Претория

Прето́рия (ингл. һәм африк. Pretoria,зулу һәм коса E-Pitoli}) — Көньяҡ Африка Республикаһында ҡала. Претория — Көньяҡ Африка Республикаһының административ (башҡарма власть органдары урынлашҡан) баш ҡалаһы (Кейптаун (ҡануниәт сығарыусы органдар урынлашҡан) һәм Блумфонтейн (суд власы органдары урынлашҡан) менән бер рәттән Көньяҡ Африка Республикаһының «өс баш ҡалаһының» береһе), де-факто илдең милли баш ҡалаһы булып тора. Африканың иң заманса ҡалаларының береһе.

Ҡала
Претория

ингл. һәм африк. Pretoria,зулу

һәм коса E-Pitoli
Флаг[d]Герб
ФлагГерб
Ил

Көньяҡ Африка Республикаһы

Провинция

Гаутенг

Ҡала округы

Цване

Координаталар

25°44′47″ ю. ш. 28°11′17″ в. д.HGЯO

Мэр

Рэндалл Уильямс

Нигеҙләнгән

1855

Майҙаны

687,54[1] км²

Бейеклеге

1339 м

Климат тибы

субтропик океаник

Халҡы

741 651[1] кеше (2011)

Тығыҙлығы

1078,7 кеше/км²

Телефон коды

+27 12

Почта индексы

0002

Һанлы танытмалар
Претория (Көньяҡ Африка Республикаһы)
Претория
Претория

Претория Цване ҡала округы составына инә, шуға күрә ҡайһы саҡта үҙе лә Цване (Тсвана, Тшване) тип дөрөҫ аталмай. Исем биреү мәсьәләһе әүәлгесә хәл ителә.

Тәүҙә ҡала Претория Филадельфияһы («Туғандарса мөхәббәт Преторияһы») тип аталған[2].

Этимологияһы

1855 йылда ҡалаға бур күскенселәре нигеҙ һала һәм фортрекерҙар лидеры Андриес Преториус хөрмәтенә уға Претория тигән исем бирелә[3]. Көньяҡ Африка Республикаһының үҙендә ҡаланы, уның урамдарында, парктарҙа һәм баҡсаларҙа ултыртылған, меңләгән жакаранда ағасы арҡаһында, ҡайһы саҡта «жакаранда ҡалаһы» тип йөрөтәләр[4].

Тарихы

Ҡалаға 1855 йылда фортрекерҙар лидеры Мартинус Преториус нигеҙ һалған. Ул ҡаланы үҙенең атаһы Андриес Преториус хөрмәтенә атаған. Андриес Преториус командалағында Ҡанлы йылғала алышта зулустарҙы еңгәс, ул фортрекерҙарҙың милли геройына әүерелгән. 1860 йылда Претория бурҙарҙың Көньяҡ Африка республикаһының (Трансвааль Республикаһы) баш ҡалаһына әүерелә.

1880 йылдың декабренән 1881 йылдың мартына тиклем Беренсе инглиз-бур һуғышы барышында ҡала ҡамауҙа була, ул 1881 йылдың 3 авгусында Преторияла солох килешеүенә ҡул ҡуйыу менән тамамлана. Икенсе инглиз-бур һуғышы ваҡытында Претория 1900 йылдың 5 июнендә яулап алынған. Һуғыш 1902 йылдың 31 майында Преторияла Феринихинг солох килешеүенә ҡул ҡуйыу менән тамамлана. Претория Англия протектораты аҫтында Трансваалдең административ үҙәгенә әүерелгән. 1910 йылда Трансвааль, Оранж йылғаһы колонияһы, Кап колонияһы һәм Натал колонияһының берләшеүе һөҙөмтәһендә Көньяҡ Африка союзы (Бөйөк Британия составында) ойошторола. Союздың административ баш ҡалаһы — Претория, ә закон сығарыу буйынса Кейптаун. Көньяҡ Африка Союзы бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәс, 1961 йылда Претория уның административ баш ҡалаһы булып ҡала. Апартеид осоронда Преторияны апартеидтың цитаделе тип атағандар.

2001 йылғы муниципаль реформа һөҙөмтәһендә Претория Цване округының бер өлөшөнә әүерелә[5]. 2005 йылда Африка милли конгресы Преторияға ҡала округы исемен — Цване атамаһын биреү тәҡдимен индерҙе, әммә был тәҡдимде африканерҙар һәм ҡайһы бер оппозицион партиялар яғынан тәнҡитләнгән, һөҙөмтәлә ҡала үҙенең исемен һаҡлап ҡалған. Шулай ҙа Африка милли конгресы был инициативаға кире ҡайтырға ниәтләүе хаҡында белдергән[6].

Физик-географик ҡылыҡһырламаһы

Претория Көньяҡ Африка Республикаһының төньяҡ-көнсығышында, Йоханнесбургтан төньяҡ-көнсығышҡа табан 55 саҡрым алыҫлыҡта, көньяҡта Юғары Велд яйлаһы һәм төньяҡта Ҡыуаҡлыҡлы Вельд (Бушвелд) яйлаһы араһындағы транзит коридорында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән 1339 метр бейеклектә[7], һалҡын елдәрҙән һаҡлаған Магалисберг һыртының армыттары менән уратылған, йылы һәм уңдырышлы үҙәндә урынлашҡан.

Магалисберг һырты

Климаты

Преторияға оҙон эҫе йәйле һәм ҡыҫҡа һалҡын ҡышлы дымлы субтропик климат хас. Һауаның уртаса йыллыҡ театраһы 18,7 °C[8], был диңгеҙ кимәленән 1 339 метр бейеклектә урынлашҡан тораҡ пункт өсөн юғары күрһәткес булып тора. Бындай юғары уртаса йыллыҡ температура ҡаланың һалҡын көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш елдәренән һаҡланған үҙәндә урынлашыуы менән билдәләнә. Яуым-төшөмдөң күпселек өлөшө йәйге айҙарға тура килә. Ҡар бик һирәк яуа: 1959, 1968 һәм 2012 йылдарҙа ҡар яуыуы күҙәтелде, әммә ҡалала тотороҡло ҡар ҡатламы бер тапҡыр ҙа билдәләнмәгән.

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C36363533292526313436363536
Уртаса максимум, °C29282724221920222627272825
Уртаса температура, °C23232118161212151921212218
Уртаса минимум, °C1817161285581214161712
Абсолют минимум, °C81163−1−6−4−12477−6
Яуым-төшөм нормаһы, мм15475825113736227198120703
Сығанаҡ: South African Weather Service [1]

Халҡы

Преторияла һәм эргә-тирәләге өлкәләрҙә халыҡтың тығыҙлығы
  •      <1 /км²
  •      1—3 /км²
  •      3—10 /км²
  •      10—30 /км²
  •      30—100 /км²
  •      100—300 /км²
  •      300—1000 /км²
  •      1000—3000 /км²
  •      >3000 /км²

Уның сиктәрен билдәләүгә, халыҡтың баһаһына ҡарап, Преторияның халыҡ һаны 500 меңдән алып (2001 йылда)[9] 2 950 000 кешегә тиклем (2007 йылда) тәшкил итә[10]. Төп теле — африкаанс теле (2011 йылда — 47,7 %[1]), шулай уҡ педи, сесото, тсвана, тсонга, зулу һәм инглиз телдәре киң ҡулланыла.

Преторияла, Африка урта класы һанының ярайһы уҡ тиҙ артыуына ҡарамаҫтан, әүәлгесә аҡ тәнле халыҡ (2011 йылда — 52,45 %) күпселекте тәшкил итә[1], Сосганване һәм Аттеридгевилль кеүек ҡала янындағы биҫтәләрҙә бөтә халыҡты тиерлек африкандар тәшкил итә.

Ҡаланың үҫеше

Хәҙерге Претория — ҙур заманса ҡала. Бында фонтандар, парктар, бейек йорттар күп. Претория — ҙур контрастар ҡалаһы, уны трущобалар уратып алған. 2010 йылда Көньяҡ Африка Республикаһында футбол буйынса Донъя чемпионаты уҙҙы, бер нисә матч Преторияла үтте, һәм «Лофтус Версфельд» стадионы реконструкцияланды.

Иҡтисады

Претория — илдең мөһим иҡтисади, фәнни һәм сауҙа үҙәге. Ҡалала автомобиль юлдары үҫешкән, уның аша тимер юлдары үтә. Халыҡ-ара әһәмиәттәге аэропорт бар.

Туғандаш ҡалалар

Претория түбәндәге ҡалалар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөгән:

Астрономияла

1912 йылда Көньяҡ Африка астрономы Гарри Вуд асҡан астероид (790) Претория ҡала хөрмәтенә аталған.

Галерея

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары