Шри-Ланка

Шри-Ла́нка́[6] (синг. ශ්රී ලංකා, там. இலங்கை), рәсми исеме Демократи́ческая Социалисти́ческая Респу́блика Шри-Ла́нка́ Социалистик Демократик Республикаһы (синг. ශ්රී ලංකා ප්රජාතාන්ත්රික සමාජවාදී ජනරජය, там. இலங்கை சனநாயக சோசலிசக் குடியரசு) — көньяҡ Азияла Һиндостан ярымутрауынан көньяҡ-көнсығышта шул исемдәге утрауҙа урынлашҡан дәүләт. Португалия баҫып алған көндән азатлыҡ алғанға тиклем Европа телдәрендә ил Цейлон (порт. Ceilão һүҙенән) тип аталған.

Шри-Ланка Демократик Социалистик Республикаһы
ශ්‍රී ලංකා ප්‍රජාතාන්ත්‍රික සමාජවාදී ජනරජයஇலங்கை ஜனநாயக சமத்துவ குடியரசு
Шри-Ланка гербы
Флаг
Гимн: «Sri Lanka Matha»
Үҙаллылыҡ датаһы4 февраль 1948Бөйөк Британиянан)
Рәсми телдәрсингал һәм тамил телдәре
Баш ҡалаШри-Джаяварденепура-Котте[1]
Идара итеү төрөҠатнаш республика[2]
Президент

Премьер-министр

Махинда Раджапаксе

Дисанаяка Джаяратне

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
119
65 610 км²
1,9
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

21 338 000[3] чел. (53)
308 чел./км²
ИЧР (2010) 0,658 [4] (уртаса) (91 урын)
ВалютаЛанкия рупияһы
Интернет-домены.lk .இலங்கை
Код ISOLK
МОК кодыSRI
Телефон коды+94
Сәғәт бүлкәте+5:30

Рәсми баш ҡалаһы Шри-Джаяварденепура-Котте (парламент һәм юғары суд урынлашҡан урын),Ғәмәлдәге баш ҡалаһы: Коломбо (хөкүмәт, президент резеденцияһы урынлашҡан ҡала).

Географияһы

Шри-Ланка утрауы Һиндостандың көньяғында урынлашҡан, Һинд океаны һәм Бенгал ҡултығы һыуҙары менән йыуыла. Һиндостандан Манар ҡултығы менән Полк боғаҙы айырып тора. Полк боғаҙындағы Әҙәм күпере тип аталған һай урын утрауҙы материк менән тоташтырып торған булған, йылъяҙмаларҙа 1481 йылда ер тетрәүҙән һуң һыу аҫтында ғалығы турағында яҙма һағланған. Утрауҙың көньяҡ һәм көнбайыш мороно бар: Дондра һәм Датч-Бей.

Рельефы

Утрауҙың ҙур өлөшөн яр буйы уйһыулыҡтары тәшкил итә. Тауҙар үҙәк өлөшөндә урынлашҡан; иң бейек тау — Пидуруталагала (2524 м) тауы, икенсе иң бейек түбә — Шри Пада.

Климаты

Субэкваториал муссонлы: төньяҡ-көнсығыш муссоны октябрҙән мартҡа тиклем, көньяҡ-көнбайыш муссоны июндән октябргә тиклем.

Эске һыуҙары

Күпселек йылғалар йылы һыулы. Иң эре йылғалары: Махавели-Ганга, Келани, Калу, Аруви-Ару.

Флора һәм фауна

Шри-Ланка хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы күп төрлө. Утрауҙа 450 төр ҡош осратырға мөмкин. Шуларҙың 251 төрө утрауҙа даими йәшәй. 24 төрөн тик Шри-Ланкала ғына осратырға мөмкин. Күсмә ҡоштар Шри-Ланкаға Себерҙән, Европанан, Скандинавиянан килә.

Сарт-апрель айҙарында миграция осоронда күбәләктәрҙең 240 төрөн күҙәтергә була.

Утрауҙа 86 төр хайуан терклек итә, улар араһында ҡырығай ҡабан, шаҡал, ҡырағай буйвол, боландарҙың, крокодилдәрҙең, дикобраз, төлкө, маймыл, филдәрҙең бер нисә төрө бар. 19 быуат башында Шри-Ланкала 30 000 фил иҫәпләнгән. 2010 йылда ни бары 6 000 фил ҡалған.

Һыулыҡтарҙа 50 төр сөсө һыу балығы тереклек итә, шуларҙың 17-һен 19 быуатта инглиздәр килтереп ебәргән. 38 төр ер-һыу хайуанының 16-һы утрауҙа ғына йәшәй. Һөйрәлеүсәләр (75 төр) араһында һаҙлыҡ крокодилы, кикерекле крокодил. Йондоҙло ташбаҡа — ҡоро ерҙә йәшәүсе берҙән бер ташбаҡа. Ташбаҡаларҙың биш төрө закон тарафынан һаҡлана. 83 төр йыландың 5-һе ағыулы.

Үҫемлектәрҙең 3 000 төрө бар, шуларҙың 25 % сәскә атыусы; 750 төр дарыу үләндәре, 150 төр архидея һәм абағалар.

Утрауҙа халыҡ тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, 14 % территорияны биләп торған, 15 милли парк, 3 ҡурсаулыҡ ҙәм 51 резервация бар.

Халҡы

Шри-Ланка халҡынын тел һәм дин буйынса бүленеше, 1981 йылғы иҫәп алыу

Халыҡ һаны — 21,3 млн кеше (июль 2009).

Сингалдар 74,88 % тәшкил итә[7], тамилдар бөтә халыҡтың 11,2 %.

Халыҡтың 70,19 % (башлыса сингалдар) буддизм динен тота[8] (башлыса Тхеравада[9]), 12,61 % — индуизм (тамилдар), 9,71 % — ислам, 7,45 % — христиандар[10].

Христиандарҙың 82 % — католиктар, ҡалғандары — англикандар һәм протестанттар[11].

Телдәре

Сингал һәм тамил телдәре Шри-Ланканың рәсми һәм милли телдәре булып иҫәпләнәләр. Шри-Ланка конституцияһына ярашлы инглиз теле милләт ара аралашыу теле статусында[12].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары