Нарендра Моди

Наре́ндра Дамодарда́с Мо́ди (ингл. Narendra Damodardas Modi, гудж. નરેંદ્ર દામોદરદાસ મોદી, һинд नरेन्द्र दामोदरदास मोदी; 17 сентябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[3][4][5] (73 йәш), Ваднагар[d], Бомбей[d][6]) — Һиндостандың сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре, 2014 йылдың 26 майынан Һиндостан премьер-министры, Бхаратия джаната партияһы лидеры. 2001-2014 йылдарҙа — Гуджарат штатының баш министры.

Нарендра Моди
гудж. નરેન્દ્ર મોદી
һинд नरेन्द्र मोदी
Рәсем
Ҡултамға
Затир-ат[1]
Гражданлыҡ Һиндостан[2][1]
Тыуған ваҡыттағы исемеLua хатаһы: expandTemplate: template "lang-awa" does not exist.
ҠушаматNaMo
Ҡыҫҡаса атамаһыModi
ХФА-лағы транскрицияһыnarendr daamodaradaas modee, Narēndra dāmōdardās mōḍī һәм Narēndra dāmōdaradāsa mōdī
Тыуған көнө17 сентябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[3][4][5] (73 йәш)
Тыуған урыныВаднагар[d], Мехсана[d], Бомбей[d], Һиндостан[6]
АтаһыDamodardas Mulchand Modi[d]
ӘсәһеHeeraben Modi[d]
Хәләл ефетеJashodaben Narendrabhai Modi[d][7]
Туған телГуджарат теле
Яҙма әҫәрҙәр телеинглизсә, Һинд теле[8], Гуджарат теле[9] һәм Санскрит[10]
Һөнәр төрөсәйәсмән, яҙыусы, социальный работник, библиограф
Эшмәкәрлек төрөкультура Индии[d], социальные изменения[d], Сәйәсәт[11], культура Гуджарата[d] һәм фәлсәфә
Биләгән вазифаһыпремьер-министр Индии[d][12]
Уҡыу йортоГуджаратский университет[d][13][14]
Делийский университет[d][15]
Строка принадлежностиOffice of the Prime Minister of India[16]
Сәйәси фирҡә ағзаһыБхаратия джаната парти[d][1]
Участвовал в выборах2014 Indian general election in Vadodara Lok Sabha constituency[d][1], 2014 Indian general election in Varanasi Lok Sabha constituency[d][1], 2002 Gujarat Legislative Assembly election[d], 2007 Gujarat Legislative Assembly election[d], 2012 Gujarat Legislative Assembly election[d], Парламентские выборы в Индии[d][17][18], Парламентские выборы в Индии[d], парламентские выборы в Индии[d] һәм 2019 Indian general election in Varanasi Lok Sabha constituency[d]
Күҙ төҫөчёрный[d]
Сәс төҫөПоседение волос[d]
Масса75 килограмм[19]
Ҡан төркөмөА (II)[d][20]
Рабочая рукаправорукость[d][21]
ҠатнашыусыСаммит ШОС 2017[d], Саммит ШОС 2018[d], VIII саммит БРИКС[d], IX саммит БРИКС[d], БРИКС-тың VII осрашыуы, VI саммит БРИКС[d], X саммит БРИКС[d], 11th BRICS summit[d], 12th BRICS summit[d], Саммит ШОС 2016[d], Саммит ШОС (2015)[d], World Economic Forum Annual Meeting 2018[d][16] һәм World Economic Forum Annual Meeting 2022[d][22]
Сәнғәт йүнәлешеRam Rath Yatra[d][23]
Ойошма ағзаһыБхаратия джаната парти[d][24], Раштрия сваямсевак сангх[d] һәм Национальный кадетский корпус Республики Индия[d][25]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы1,78 метр
Рәсми сайтnarendramodi.in
Һештегnarendramodi[26], modi[27], PM_NarendraModi һәм NaMo
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Библиографияbibliography of Narendra Modi[d]
Оценка финансового состояния391 937 $[28]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр86 431 138 һәм 20 700 000 ± 99 999[29]
Предпочитаемое местоимениеОшибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности..
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбыNarendra Modi
 Нарендра Моди Викимилектә

Биографияһы

Йәш сағы

Нарендра Дамодардас Моди 1950 йылдың 17 сентябрендә Ваднагар ҡалаһында тыуған[30]. Ул Дамодардас Мулчанд Моди (яҡынса 1915—1989) һәм уның ҡатыны Хирабен (1923—2022) ғаиләһендә алты баланың өсөнсөһө була[31][32]. Иртә йәш сағында Моди сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына башлай, Раштрия сваямсевак сангх (РСС) сафына инә. Политолог белемен ала.

Сәйәси карьераһы

1998 йылда Бхаратия джаната партияһының ул саҡтағы лидеры Лал Кришна Адвани ҡушыуы буйынса был партияның Гуджарат һәм Химачал-Прадеш штаттарында һайлау кампанияһын етәкләй. 2001 йылдың октябрендә Гуджараттың баш министры була, был вазифала отставкаға киткән Кешубхай Пателде алмаштыра[33][34]. 2007 йылда өсөнсө срокка һайлана[35][36][37], ә 2012 йылда — дүртенсегә.

Һиндостанда ла, сит илдәрҙә лә Моди бик ҡапма-ҡаршылыҡлы шәхес тип һанала[38][39][40][41][42][43][44]. 2002 йылда Гуджарат ҡыйралышы ваҡытында уның ғәмәлдәре ҡаты тәнҡит тыуҙыра. Атап әйткәндә, ул һинд мосолмандарына яҡлау бирмәүҙә ғәйепләнә. Шуға ҡарамаҫтан, Моди Гуджарат халҡы араһында ҙур хуплау менән файҙалана. 2000-се йылдарҙа штаттың иҡтисади үҫеше уның ҙур ҡаҙаныш тип иҫәпләнә[45]. Популяр India Today журналы версияһы буйынса, 2006 һәм 2011 йылдарҙа Н. Моди Һиндостандың иң яҡшы баш министры тип таныла[46].

Нарендра Моди һәм Владимир Путин,
2014 йылдың 11 декабре
Нарендра Моди һәм Борис Джонсон, 2022 йылдың 22 апреле
Энтони Альбанезе, Джо Байден, Кишида Фумио һәм Нарендра Моди, Дүрт яҡлы хәүефһеҙлек диалогы, 2022 йылдың 24 майы

Премьер-министр вазифаһындағы эшмәкәрлеге

2013 йылдың 13 сентябрендә Нарендра Моди Бхаратия джаната партияһынан премьер-министрлыҡҡа кандидат итеп тәғәйенләнә һәм 2014 йылда парламент һайлауҙарында һайлау алды кампанияһын етәкләй. Уның һүҙҙәренсә, ул бөтә ил буйынса һайлаусылар менән 440 осрашыу үткәргән. Бынан тыш, Моди социаль селтәрҙәрҙе уңышлы ҡуллана, хатта өс үлсәмле голограммаларҙы файҙаланып, һайлаусылар менән виртуаль арауыҡта ла «туранан-тура» аралаша[47]. БДП-ның программалы лозунгыһы: «Милләтселек — беҙҙең илһам. Үҫеш һәм яҡшы идара итеү — беҙҙең маҡсат»[48].

Һайлауҙарҙа тауыш биреү 7 апрелдән 12 майға тиклем туғыҙ этапта үткәрелә, һайлаусыларҙың 66,38% тауыш бирә. 16 майҙа Һиндостандың Һайлау комиссияһы тауыштарҙы һанай башлай[49]. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Бхаратия джаната партияһы 543 һайлау округының 276-һында, ә Милли-демократик альянс 331-дә алда бара[50]. Тауыштарҙы алдан иҫәпләү БДП-ның өҫтөнлөгөн күрһәткәндән һуң, Һиндостан милли конгресы вәкиле Раджив Шукла партия исеменән «Беҙ еңелеүҙе таныйбыҙ. Беҙ оппозицияға күсергә әҙербеҙ» — тип әйтә[51]. Иҫәпләүҙәр буйынса, БДП Лок сабханың яңы составында 277 урын ала ала, ә ябай күпселек өсөн 272 урын кәрәк[52], ә Һиндостан милли конгресы яҡынса 100 урын алған[53]. Һиндостандың ғәмәлдәге премьер-министры Манмохан Сингх Нарендра Модиҙы һайлауҙа еңеүҙәре менән ҡотлай. Үҙ сиратында Моди Twitter-ҙа: «Һиндостан еңде! Алда яҡшы көндәр»[54]. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, БДП парламентта 339 урын ала[55].

17 майҙа Нарендра Моди Гуджараттан Делиға партия штаб-фатирында тамамланған еңеү парадын үткәреү өсөн килә. Кортеж буйлап полиция хеҙмәткәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге частар ҡуйыла[56]. Бхаратия джаната парти штаб-фатирына юлға сыҡҡанда урамдар буйлап йыйылған кешеләр уның исемен ҡысҡыра, флагтар күтәрә, кортежына сәскәләр һибә, тынлы оркестр һәм милли флейталар тауышына йырлай һәм бейей. Моди бер нисә тапҡыр машинанан сығып, халыҡҡа «V» билдәһен күрһәтә[57]. Шул уҡ көндө Һиндостан премьер-министры Манмохан Сингх Бхаратия джаната партияһының һайлауҙарҙа еңеүен таный һәм, «Һиндостандың бөйөк халҡына хеҙмәт иткәндә мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыштым» тип, отставкаға китә. Тауыш биреүҙең һуңғы һөҙөмтәләре буйынса, Һиндостан милли конгресы партияһы етәкселегендәге берләшкән прогрессив альянс 543 һайлау округының 59-да ғына еңеп сыға, ә БДП — 283 округта, шулай итеп, абсолют күпселекте ала һәм 30 йыл эсендә үҙаллы хөкүмәт төҙөй алырлыҡ беренсе партия була[58]. Сингх яңыһы тәғәйенләнгәнгә тиклем премьер вазифаһын үтәүен дауам итә[59]. БДП парламенттың түбәнге палатаһы Лок сабха өҫтөнән генә контроль ала; Раджья сабхала уның 240 мандатынан ни бары 46-һы ғына була, шул уҡ ваҡытта Һиндостан милли конгресының 68 урыны була һәм был уға вето мөмкинлеге бирә[60].

19 майҙа Рәсәй президенты Владимир Путин Нарендра Модиҙы партияһының һайлауҙа еңеүе менән ҡотлай[61].

26 майҙа Нарендра Моди Һиндостан премьер-министры итеп тәғәйенләнә һәм ант итә. Тантаналы сарала сәйәсмәндәр һәм сит ил дәүләттәре вәкилдәре, шул иҫәптән Пакистан премьер-министры Наваз Шәриф ҡатнаша. Быға тиклем Һиндостан һәм Пакистан премьер-министрҙары коллегаларының инаугурацияһына бер ҡасан да килмәгән[62]. Бынан тыш, Көньяҡ Азия төбәк хеҙмәттәшлеге ассоциацияһына (SAARC) ингән илдәрҙең лидерҙары, шулай иҫәптән Афғанстан, Шри-Ланка һәм Мальдив президенттары, Непал һәм Бутан премьер-министрҙары, Бангладеш парламенты спикеры ҡатнаша[63]. Делиҙағы президент һарайында ант ҡабул итеү тантанаһы башланыр алдынан Наваз Шәриф, Модиҙы һайлау ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу өсөн мөмкинлектәр аса, тип әйтә[64]. Икенсе көндө Моди Шәриф менән һөйләшеүҙәр алып бара, унда төрлө өлкәләрҙә, атап әйткәндә, сик буйындағы хәүефһеҙлек өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелә[65].

2018 Йылда Forbes журналы версияһы буйынса донъяның иң абруйлы кешеләре рейтингында 9-сы урынды биләй. 2015 һәм 2016 йылдарҙа ла ошо уҡ позицияны биләй[66].

2022 йылда «Коммерсант» өсөн Һиндостандың G20-лә рәйеслек итеүенә арналған мәҡәләһендә Моди кешелектең фекерләү рәүешенең тотҡоно булыуын белдерә, был осраҡта бер яҡтың еңеүе мотлаҡ икенсе яҡтың еңелеүе менән бәйле[67].

Бөгөн беҙгә йәшәү өсөн көрәшергә кәрәкмәй; беҙҙең эра һуғыштар осоро булырға тейеш түгел!

Бүләктәре

Нарендра Модиға Король Әбдел-Азиз орденын тапшырыу
  • Король Әбдел-Азиз орденының ҙур таҫмаһы (2016 йылдың 3 апреле, Сәғүд Ғәрәбстаны)[68]
  • «Ғәзи Аманулла Хан» ордены (2016 йылдың 4 июне, Афғанстан)[69]
  • Фәләстин Йондоҙо орденының ҙур сылбыры (2018 йылдың 10 феврале, Фәләстин)[70]
  • Заид ордены (2019 йылдың 4 апреле, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре)[71]
  • Изге Апостол Андрей Первозванный ордены (2019 йылдың 12 апреле, Рәсәй) — Рәсәй Федерацияһы менән Һиндостан Республикаһы араһында айырыуса өҫтөнлөклө стратегик партнерлыҡты һәм Рәсәй һәм Һиндостан халыҡтары араһында дуҫлыҡ бәйләнештәрен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн[72]
  • Күренекле хаким Нишан Иззуддин ордены (2019 йылдың 8 июне, Мальдив)[73]
  • 1-се класлы Бахрейн ордены (2019 йылдың 24 авгусы, Бахрейн)[74][75]
  • Баш Командующий класындағы «Почет Легионы» ордены (2020 йылдың 21 декабре, АҠШ)[76]
  • Аждаһа короле ордены (2021 йылдың 17 декабре, Бутан)
  • Фиджи ордены компаньоны (2023 йылдың 22 май, Фиджи)[77]
  • Логоху орденының Гранд-компаньоны (2023 йылдың 22 майы, Папуа-Яңы Гвинея)[78]
  • Нил орденының ҙур сылбыры (2023 йылдың 25 июне, Мысыр)[79]
  • Почетлы легион орденының ҙур тәреһе кавалеры (2023 йылдың 14 июле, Франция)[80]

2019 йылдың декабрь аҙағында Британияның Financial Times гәзите Модиҙы «ун йыллыҡтың йөҙөн билдәләгән» 50 кеше исемлегенә индерә[81][82].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Guha, Ramachandra. India After Gandhi: The History of the World's Largest Democracy (инг.). — Harper Perennial, 2008. — ISBN 978-0-06-095858-9.
  • Kochanek, Stanley; Hardgrave, Robert. India: Government and Politics in a Developing Nation (инг.). — Cengage, 2007. — ISBN 978-0-495-00749-4.
  • Marino, Andy. Narendra Modi: A Political Biography (билдәһеҙ). — HarperCollins Publishers India, 2014. — ISBN 978-93-5136-218-0.
  • Mukhopadhyay, Nilanjan. Narendra Modi: The Man, The Times (билдәһеҙ). — Westkabd, 2013.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары