Мәләүез (станция)

МәләүезКуйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенә ҡараған тимер юл станцияһы. Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан. 1948 йылда Аллағыуат-Төйләгән юлы төҙөлөшө ваҡытында асылған.

Мәләүез
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмекМәләүез
ХужаһыКуйбышев тимер юлы
Рәсми асылыу датаһы1951
Киләһе туҡталыш219 км[d] һәм Каран[d]
Тимер юл һыҙатыКарламан — Мурапталово[d]
Код станции653200
Карта

Урыны һәм инфраструктураһы

Өфө- Ырымбур тимер юлын төҙөүҙе Бөйөк Ватан һуғышына тиклем планлаштыралар, ләкин төҙөлөш һуғыштан һуң ғына башлана. 1948 йылда Аллағыуат- Төйлөгән тимер юл тармағы төҙөлөшө ваҡытында тимер юл Мәләүез аша үтә.

Тимер юл станцияһы Мәләүез ҡалаһының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Унда автотранспорт менән барып була. Станцияға тиклем йәмәғәт транспорты йөрөй. Мәләүез тимер юл вокзалы адресы: Вокзал урамы,1.

Станциянан 2,0 км тирәһе көнбайыштараҡ Өфө - Ырымбур федераль юлы үтә.

Вокзал бинаһы ҙур түгел, 07:30 (МСК) алып 18 сәғәт 30 минутҡа тиклем касса эшләй. Станцияла Күмертау- Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ-Күмертау ҡала яны поездары туҡтай. Алыҫ араға йөрөгән Өфө-Ташкент поезы үтә.

Яңы поезд йөрөй башлаясаҡ

2021 йылдың 2 апреленән Башҡортостанда яңы «Орлан» ҡала яны поезы йөрөй башлаясаҡ. Ул Өфө – Стәрлетамаҡ – Салауат – Мәләүез– Күмертау маршруты буйынса ике вагонлы РА-З «Орлан» инновацион рельс автобусы йөрөйәсәк.

Транспортты тикшереү ваҡытында был араны үтеү ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡара һәм 3 сәғәт 50 минут тәшкил итә.

Был проектты торомшҡа ашырыу буйынса эштәр 2020 йылдың декабренән башланған.

Тимер юлсылар юлдағы ваҡытты 3сәғәт 20 минутҡа тиклем ҡыҫҡартырға ниәтләй[1].

Станцияла үтәлгән коммерция операциялары

Станцияларҙың асыҡ майҙансыҡтарында һаҡларға рөхсәт ителгән йөктәрҙе вагондар менән ҡабул итеү һәм тапшырыу;

станция яны юлдарында һәм дөйөм файҙаланыуға тәғәйенләнмәгән урындарҙа йөктәрҙе ҡабул итеү (вагондар менән, ваҡлап, вагондарға тултырып тейәп);

юлдарҙа 3,3 (5) һәм 5 (6) т брутто ауырлыҡтағы универсаль контейнерҙарҙа килгән юлдарҙа йөктәр ҡабул итеү һәм тапшырыу;

бөтә пассажир поездарына ла билет һатыу.

Багажды ҡабул итеү һәм кире биреү.

Тарихтан

«Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы» («Мелеузовский завод ЖБК») транспорт юлдары өсөн кәрәкле әйберҙәр сығарыу буйынса махсуслашҡан. Ул тимер юлдарын электрификациялау өсөн контакт селтәре һәм автоблоклау бағаналары эшләү буйынса илдә тәүге өс предприятие иҫәбендә йөрөй.

Завод тарихы 1955 йылда башлана, тап шул йылда буласаҡ завод урынына эшселәр килә. Завод юҡҡа ғына был бәләкәй генә эшселәр ҡасабаһында төҙөлмәгән. 1948 йылда Мәләүез аша тимер юл үтә. Берҙән был илдең башҡа өлкәләре менән бәйләнеш булдыра. Икенсенән геологтар был төбәктә инерт материалдар запасының күп булыуын ышаныслы итеп дәлилләй ала. Аллағыуат-Төйлөгән юлын төҙөү барышында төҙөлөш материалдары, айырыуса балласт күп кәрәк була. Шуға күрә тимер юл барышында уҡ Мәләүез янындағы карьерға табан тимер юл тармағы һуҙыла, бынан кәрәкле төҙөлөш материалдары тимер юл төҙөлөшөндә күпләп ҡулланыла[2].

Алыҫ араға йөрөгән поездар

Өфө — Ташкент;

Ҡала яны поездары

Стәрлетамаҡ — Күмертау ;

Яҡындағы транспорт узелдары

Мәләүез автовокзалы ~ 0 км

Ҡаран тимер юл станцияһы ~ 4 км

Рассвет автобус туҡталышы ~ 4 км

Самойловка автобус туҡталышы ~ 4 км

Миньковка автобус туҡталышы~ 5 км

Самойловка баҡсалар автобус туҡталышы ~ 5 км

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Мелеуз-вокзалМәләүез вокзалындағы табло

Салауат — Мораптал — Төйлөгән
нет   Стәрлетамаҡ 
177,9Салауат
Космонавтар бульвары
Т
Р240 ӨфөЫрымбур
183,2184 км
р. Барсы
190,8Ергән
194,0194 км
Р240 ӨфөЫрымбур
199,6199 км (Ратат)
210,0Прибельский
р. Мәкәтәүле
218,8219 км
222,9Мәләүез
Мәләүез — Фёдоровка
р. Мәләүез
228,2Ҡаран
Р240 ӨфөЫрымбур
237 км
240 км
р. Ҡарағай
244,6Ҡарағай
252,9Күмертау
БАССР-ҙың 60 йыллығы урамы
Пушкин урамы
264,2264 км
р. Оло Юшатыр
ЕрмолаевоМаячный
Ермолаево
р. Оло Юшатыр
УфаОренбург
272,7Башҡорт Отрадаһы
р. Ҡуяныш
278,0278 км
290,0290 км
р. Туғыҙтимер
294,2Мораптал
р. Кесе Юшатыр
нет  На Һаҡмар  
Ҡалып:BSkm
306,0306 км
р. Кесе Юшатыр
313,0313 км
318,2Владимиров
326,5Төйлөгән
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары