Нимруд

Боронғо Месопотамиялағы ҡала

Нимруд (ассир. Кальху[1], бор.-йәһ. Калах) — Месопотамиялағы, хәҙерге Ираҡ территорияһындағы боронғо ҡала. Харабалары Мосул ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышта, Тигр йылғаһы буйында тора.

Нимруд
Рәсем
КультураАссирия
Дәүләт Ираҡ
Ассирия
Административ үҙәгеАссирия
Административ-территориаль берәмекНайнава[d]
Мираҫ статусыОбъект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы(i)[d], (ii)[d] һәм (iii)[d]
Карта
 Нимруд Викимилектә

Атамаһы

Нимрудты ҡапҡа һаҡсыһы һыны

Ҡаланың атамаһын Библиялағы батша, Хамдың ейәне Нимрод менән бәйләйҙәр. Тик был атаманы ҡала XIX быуатта Европа археологтарынан ала. Уға тиклем Калах (йәһүдсә) йәки Кальху тип атала. Легендаға ярашлы, бер эшсе ярым үгеҙ, ярым кеше һынын таба һәм уны ҡалаға нигеҙ һалған Нимрод тип уйлай.

Тарихы

Нимрудҡа беҙҙең эраға тиклем XIII быуатта Салманасар I нигеҙ һала, дүрт йөҙ йылдан Ашшур-нацир-апал II батшалыҡ иткәндә Ассирияның баш ҡалаһы ителә. Беҙҙең эраға тиклем 612 йылда мидийҙар һәм халдейҙар тарафынан емертелә.

Ҡаҙыныу эштәрен 1846 йылда инглиз Остин Генри Лэйард башлай. Ҙур һарайҙың һәм ҡәлғәнең ҡалдыҡтары килеп сыға. Алебастрҙан күп һанлы рельефтар һәм фил һөйәгенән ҡырҡып яһалған һындар, шулай уҡ Ҡара обелиск һәм статуялар табыла. 1955 йылда Макс Маллоуэн тарафынан Набу ғибәҙәтханаһында алып барылған ҡаҙыныуҙар барышында шына яҙыулы балсыҡ таҡтаташтар табыла, уларға беҙҙең эраға тиклем 672 йылға ҡараған Ассирия батшаһы ярандарының һәм чиновниктарының ант һүҙҙәре яҙылған була. Был яҙмалар ассирий хоҡуҡиәтен һәм динен өйрәнеү өсөн мөһим әсбап булып тора.

1980-се йылдар аҙағында Ираҡ археологтары Нимрудтан алыҫ түгел дүрт батша ҡәберлегендә беҙҙең эраға тиклем X быуат аҙағына ҡараған зәргәр әйберҙәр тупланмаһын таба. Филигрань һәм ярым затлы таштар менән биҙәлгән алтын алҡалар, йөҙөктәр, муйынсаҡтар, тәрилкәләр, кубоктар һәм көршәктәр нәфислек йәһәтенән, ғалимдар билдәләүенсә, Мысыр фирғәүене Тутанхамон кәшәнәһендәге табылдыҡтарға тиңләшә[2].Нимрудта кешелек тарихындағы тәүге оптик прибор — Нимруд линзаһы табыла.

2003 йылда Ираҡ һуғышы ваҡытында Америка ғәскәрҙәренең баҫып инеүе һөҙөмтәһендә боронғо ҡала урыны ҙур емертеүҙәргә дусар була.

2015 йылдың 5 мартында ИГИЛ террористик ойошмаһы боевиктары боронғо ҡала харабаларын ауыр техника ҡулланып юҡ итә[3].

2016 йылдың июнендә боевиктар Набу илаһтың ассирий ғибәҙәтханаһын шартлата. Емертелгән комплекс ике мең йылдан ашыу торған була[4][5][6].

Галерея

Нимрудтың археологик табылдыҡтары

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Joan Oates: Nimrud. An Assyrian period city revealed. British School of Archeology in Iraq, London 2001. ISBN 0-903472-25-2

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары