Мәләүез

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы ҡала

МәләүезБашҡортостан Республикаһы Мәләүез районының үҙәге, республика әһәмиәтендәге ҡала, Мәләүез йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 61 390 кеше[3], 2018 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 58 004 кеше булған. Почта индексы — 452530, ОКАТО коды — 80 223 822 001.

Мәләүез
Мәләүез
Герб
Нигеҙләү датаһыXVIII быуат
Рәсем
Рәсми атамаһыМәләүез
Рәсми телбашҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт Рәсәй
Административ үҙәгеМәләүез ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1] һәм Мәләүез районы
Административ-территориаль берәмекМәләүез районы, Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Стәрлетамаҡ кантоны
Сәғәт бүлкәтеUTC+05:00[d]
Халыҡ һаны58 004 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек170 метр
Майҙан32 км²
Почта индексы453850
Рәсми сайтadmmeleuz.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты1753
Урындағы телефон коды34764
Карта
 Мәләүез Викимилектә

Тарихы

Ул XVIII быуаттың 70-се йылдарында Ырымбур трактында уңайлы сауҙа үҙәге булараҡ барлыҡҡа килгән, 1938 йылдан алып — эшселәр ҡасабаһы, 1958 йылдан — ҡала.

Никах һарайы
Мәсет

Билдәле шәхестәре

Иҡтисады

Мәләүез — республиканың мөһим транспорт үҙәге, бында Өфө—Ырымбур автомобиль һәм тимер юлы, район-ара автомобиль юлдары үтә.Бында химия, аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт һ.б. тармаҡтар үҫешкән.

Ҡалалағы төп предприятиелар:

  • Мәләүез минераль ашламалар производство берекмәһе
  • Шәкәр заводы
  • Һөт консервалау завода
  • Ит комбинаттары
  • Спорт аяҡ кейемдәре эксперименталь комбинаты
  • Ағас эшкәртеү предприятиеһы
  • Кирбес заводы
  • Тимер-бетон конструкциялар заводы
  • Элеватор

Мәғарифы һәм мәҙәниәте

Мәләүездә тиҫтәнән ашыу дөйөм белем биреү мәктәптәре (шулар араһында Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы), музыка, художество һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, механика-технология техникумы, һөнәри белем биреү училищелары бар.

Бында тыуған яҡты өйрәнеү музейы, китапханалар, клубтар, дауаханалар эшләй.

Ҡала халҡы тиҫтәләгән спорт комплекстарына ла ихлас йөрөй. Ат спорты буйынса «Толпар» һәм «Уҡсылар» спорт комплекстары йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә йәлеп итә.Мәләүездең үҙәк урамында, Мәләүез йылғаһы ярында урынлашҡан район һәм ҡала мәҙәниәт һарайы социаль әһәмиәте, үҙенсәлекле архитектураһы, зауыҡ менән биҙәлеше йәһәтенән башҡаларҙан айырылып тора. Район һәм ҡаланың никах теркәү йорто ла ошонда урынлашҡан.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар53120249582816247,0%53,0%
2002 йыл 9 октябрь62949301043284547,8%52,2%
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары