Ольштын

Ольштын (пол. Olsztyn ) [ˈɔlʂtɨn]), 1945 йылға тиклем Алленштайн (нем. Allenstein ) — Польша ҡалаһы, илдең төньяғында , Лын йылғаһы буйында урынлашҡан, Вармия-Мазур воеводствоһының административ үҙәге.

Ольштын
пол. Olsztyn
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы31 октябрь 1353
Рәсем
Рәсми атамаһыOlsztyn, Allenstein һәм Allenstein
Дәүләт Польша[1][2]
Административ үҙәгеВарминско-Мазурское воеводство[d], Olsztyn Voivodeship[d] һәм Ольштынское воеводство[d]
Административ-территориаль берәмекВарминско-Мазурское воеводство[d]
Сәғәт бүлкәтеҮҙәк Европа йәйге ваҡыты[d], UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Хөкүмәт башлығыPiotr Grzymowicz[d]
Халыҡ һаны170 225 кеше (31 март 2021)[3]
Ир-егеттәр79 274[4]
Ҡатын-ҡыҙҙар90 951[5]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек88 метр
Туғандаш ҡалаШатору[d][6], Оффенбург[d][7], Калининград[8][9][10][…], Гельзенкирхен[d][11], Луцк[12][13][14], Кальп[d][15], Хальмстад[d][16], Перуджа[17], Ричмонд[d][18], Рованиеми[d][19] һәм Сённерборг[d][15]
СиктәшСтавигуда[d], Гетшвалд[d], Йонково[d], Дывиты[d], Барчево[d] һәм Пурда[d]
АлдағыАлленштайн[d]
Башланыу датаһы1945
Майҙан88 км²
Почта индексы10-001–11-041
Рәсми сайтolsztyn.eu/o-olsztynie.h…
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды89
Номер тамғаһы кодыNO
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Ольштыне[d]
Карта
 Ольштын Викимилектә

Географик урыны

Ольштын ҡалаһы Ольштын күлдәре төбәгендә урынлашҡан, унда 11 ҙур күлдәр һәм ҡуйы урмандар бар.

Ҡала морена боҙлоғоноң ҡалдығында ята. Ҡаланың иң бейек нөктәһе -диңгеҙ кимәленән 155 м бейеклектә, иң түбәне — 88 м бейеклектә.

Ольштындың 560 мең гектар ерен ҡала паркы зонаһы биләй(6,5 процент). Ольштын территорияһында ике тәбиғи заказник бар, уларҙың 14 га ере торфлы һаҙлыҡ үҫемлектәре менән ҡапланған.

Һыу ресурстары

Ҡала аша өс йылға аға: Лын, Вадонг (пол. Wadąg) һәм Кортувка (пол. Kortówka). Ҡала административ сиктәрендә 15 күл бар, шуларҙың 13-нөң майҙаны 1 гектарҙан ашыу.

Климат

Ҡала климаты уртаса, диңгеҙ климатынан континенталгә күсемле. Йыллыҡ уртаса яуым-төшөм кимәле — 600 мм, һауаның уртаса йыллыҡ температураһы +6,6 °C: максимум-июль (+17,7 °C) һәм ғинуар айында минимум (-3,5 °C). 160 көн яуым-төшөм менән, 140 көн менән һыуыҡ температуралы, ҡар ҡатламы уртаса 83 көн дауамында ята.

Галереяһы

Халыҡ

2000 йылда ҡала халҡы 172 000-гә етә[20].

1770 йылдан алып Ольштындағы халыҡ һаны

2010 йылдың 30 июненә ҡарата халыҡ һаны 176 522 кеше тәшкил итә (21 урын Польшала), ҡала майҙаны — 88,33 км² (26-сы урын илдә), халыҡ тығыҙлығы — 1998 кеше/кв. км.

Планетарий

Иҡтисад

XIX быуат аҙағында ҡалала ике машиналар төҙөү заводы һәм шырпы фабрикаһы була. 1914 йылда инде эшләп килгән сәнәғәт предприятиеларының һаны 60-ҡа яҡын, шул иҫәптән ике һөт заводы, 2 тирмән, 3 типография, гәрсис етештереү буйынса фабрика, 4 һыра заводы, 9 мебель фабрикаһы, 7 кирбес, 2 черепица заводы, 3 кареталар эшләү оҫтаханаһы, сыбыртҡы фабрикаһында эшләй, бирсәткә, эш бейәләйҙәре тегеү фабрикаһы, кәрзиндәр үреү оҫтаханалары, 2 тараҡ фабрикаһы, 7 кер йыуыу һәм буяу оҫтаханалары була.

Ольштындағы Michelin заводы.

Икенсе донъя һуғышынан һуң Ольштында иҡтисади үҫеш көсәйә, ҡала Мазур һәм Вармияның мөһим административ үҙәгенә әйәләнә.

1967 йылда автомобиль шиналары заводы асыла, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте барлыҡҡа килә.

Белем

Вармия-Мазур университетының төп корпусы

Ольштын ҡалаһы Польша мәғарифының төп үҙәктәренең береһе булып тора.

Ҡалала бер йөҙҙән ашыу урта уҡыу йорттары һәм 6 юғары уҡыу йорттары эшләй.

Вармия-Мазур университетының гуманитар факультеты корпусы
Вармия-Мазур университетының Кортоволағы стадионы

Иҫтәлекле урын

Ольштын замогы.

Коперник һәйкәле

Вармия капитул замогының уң ҡанаты 1348 йылда төҙөлә башлай. Һуңғараҡ бинанаға яңы бер ҡат күтәртелә, ә XV—XVI быуаттарҙа көньяҡ ҡанаты һәм башняһының өҫкө өлөшө төҙөлә. 1516—1521 йылдарҙа замоктың администраторы Николай Коперник булған. Күркәм готика архитектураһы өлгөһөндә Вармия һәм Мазур музейы урынлашҡан.

Башҡа иҫтәлекле урындары

Туғанлашҡан ҡалалар

Билдәле кешеләр

  • Ян Липский (1690—1746) — поляк католик руханийы, кардинал, Луцк (1732) һәм Краков епискобы (1732—1746). Речь Посполитаяның дипломатик һәм дәүләт эшмәкәре.
  • Войчех Плохарский — поляк журналисы, автор, композитор, сәйәхәтсе.
  • Зентара-Малевская, Мария — поляк яҙыусыһы һәм шағирәһе.
  • Мамед Халидов — поляк ҡатнаш көрәш спортсыһы, чечен сығышлы.
  • Йоанна Енджейчик — ҡатнаш көрәш оҫталығы спортсыһы, иң бәләкәй ауырлыҡтағы ҡатын-ҡыҙҙар категорияһында UFC чемпионы.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • «Маршрут по замкам и музеям в регионе Балтийского моря». Olsztyn. 2007.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары