Минерал

Минера́л (нем. Мineral, йәки франц. minéral, Ҡалып:Lang-latelat — руда[5]) — кристалл хәлендәге, йә иһә башта кристалл булған бер төрлө тәбиғи ҡаты есем[6][7]. Тау тоҡомдары (тау тоҡомон булдырыусы минералдар), руда, метеориттар минералдарҙан тора[7].

Минерал
Рәсем
Урынер аҫты[d][1]
Ҡайҙа өйрәнеләМинералогия
Тасуирлау биттәреmerriam-webster.com/dict…
macmillandictionary.com/…
serc.carleton.edu/integr…
oxfordlearnersdictionaries.com/…
Модель элементызолото[d][1], Алмас[1], кварц[d][2][3], галит[d][4] һәм кальцит[d][4]
Вики-проектВикипедия:Проект:Минералогия[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр25 555
Ҡапма-ҡаршыһыне-минерал[d]
 Минерал Викимилектә
Минералы

«Минерал» төшөнсәһен уның төрлө төрҙәренә,вағыраҡ төрҙәренә, индивидтарына ҡарата ҡулланалар [8]. Минерал минерал төрө булараҡ — билдәле химик составы һәм кристалл структураһы булған тәбиғи химик берләшмә. Структураһы буйынса тап килгән хәлдә химик составы буйынса айырма ҙур булмаһа ла, төҫө, морфологик йәки башҡа айырымлыҡтары буйынса вағыраҡ төрҙәргә бүлеп йөрөтәләр, мәҫәлән, тау гәлсәре (хрусталь), аметист, цитрин, халцедон — кварцтың бер төрө. Минераль индивидтар — араларын айырып торған башҡа бүлеүселәр булған минераль есемдәр, мәҫәлән, кристалдар, бөртөктәр[7].

Минералдарҙы минералогия фәне өйрәнә. Минералдар барлыҡҡа килеүен генетик минералогия, минерал төрҙәрен минералдар филогенияһы өйрәнә.

1950-сы йылдарҙан башлап, яңы минерал асыу фактын, уның исемен Халыҡ-ара минералогия ассоциацияһының (ММА) Яңы минералдар һәм минерал исемдәре буйынса комиссия ҡарай[9].

Хәҙерге ваҡытта 6000 -дән артыҡ минерал билдәле, тик 100—150 минерал ғына киң таралған. Минералдар тип ҡайһы бер атмосфера шарттарында шыйыҡса хәлендәге тәбиғи матдәләр иҫәпләнә (мәҫәлән, саф терегөмөш, ул түбәнерәк температурала ғына кристалға әйләнә).

Һыуҙы минерал тип иҫәпләмәйҙәр, ул минерал — боҙҙоң ирегән хәле тип иҫәпләнә. Ҡайһы бер минералдар аморф хәлдә була һәм уларҙың кристалл структурыһы булмай. Был бигерәк тә метамикт минералдарға ҡағыла. Улар тыштан кристалл формаһында, тик үҙ составтарында булған радиоактив элементтар уран, торий һәм башҡаларҙың радиоактив нурланышы арҡаһында кристаллик рәшәткәләре боҙолоу сәбәпле аморф, быяла хәлендә. Кристалл, аморф минералдарҙы — метаколлоидтар (мәҫәлән, опал, лешательерит һәм башҡа) һәм метамикт минералдарҙы (тышҡы формаһы кристалл, тик аморф, быяла хәлендә) айыралар.

Минералдарҙың физик сифаттары

Галенит, PbS имеет высокий показатель удельной плотности

Минералдарҙың физик сифаттары уларҙың кристаллик структуралары һәм химик составына бәйле. Минералдарҙың физик сифатының скаляр һәм вектор берәмектәрен айыралар, уларҙың дәүмәле кристаллографик йүнәлешкә бәйле.

Скаляр сифат — тығыҙлыҡ (плотность), вектор — ҡатылыҡ (твёрдость), кристаллооптик сифаттар һәм башҡалар.

Физик сифаттар: механик, оптик, люминесцент, магнит, электрик, термик сифаттар, радиоактивлыҡ[7].

Кристалдар габитусы ябай лупа менән ҡарағанда билдәләнә. Кристалдарҙың тышҡы формаһы, төҫө, ялтырауы, йәбешкәнме, йәбешмәгәнме, ҡатылығы, ваҡлануы, һыныуы әһәмиәткә эйә[10].

Ҡайһы бер кристалдарҙа яҡшы сүкелеүе, һығылмалығы (һынып бармауы) һәм тығыҙлығы иҫәпкә алына.

  • Ҡатылыҡ. Моос шкалаһы буйынса билдәләнә. Был шкала буйынса иң ҡаты эталон минерал — алмаз (10 Моос шкалаһы буйынса, 1600 — абсолют ҡатылығы), иң йомшағы — тальк (1 Моос шкалаһында, 1 — абсолют ҡатылығы, тырнаҡ эҙҙәре ҡала)
  • Бүлкәтләнеүе— минерал ҡайһылыр кристалл йүнәлешендә бүлгәләнә.
  • Борғосланыуы — минералдың бүлкәттәргә бүленмәгән урынында борғосланыуы.
  • Өҫтөнә ултырыу — ҡайһы бер минералдар өҫтөндә окисләнеү арҡаһында барлыҡҡа килгән ултырма.
  • Таралып тороу — механик рәүештә ватҡанда таралып китеүе. Быны ҡатылыҡ менән бутамаҫҡа- алмаз ҡаты, тик һуҡҡанда ваҡ киҫәтәргә ватыла.
  • Тығыҙлыҡ — матдәнең күләме берәмеге массаһы г/см3. Элекке исеме — удельный вес; иҫке дәреслектәрҙә әле лә осрай. Йыш осрай торған минералдар араһында иң юғары сағыштырма тығыҙлыҡ оксидтар һәм сульфидтарҙа, сөнки улар юғары атом массаһы булған матдәләрҙән тора. Иң юғары сағыштырма тығыҙлыҡ саф металдарҙа һәм интерметаллидтарҙа. Камаситтың (никелистое метеоритное железо) сағыштырма тығыҙлығы — 7.9[11], саф алтындың сағыштырма тығыҙлығы — 19.3 г/см3.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары