Нурманбетова Эсенбу

Эсенбу (Эсенбюбю[1][2]) Нурманбетова[3] (13 июнь 1957, Арал ауылы, Талас районы, Фрунзе өлкәһе, Ҡырғыҙ ССР-ы, СССР — 2 ғинуар 2019[2], Бишкәк, Ҡырғыҙстан) — совет һәм ҡырғыҙ опера йырсыһы (сопрано) һәм педагогы, Ҡырғыҙстан Республикаһының халыҡ артисы (1995). Ҡырғыҙстан комсомолы премияһы лауреаты.

Нурманбетова Эсенбу
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ СССР
 Ҡырғыҙстан
Тыуған көнө13 июль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыныАрал[d], Талас районы[d], Сөй өлкәһе[d], Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө2 ғинуар 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыныБишкәк, Ҡырғыҙстан
Һөнәр төрөопера йырсыһы, музыка педагогы
Уҡыу йортоИ. Арабаев исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт университеты[d]
Б. Бейшеналиева исемендәге Ҡырғыҙстан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты[d]
Музыка ҡоралывокал[d]

Биографияһы

Эсенбу Нурманбетова 1957 йылдың 13 июнендә Ҡырғыҙстандың Арал ауылында тыуған.

1978 йылда И. Арабаев исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт университетын тамамлай. 1984 йылда Б. Бейшаналиева исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда Ҡырғыҙ милли опера һәм балет театрында төп артист булып башлай. Театрҙа 32 йыл эшләй (1984 йылдан 2016 йылға тиклем).

1987 йылдан 1989 йылға тиклем СССР-ҙың Дәүләт академия Ҙур театрында стажировка үтә (профессор П. Г. Лисициан класы)[4].

2016 йылдан Ҡырғыҙ милли консерваторияһында уҡыта[5].

2019 йылдың 2 ғинуарында оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат була[1]. Йырсы менән хушлашыу 4 ғинуарҙа Ҡырғыҙ милли опера һәм балет театрында уҙа[2].

Эсенбу Нурманбетова йырҙар һәм романстар, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, рус һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар, шулай уҡ халыҡ йырҙарын башҡара. Төрлө йылдарҙа Румыния, Алжир, Төркиә, Ҡытай, Һиндостан, Монголия, Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәрҙә була.

Һайланма әҫәрҙәре[1][6]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

- Ҡырғыҙ Республикаһының атҡаҙанған артисы (1992) — ҡырғыҙ театр сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн.

- Ҡырғыҙ Республикаһының халыҡ артисы (1995) — республиканың сәнғәт өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн.

- «Манас-1000» иҫтәлекле юбилей миҙалы (1995)[7].

- Е. Рахмадиев исемендәге I Халыҡ-ара конкурс лауреаты. Астана (Ҡаҙағстан) (2016) — педагогик оҫталығы өсөн[8][9].

- «ТӨРКСОЙ» Халыҡ-ара ойошмаһы (2002) ойошторған «Төрки донъяһы операһы көндәре» Халыҡ-ара опера йырсылары фестивале дипломанты[4][10].

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары