эшләй[27]).

Һуңғы йылдарҙа шулай уҡ шәхси секторҙа ла ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелә, әммә илдәге үҫешкән эшһеҙлек проблемаһын хәл итеү өсөн уның етерлек үҫеше юҡ. Дәүләт һәм шәхси секторҙар тышҡы баҙарҙағы тирбәлеүгә айырыуса һиҙгер булып ҡала: мәҫәлән, 2001 йылдың 11 сентябрендә Америка Ҡушма Штаттарында террористик акттан һәм 2001—2004 йылдарҙағы Азиялағы ҡош киҙеүе эпидемияһынан һуң утрауҙарҙа туристар һаны ҡырҡа кәмей; иҡтисадта тулыһынса ситтән индерелгән яғыулыҡҡа хаҡтарҙың үҫеше лә кире йоғонто яһай[26].

Маршалл утрауҙары хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2007 йылда илдең ЭТП-һы яҡынса $149 млн тәшкил итә[28], ә йән башына ЭТП 2851 доллар тәшкил итә[28]. Утрауҙарҙың милли иҡтисади үҫеше бик тигеҙ түгел.

Маршалл утрауҙары иҡтисадының төп тармаҡтары булып хеҙмәтләндереү өлкәһе һәм ауыл хужалығы тора. Туризм — ил иҡтисадының динамик үҫешеүсе тармаҡтарының береһе.

2005 йыл баһаһы буйынса илдә инфляция кимәле 3 процент тәшкил итә[29].

Түбән һалымдар арҡаһында дәүләт оффшор зонаһы булып тора.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Инглиз телендә һылтанмалар

Урыҫ телендә һылтанмалар


🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары