Мордва Республикаһы

Мордо́вия, Мордва Республикаһы[2] (моҡш., әрҙ. Мордовия Республикась) — Рәсәй Федерацияһы составындағы республика[3].

Рәсәй Федерацияһы субъекты

Мордовия
башҡ. Мордва Респу́бликаһы
Мордовия Республикась

Флаг МордовииГерб Мордовии
Мордовия ФлагыМордовия Гербы

Мордовия картаһы

Башҡала

Саранск

Майҙаны

68-се

- Барлығы
- һыу өҫтө %

26 200 км²
0,1

Халҡы

62-се

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

826 624 (2010)

31,6 кеше/км²

Федераль округ

Волга буйы федераль округы

Иҡтисади район

Урал

Дәүләт теле

урыҫ,моҡшо,әрҙә

Хөкүмәт башлығы

Николай Меркушкин

Гимн

«Мордовия Республикаһы Гимны»
(Шумбрат, Мордовия!)

РФ субъекты коды

13, 113

ISO 3166-2 коды

RU

Сәғәт бүлкәте

MSD[d], Европа/Москва[d][1] һәм UTC+3:00[d]

Бүләктәре:

Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены
(аудио)
(аудио)
Мордва Республикаһы гимны
noicon
Помощь по воспроизведению

Рәсәйҙең Европа өлөшөндә урынлашҡан, Волга буйы федераль округына ҡарай. РСФСР составындағы автономиялы өлкә булараҡ 1930 йылдың 10 ғинуарында ойошторолған. Баш ҡалаһы — Саранск.

Юғары вазифалы кешеһе — республика башлығы.

География

Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Уның көнбайыш өлөшө Ока-Дон тигеҙлегендә, үҙәк һәм көнсығыш өлөшө Волга буйы ҡалҡыулығында урынлашҡан. Түбәнге Новгород, Ульяновск, Пенза, Рязань өлкәләре һәм Сыуашстан менән сиктәш.

Республиканың майҙаны — 26,1 мең км², иң бейек нөктәһе — 324 м.

Мордовияла 114 йылға бар. Иң ҙурҙары: Исса ҡушылдығы менән Моҡша йылғаһы, Сивинь, Сатис, Вад һәм Алатырь, Инсар, Руднф ҡушылдыҡтары менән Сура йылғаһы.Мордовияла 500-ләп күл бар. Иң ҙурҙары Инерка, Татарка.

Климат

Климаты урта-континенталь, ғинуарҙа уртаса һауа температураһы −11 °C, июльдә +19 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм ≈450-500 мм.

Тарих

1919 йылда апрель—авгусында Саранскиҙа Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты һәм АСБР Хәрби комиссариаты эвакуацияла була; 1‑се, 2‑се Башҡорт кавалерия һәм 1‑се, 2‑се Башҡорт уҡсылар полктары ойошторола.

1928 йылдың 16 июлендә — Мордва округы (Урта Волга крайында) булараҡ ойошторолған;

1930 йылдың 10 ғинуарында — Мордва автоном өлкәһе;

1934 йылдың 20 декабрендә — Мордва Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы;

1991 йылдан — Мордва Совет Социалистик Республикаһы;

1993 йылдан — Мордва Республикаһы.

1998 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Мордва республикаһы араһында сауҙа‑иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Ике республика араһында сауҙа әйләнеше 2007 йылда 854 млн һум тәшкил итә. Башҡортостан предприятиелары — «Мордовцемент» «Саранск‑кабель» йәмғиәттәре, Саранскиҙағы приборҙар эшләү завод һәм механика заводтары, Мордва ижтимағи берекмәләре һәм Мордва милли‑мәҙәни автономияһы менән хеҙмәттәшлек итә. Башҡортостанда «Умарина» дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле, Мордва Республикаһының «Келу» дәүләт ансамбле һәм Мордва дәүләт филармонияһы гастролдә булды.

Халыҡ

Мордовия этник картаһы

Халыҡ — 834,8 мең кеше, шул иҫәптән 120 башҡорт (2010). Халҡының тығыҙлығы — 31,6 кеше/км². Халыҡтың 58,9 % ҡалала йәшәй. Милли составы (%): мордвалар — 40, урыҫтар — 53,1. Дәүләт телдәре — мокша, эрзя һәм урыҫ телдәре.

Милли составы

Халыҡ1939[4]1959[5]1970[6]1979[7]1989[8]2002[9]2010[10]
Урыҫтар719 117 (60,5 %)590 557 (59,0 %)606 817 (58,9 %)591 212 (59,7 %)586 147 (60,8 %)540 717 (60,8 %)443 737 (53,4 %)
Мордвалар (Мокша+Эрзя)405 031 (34,1 %)357 978 (35,8 %)364 689 (35,4 %)338 898 (34,2 %)313 420 (32,5 %)283 861 (31,9 %)333 112 (40,0 %)
Татарҙар47 386 (4,0 %)38 636 (3,9 %)44 954 (4,4 %)45 765 (4,6 %)47 328 (4,9 %)46 261 (5,2 %)43 392 (5,2 %)
Башҡорттар------120

Административ-территориаль бүленеше

Мордовия Республикаһы составында 7 ҡала һәм 22 муниципаль район иҫәпләнә.

Муниципаль райондар

Мордовияның административ бүленеше
Муниципаль
ойоштороу
Административ
үҙәге
Халыҡ һаныМайдан
1Ардатов районыАрдатов283501192,5
2Атюрьево районыАтюрьево9933826,1
3Әтәш районыӘтәш194761 095,8
4Оло Березники районыОло Березники13572957,7
5Оло Игнат районыОло Игнат8439834,2
6Дубёнки районыДубёнки13684896,9
7Ельники районыЕльники119171056
8Зубова Поляна районыЗубова Поляна605322710
9Инсар районыИнсар13707968,6
10Ичалки районыКемля207931265
11Кадошкино районыКадошкино7706618,6
12Ковылкино районыКовылкино480002015,7
13Кочкурово районыКочкурово10640816,46
14Краснослободск районыКраснослободск265211379,4
15Ләмбрә районыЛәмбрә32883852
16Рузай районыРузай665371089,5
17Ромоданово районыРомоданово20347820,8
18Иҫке Шайгово районыИҫке Шайгово136041419,4
19Темников районыТемников173971936,8
20Теньгушево районыТеньгушево12494845,94
21Тәрби районыТәрби211841128,92
22Чамзинка районыЧамзинка317241009,5

Торама пункттар

Мордовиянең эре орама пункттар


Саранск

Саранск

ҠалаХалыҡ һаныҠалаХалыҡ һаны


Темников

1Саранск297 42511Инсар8 687
2Рузай47 52912Луховка8 638
3Ковылкино21 34713Ләмбрә8 457
4Комсомольский13 51314Явас7 917
5Зубова Поляна10 31015Темников7 247
6Краснослободск10 15116Олы Березники6 393
7Чамзинка9 46517Әтәш6 246
8Ромоданово9 41018Ельники5 905
9Ардатов9 40019Ялга5 672
10Тәрби9 37020Тургенево5 260
2010 йылдың халыҡ иҫәбен алыу

Бүләктәре

Әҙәбиәт

  • Мурзабулатов М. В. Мордовское население Башкортостана: исследования и материалы. Уфа, 1995.

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары