Австралия
| |||||
«» | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 1 ғинуар 1901 (Бөйөк Британия иленән) | ||||
Рәсми телдәр | de facto инглиз теле | ||||
Баш ҡала | Канберра | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Сидней | ||||
Идара итеү формаһы | Конституцион монархия | ||||
Батшабикә Генерал-губернатор Премьер-министр | Елизавета II Майкл Джеффери Кевин Радд | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 6 урын 7 686 850 км² 1 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2007) • Тығыҙлыҡ | 52 урын 21 002 000 2,7 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2001) • Кеше башына | 16 урын 611 млрд. $ 29 893 $ | ||||
Валюта | Австралия доллары (AUD) | ||||
Интернет-домен | .au | ||||
Телефон коды | +61 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +8 ... +10 |
Австралия (ингл. Australia, латин. austrālis — «көньяҡ») рәсми формаһы — Австралия Берлеге йәки Австралия берләшмәһе[1] — Көньяҡ ярымшарҙағы дәүләт, шул уҡ исемле материкты, Тасмания утрауын һәм Һинд һәм Тымыҡ океандың башҡа бер нисә утрауын биләй[* 1]; ҙурлығы буйынса донъяла алтынсы дәүләт. Австралия Союзынан төньяҡҡа табан — Көнсығыш Тимор, Индонезия һәм Папуа — Яңы Гвинея, төньяҡ-көнсығышта — Вануату, Яңы Каледония һәм Соломон утрауҙары, көньяҡ-көнсығышта Яңы Зеландия урынлашҡан.
Төп Папуа — Яңы Гвинея утрауынан Австралия Союзының материк өлөшөн Торрес боғаҙы айыра, уның киңлеге 150 км самаһы тәшкил итә[3], ә Австралияның Боигу утрауынан Папуа — Яңы Гвинеяға тиклем ара яҡынса 5 километр тәшкил итә[4]. 2018 йылдың 31 декабренә ҡарата халыҡ һаны 25 180 200 кеше тип баһалана, уларҙың күпселеге көнсығыш яр буйындағы ҡалаларҙа йәшәй[5].
Австралия — донъяла иҡтисад күләме буйынса ун өсөнсө урында булған үҫешкән илдәрҙең береһе, йән башына ЭТП буйынса донъяла алтынсы урында тора. Австралияның хәрби сығымдары ҙурлығы буйынса донъяла ун икенсе урында тора. Кеше үҫеше индексы буйынса икенсе урында торған Австралия йәшәү сифаты, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, иҡтисади азатлыҡ, гражданлыҡ азатлығын һәм сәйәси хоҡуҡтарҙы яҡлау кеүек күп өлкәләрҙә юғары урын биләй[6]. Австралия G20, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, АТЭС, БМО, Милләттәр берләшмәһе, АНЗЮС, АУКУС һәм Тымыҡ океан утрауҙары форумы ағзаһы булып тора.
Атаманың килеп сығышы
Тарихы
Австралия европалылар менән бәйләнешкә тиклем (1606 йылға тиклем)
Австралия аборигендарының ата-бабалары Австралияла 40 — 60 мең йыл элек күренә башлай (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — яҡынса 70 мең йыл элек)[7][8]. Яңы Гвинея һәм Тасмания континент составына ингән мәлдә кешеләр Австралияға диңгеҙ юлы менән килә (уларҙы донъялағы иң иртә диңгеҙ сәйәхәтселәр тип әйтеп була)[9]. Кешеләр континентҡа 42 — 48 мең йыл элек күсенә башлай[10].
Кешенең иң боронғо һөйәктәре Яңы Көньяҡ Уэльс штатының көньяҡ-көнсығышындағы ҡороған күлдә — Мунго күлендә табыла[11]. Был ҡалдыҡтар Ерҙә табылған кремацияның иң боронғо өлгөләренең береһе булып тора һәм Австралия аборигендары араһында дини йолаларҙың бик замандарҙа уҡ булғанлығын күрһәтә[12].
Аборигендар сәнғәте донъяла иң боронғо сәнғәт традицияһы тип һанала[13]. Уның йәше 30 000 тип баһалана һәм уны бөтә Австралияла (атап әйткәндә, Улурула һәм Какаду милли паркында) осратырға мөмкин[14][15]. Йәше һәм һүрәттәренең күплеге буйынса Австралиялағы ҡая сәнғәте Европалағы Ласко һәм Альтамира мәмерйәләре менән сағыштырып була[16][17].
Беҙҙең эраға тиклем 10 — 12 мең йыл дауамында Тасмания ҡитғанан айырыла, һәм ҡайһы бер таш ҡоралдар тасман аборигендарына барып етә алмай (мәҫәлән, бумеранг ҡулланыу)[18]. Австралия тарихының боронғо осоронда көньяҡ-көнсығыш Австралияла йыш ҡына вулкандар урғылған[19]. Көньяҡ-көнсығыш Австралияла, Виктория штатындағы Кондах күлендә, аҙыҡ-түлек запасы күп булған ярым даими торамалар табыла[20]. Быуаттар дауамында макасарҙар Австралия аборигендары, атап әйткәндә, Арнем-Лендтың төньяҡ-көнсығышындағы йолнгу халҡы менән сауҙа итә.
Австралияның диңгеҙселәр тарафынан асылыуы (1606—1788)
Ҡайһы бер авторҙар европалыларҙың Австралияға XVI быуатта уҡ килеүен иҫбатларға тырыша. Кеннет Макинтайр һәм башҡа тарихсылар португалдар Австралияны XVI быуаттың 20-се йылдарында йәшерен рәүештә асты тип раҫлай[21]. Дьеп карталарында «Жав-Ля-Гранд» яҙыуы булыуын улар йыш ҡына «португал асышы» тип ҡабул итә. Шуға ҡарамаҫтан, Дьеп карталарында ул дәүерҙең фактик һәм теоретик географик белемдәренең тулы булмаған торошо сағыла[22]. Европа халҡының XVII быуатҡа тиклем килеү теориялары Австралияла һәм башҡа илдәрҙә күп ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуын дауам итһә лә, улар, ҡағиҙә булараҡ, бәхәсле һәм етерлек дәлилләнмәгән тип иҫәпләнә.
Австралия 1606 йылда асыла, ул саҡта Вилль Янсзон Дайфкен карабында Австралияның яр буйына төшә[23], уны Яңы Голландия тип атай һәм Нидерланд милке тип иғлан итә (голландтар тарафынан бер ҡасан да үҙләштерелмәй). Шул уҡ йылда Педро Фернандес Киростың испан экспедицияһы Яңы Гебридҡа төшә һәм уны көньяҡ континент тип иҫәпләп, Изге Рухтың Көньяҡ ере тип атай (исп. Austrialis del Espiritu Santo)[24][25]. Шул уҡ йылда Киростың урынбаҫары Луис Ваэс де Торрес Торрес боғаҙы аша йөҙөп сыға һәм Австралияның төньяҡ ярын да күреүе бар[26].
1642 йылда голланд Абель Тасман сәйәхәт барышында Ван-Димен ерен (һуңыраҡ Тасмания тип атала) һәм Яңы Зеландия ерҙәрен аса, шул рәүешле Австралияны өйрәнеүгә тос өлөш индерә. Австралияның көнсығыш яры эргәһенән Яңы Гвинеяның көньяҡ ярына 1644 йылда икенсе тапҡыр барғанда йөҙөп үтә. Яңы Гвинея һәм Австралия араһындағы Торрес боғаҙына инмәй һәм Австралия яры буйлап көнбайышҡа йөҙөүен дауам итә. Шулай итеп, уның арҡаһында карталарҙа Австралияның көнбайыш яры күрһәтелә[27][28].
XVII быуаттың 50-се йылдарына Голландия диңгеҙҙә йөҙөүселәре арҡаһында карталарҙа Австралия ярайһы уҡ асыҡ һүрәтләнә. Көнбайыш яр буйындағы Голландия тикшеренеүҙәренән тыш, Австралия Джеймс Куктың беренсе йөҙөүенә тиклем өйрәнелмәгән булып ҡала. Көньяҡ океанда ҡыуып сығарылған хөкөм ителеүселәр өсөн колония ойоштороу идеяһын иң тәүҙә Джон Калландер тәҡдим итә. Ул:
Был донъя беҙгә бөтөнләй яңы нәмәләр бирергә тейеш, сөнки әлегә тиклем уның тураһында икенсе планетала булғандай белемебеҙ шул тиклем аҙ[29].
Оригинал текст (инг.)This world must present us with many things entirely new, as hitherto we have had little more knowledge of it, than if it had lain in another planet
тип әйтә.
1769 йылда Индевор карабы менән командалыҡ иткән лейтенант Джеймс Кук Таитиға Венераның Ҡояш дискыһы аша үтеүен ҡарарға бара.
Кук шулай уҡ Адмиралтействоның Көньяҡ ҡитғаны эҙләү буйынса йәшерен инструкцияларын башҡара[30]:
Элекке диңгеҙҙә йөҙөүселәр сәйәхәт иткән юлдан көньяҡҡа табан континент йәки ярайһы ҙур ер табыласағын күҙ алдына килтерергә мөмкин[31].
Оригинал текст (инг.)There is reason to imagine that a continent, or land of great extent, may be found to the southward of the track of former navigators.
1770 йылдың 19 апрелендә Индевор карабы экипажы Австралияның көнсығыш ярын күрә һәм ун көндән һуң Ботани ҡултығына төшә. Кук көнсығыш ярҙарын тикшерә, һуңынан судноның натуралисты Джозеф Бэнкс менән бергә Ботани ҡултығындағы колонияға нигеҙ һалыу өсөн уңайлы урын барлығы тураһында хәбәр итә.
Британия колонияһы (1788—1901)
Австралия Союзы (1901 йылдан бөгөнгө көндәргә тиклем)
Физик-географик ҡылыҡһырлама
Географик урынлашыуы
Климаты
Яуым-төшөм
Геологик төҙөлөшө
Рельефы
Тәбиғәт ресурстары
Гидрология
Тере тәбиғәт
Экологик хәл, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге
Австралияның ҡоролошо
Австралия 6 штаттан (ингл. state), 3 материк һәм бер-нисә тышҡы биләмәләрҙән тора (ингл. territory).
Австралияның штаттары һәм биләмәләре
Ҡалып:Австралияның Ҡоролошо (Labelled Map) |
Штаттар
- Яңы Көньяҡ Уэльс (ингл. New South Wales, NSW) — Сидней (ингл. Sydney),
- Квинсленд (ингл. Queensland, QLD) — Брисбен (ингл. Brisbane),
- Көньяҡ Австралия (ингл. South Australia, SA) — Аделаида (ингл. Adelaide),
- Тасмания (ингл. Tasmania, TAS) — Хобарт (ингл. Hobart),
- Виктория (ингл. Victoria, VIC) — Мельбурн (ингл. Melbourne),
- Көнбайыш Австралия (ингл. Western Australia, WA) — Перт (ингл. Perth).
Материк биләмәләр
- Северная территория (ингл. Northern Territory, NT) — Дарвин (ингл. Darwin),
- Австралияның баш ҡала биләмәһе (ингл. Australian Capital Territory, ACT) — Канберра (ингл. Canberra),
- Джервис-Бей (ингл. Jervis Bay Territory), Австралияның көньяҡ-көнсығышында.
Тышҡы биләмәләр
- Кеше йәшәгәндәр
- Кеше йәшәмәгәндәр
- Ашмор һәм Картье утрауҙары (ингл. Ashmore and Cartier Islands),
- Коралл диңгеҙе утрауҙары (ингл. Coral Sea Islands Territory),
- Херд һәм Макдональд утрауҙары (ингл. Heard Island and McDonald Islands),
- Австралияның антарктика территоррияһы (ингл. Australian Antarctic Territory) (Антарктиданың 1/3 өлөшө).
Халҡы
Флаг | Штат (территория) исеме | ISO | Почта коды | Тип | Баш ҡала | Халыҡ, кеше (2011) | Майҙан, км² |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Ашмор и Картье | Тышҡы территория | 0 | 199 | ||||
Австралияның антарктика территоррияһы | Тышҡы территория | 1000 | 5 896 500 | ||||
Австралийская столичная территория | AU-ACT | ACT | Территория | Канберра | 370 700 | 2358 | |
Остров Рождества | CX | Внешняя территория | Флайинг-Фиш-Коув | 1402 | 135 | ||
Кокосовые острова | CC | Внешняя территория | Уэст-Айленд | 596 | 14 | ||
Территория островов Кораллового моря | Внешняя территория | 0 | 7 | ||||
Острова Херд и Макдоналд | HM | Внешняя территория | 0 | 372 | |||
Территория Джервис-Бей (1) | JBT | Территория | Джервис-Бей | 611 | 73 | ||
Новый Южный Уэльс | AU-NSW | NSW | Штат | Сидней | 7 247 700 | 800 642 | |
Остров Норфолк | NF | Внешняя территория | Кингстон | 2302 | 35 | ||
Северная территория | AU-NT | NT | Территория | Дарвин | 232 400 | 1 349 129 | |
Квинсленд | AU-QLD | QLD | Штат | Брисбен | 4 513 000 | 1 730 648 | |
Южная Австралия | AU-SA | SA | Штат | Аделаида | 1 645 000 | 983 482 | |
Тасмания | AU-TAS | TAS | Штат | Хобарт | 511 700 | 68 401 | |
Виктория | AU-VIC | VIC | Штат | Мельбурн | 5 574 500 | 227 416 | |
Западная Австралия | AU-WA | WA | Штат | Перт | 2 387 200 | 2 529 875 | |
(1) |
Административ-территориаль бүленеш
Дәүләт сәйәси ҡоролошо
Дәүләт-хоҡуҡ системаһы нигеҙҙәре
Башҡарма власть
Закондар сығарыу власы
Дәүләт символдары
Сәйәси партиялар
Тышҡы сәйәсәт
Көньяҡ Тимор
Иҡтисады
Хеҙмәт ресурстары
Ауыл хужалығы
Сәнәғәте
Транспорт
Мәғариф
Һаулыҡ һаҡлау
Ғүмер оҙонлоғо
Пенсия менән тәьмин ителеш
Мәҙәниәте
Телдәре
Архитектура
Сәнғәте
Традиция һәм йолалары
Дине
Байрамдары
Киң мәғлүмәт саралары
Спорт
Австралия йәйге Олимпия уйындарын 1956 йылда Мельбурнда һәм 2000 йылда Сиднейҙа ҡабул иә.
Ҡораллы көстәре
Австралия ҡораллы көстәре Австралия оборона көстәре (ADF) булараҡ билдәле. Австралия король хәрби-диңгеҙ флотынан, Австралия армияһынан һәм Король хәрби-һауа көстәренән тора.
Хәрби көстәрҙе комплектлау — контракт нигеҙендә ирекле, хеҙмәт итеү срогы контракт шарттары менән генә сикләнгән.
- Дөйөм һаны: 51,5 мең (регуляр состав) һәм 19,5 мең (резерв)
- Мобилизация ресурстары: 4,9 миллион кеше. (уларҙың 4,2 миллионы хәрби хеҙмәткә яраҡлы)
Австралия Ҡораллы Көстәренең бөтә төрҙәре лә тыныслыҡ урынлаштырыу операцияларында (әлеге ваҡытта — Көнсығыш Тимор һәм Соломон Утрауҙары), ҡотҡарыу операцияларында һәм хәрби конфликттарҙа (әлеге ваҡытта — Ираҡ һәм Афғанстан) әүҙем ҡатнаша.
Премьер-министр Ҡораллы Көстәрҙең төрҙәре менән командалыҡ итеүселәрҙән баш командующийҙы тәғәйенләй. Әлеге ваҡытта Австралияның Оборона көстәре менән авиация маршалы Ангус Хьюстон командалыҡ итә. 2005/2006 йылдарҙа хәрби сығымдар 17,5 миллиард Австралия доллары — эске тулайым продукттың 2 % тәшкил итә.
- Хәрби-диңгеҙ базалары:
- Хәрби-Һауа базалары:
Илдә Америка Ҡушма Штаттарының 16 хәрби объекты, шул иҫәптән радиоэлемтә үҙәге (Төньяҡ-Көнбайыш морон) һәм Вумер ракета полигоны бар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Австралийская мечта
Иҫкәрмәләр
- Комментарийҙар
- Сығанаҡтар
Әҙәбиәт
- Аничкин О. Н., Куракова Л. И., Фролова Л. Г. Австралия. — М.: Мысль, 1983. — 136 с. — (У карты мира). — 100 000 экз.
- Водовозов В. В. Австралия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Малаховский К. В. История Австралии / Отв. ред.: П. И. Пучков. — 2-е, дополненное. — М.: Наука, 1980. — 400 с.
- Малаховский К. В. История Австралийского Союза. — М.: Наука, 1971. — 372 с.
- Davison Graeme, Hirst Johnruen, Macintyre Stuartruen. The Oxford Companion to Australian History. Revised Edition (инг.). — South Melbourne: Oxford University Press, 2001. — 744 p. — (Oxford Companionsruen). — ISBN 9780195515039.
Һылтанмалар
Портал «Австралия» | |
Австралия Викиһүҙлектә | |
Австралия Викикитапханала | |
Австралия Викимилектә | |
Австралия Викияңылыҡтарҙа | |
Австралия Викигид |
- gov.au — Австралии рәсми сайты
- Викисклад: Атлас: Австралия
- Австралия Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |