Миңнуллин Туфан Ғабдулла улы

совет һәм рәсәй драматургы, прозаик, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре

Миңнуллин Туфан Ғабдулла улы (татар. Туфа́н Габдулла́ улы Миңну́ллин; 25 август 1935 йыл — 2 май 2012 йыл) — СССР һәм Рәсәй драматургы, прозаик, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2005), РСФСР‑ҙың (1984), Татар АССР-ының (1978), Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Татарстан фәндәр академияһы академигы (2007), М. Йәлил исемендәге (1974), РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге Дәүләт (1979), Татарстан АССР-ының Ғ.Туҡай исемендәге Дәүләт (1979) премиялары лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1974), Татарстан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн (2005) ордендары кавалеры, Ҡазан ҡалаһының почётлы гражданы.

Миңнуллин Туфан Ғабдулла улы
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө25 август 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыныБольшое Мереткозино[d]
Вафат булған көнө2 май 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыныҠазан, Рәсәй
Ерләнгән урыныЯңы биҫтә зыяраты (Ҡазан)[d]
Хәләл ефетеИхсанова, Нажиба Гимаевна[d]
Әһәмиәтле кешеАйгуль Миннуллина[d]
Яҙма әҫәрҙәр телетатар теле һәм урыҫ теле
Һөнәр төрөсценарий яҙыусы, яҙыусы, сәйәсмән, драматург, публицист
Эшмәкәрлек төрөәҙәбиәт[1], драма[d][1] һәм публицистика[d][1]
Уҡыу йортоМ. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы
Әүҙемлек урыныТатарстан Республикаһы[1]
Сәнғәт йүнәлешесоциалистик реализм[d]
Ойошма ағзаһыСССР Яҙыусылар союзы
Жанртеатр пьесаһы[d], шиғыр[d] һәм хикәйә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайтtufanminnullin.com
 Миңнуллин Туфан Ғабдулла улы Викимилектә

Биографияһы

Туфан Ғабдулла улы Миңнуллин 1935 йылдың 25 авгусында хәҙерге Татарстан Республикаһы Кама Тамағы районының Оло Мереткозин ауылында тыуған.

1952 йылда урта мәктәпте тамамлай.

19561961 йылдарҙа — Мәскәүҙә М. С. Щепкин исемендәге Театр училищеһында уҡый.

19611964 йылдарҙа Минзәлә академия театрында актёр булып эшләй, бер үк ваҡытта драматургия менән шөғөлләнеүен дауам итә.

1962 йылда Минзәлә академия театрында уның «Беҙҙең ауыл кешеләре» комедияһы ҡуйыуға ҡабул ителгән. Шул уҡ йылда Ғ. Камал исемендәге Татар Дәүләт Академия театрында уның «Азат» (Ирекле) пьеса-әкиәте ҡуйыла.

19641967 йылдарҙа — Ҡазан телестудияһында, мөхәррир булып эшләй, бер үк ваҡытта «Чаян» (Скорпион) журналында әҙәби хеҙмәткәр бурысын үтәй.

1968 йылдан профессиональ нигеҙә әҙәби ижад менән шөғөлләнә.

19751977 йылдарҙа — Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарында уҡый.19841989 йылдарҙа — ТАССР Яҙыусылар союзының идара рәйесе.

СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991), СССР Юғары Советы ағзаһы.

2012 йылдың 2 майында Ҡазанда республика клиник дауаханаһында йөрәк өйәнәгенән вафат була[2]. Ҡазандың Яңы Татар зыяратында ерләнгән.

Ҡатыны — Нәжибә Ихсанова (1938 йылғы), Ғ. Камал исемендәге театр актёры, ҡыҙы — Әлфиә Миңнуллина — журналист.

Ижады

Театр йәмәғәтселегендә киң танылыу алған пьесалары: «Беҙҙең ауыл кешеләре» (1961 йылда ҡуйылған), «Беҙ һайлаған яҙмыштар» (1972); «Беҙ китәбеҙ, һеҙ ҡалаһығыҙ» (1986); «Хушығыҙ» (1993); Емельян Пугачёвтың көрәштәше Бәхтийәр тураһында «Бәхтийәр Ҡанкаев» (1974) тарихи драмаһы; «Диләфрүзгә дүрт кейәү», «Әлдермештән Әлмәндәр», «Илгизәр + Вера», «Йөрәккәйем» комедиялары; «Ай булмаһа, йондоҙ бар», «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» драмалары һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • М. Йәлил исемендәге премия лауреаты (1974)
  • РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы (1979) — Ғ. Камал исемендәге Татар Дәүләт Академия театрында ҡуйылған «Әлдермештән Әлмәндәр» («Белая ворона») пьесаһы өсөн
  • Ғабдулла Туҡай исемендәге премия (1979)
  • Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2005)
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Хәтер

  • Ҡазандың Вахитов районындағы урам уның исемен йөрөтә;
  • Ҡазанда 12‑се татар гимназияһында хәтер залы асылған, бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған;
  • Түбән Кама дәүләт драма театрына Миңнуллин исеме бирелгән.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат