Мөлкәт

Мөлкәт (рус. Мулькатово) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 207 кеше булған[2].ОКАТО коды — 80223804005.

Ауыл
Мулькатово
башҡ. Мөлкәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан районы

Ауыл биләмәһе

Арый ауыл Советы

Координаталар

55°36′09″ с. ш. 58°12′08″ в. д.HGЯO

Халҡы

207[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452539

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 223 804 005

ОКТМО коды

80 623 404 121

Мулькатово (Рәсәй)
Мулькатово
Мулькатово
Мөлкәт (Башҡортостан Республикаһы)
Мулькатово

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 16 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Арый): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 87 км

Мөлкәт ауылы Әй йылғаһы бассейнына ҡараған Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан 16 километр төньяҡҡа табан һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 87 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].


Тарихы

Мөлкәт ауылына Троицк өйәҙе Һарт улусы башҡорттары XVIII быуат аҙағында үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған. Уның улдары Әбдүш һәм Вәлит Мөлкәтовтар тураһында мәғлүмәт бар.

1795 йылда 19 йортта 108 кеше, 1816 йылда — 11 йортта 78, 1834 йылда — 24 йортта 122 еше йәшәгән.

XIX быуат башынан Мөлкәт ауылына йәнәшә Ғәбделжәлил ауылы барлыҡҡа килгән.

1816 йылда ауылда башлап төпләнеүсенең улдары: 52 йәшлек Әбдүш һәм уның улдары Ишҡужа, Ишбулды, 37 йәшлек Вәлит һәм 36 йәшлек Хәлит Мөлкәтов теркәлгән. Икенсе ауылға нигеҙ һалыусы Ғәбделжәлил тураһында мәғлүмәт билдәһеҙ. Уның улы Шәфей Ғәбделжәлилов (1749—1817), улының улы йәғни, ейәне — Һатымай, Һатымайҙың улы — Аҙналы булған.

1842 йылда Мөлкәттә 108 кешегә 50 сирек ужым, 243 сирек яҙғы бойҙай һәм 8 сирек картуф сәселгән. Ғәбделжәлил ауылында йәшәгән 72 кешегә 25 сирек ужым, 160 сирек яҙғы иген һәм 2 сирек бәрәңге сәселгән[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1784Һарт улусыТроицк өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
1816-се йорт4-се Загорный Башҡорт кантоныТроицк өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1834-се йорт-се Башҡорт кантоныТроицк өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1847-се йорт-се Башҡорт кантоныӨфө өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1859-се йорт-се Башҡорт кантоныӨфө өйәҙе Ырымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Мырҙалар улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920Үрге Ҡыйғы биләмәһеДыуан-Ҡошсо кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926улусыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы СССР
1935Мәсәғүт ауыл СоветыДыуан районыБашҡорт АССР-ы СССР
1941Мәсәғүт ауыл СоветыДыуан районыБашҡорт АССР-ы СССР
1990Мәсәғүт ауыл СоветыДыуан районыБашҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы
2008Мәсәғүт ауыл СоветыДыуан районыБашҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

1859 йылда Мөлкәттә — 10 йортта 128 кеше йәшәгән, ә Ғәбделжәлилдә шундай уҡ 10 йортта 49 кеше теркәлгән. Һәм XIX быуат аҙағында ике ауыл бергә ҡушыла.

1865 йылда 24 йортта 109 кеше, 1870 йылда ла — 24 йортта 109 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр[5][6][7].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

1920 йылда Мөлкәт ауылындағы 43 йортта 196 кеше йәшәгән[8].

Халыҡ һаны

Мөлкәт ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август196
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар86
1959 йыл 15 ғинуар163
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар209
2002 йыл 9 октябрь212
2010 йыл 14 октябрь20710010748,351,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)[10]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

  • Әнйәк

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡылар:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)  (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 112—113 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары