Тәһран

Ирандың баш ҡалаһы

Тәһран — Иран дәүләте территорияһында урынлашҡан ҡала.

Ҡала
Тәһран
تهران
ФлагГерб
ФлагГерб
Ил

Иран

Остан

Тәһран

Координаталар

35°42′ с. ш. 51°25′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

22 муниципаль округ

Мэр

Мәхәммәд Багер Ғәлибаф

Майҙаны

707 (1500)[1] км²

ДК бейеклеге

1200 м

Рәсми теле

фарсы теле

Халҡы

8 778 535[2] кеше (2012)

Тығыҙлығы

10000 кеше/км²

Агломерация

13 422 366 (ҙур Тәһран)[3]

Милли состав

фарсылар, әзербайжандар,
мазендерандар, курдтар,
әрмәндәр, ғәрәптәр

Конфессиональ составы

мосолмандар (96%), христиандар,
бахаиҙар, йәһүдтәр,
зороастрийҙар

Этнохороним

'Техрани́ (бер.), техраниа́н (күп.)

Сәғәт бүлкәте

UTC+3:30

Телефон коды

+98 21

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

tehran.ir
 (фарс.) (инг.)

Тәһран (Иран)
Тәһран
Тәһран

Этимологияһы

Тәһран һүҙенең фарсыса яҙылышы (нәстәғлик)

Ҡаланың рәсми сайтынан күренеүенсә, Тәһран атамаһы «төптә», «аҫ яҡта» мәғәнәһе биргән (تهтәһ) һәм «тау итәге» тигәнгә тап килгән иҫке (ران ран) һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән. Шул рәүешле, Тәһран һүҙен "тау итәгендә" урынлашҡан тип тәржемә итергә була. Ҡала, ысынлап та, Точал тауынан көньяҡта урынлашҡан.[4]

Башҡа риүәйәт, «Тегеран» парфяндарҙың Тиран ҡалаһы исеменән килеп сыҡҡан тип раҫлай, ул Ирандың хәҙерге баш ҡалаһынан алыҫ түгел урынлашҡан. Үҙенең исеме «Тир йәшәгән урын» тип тәржемә ителә (зороастрий мифологияһында ямғыр илаһы)[4][5].

Өсөнсө теория буйынса, Тәһран «йылы урын» тигәнде аңлата һәм  Шемиран тигән («һалҡын урын») биҫтә атамаһына ҡапма-ҡаршы итеп ҡабул ителгән[6].

Тарихы

Гөлөстан һарайында «Кәрим-хан һиләүәте» («Хелват-е Карим-хан»), 1759 йыл

Ғалимдар үткәргән ҡаҙыныуҙарҙан күренеүенсә, Тәһран хәҙерге урынға беҙҙең эраға тиклем 6 мең йыллап әүәл йәшәгән инде. Күскенселәр сүлдәге эҫенән ҡасып Эльбурс янына ҡасып килгән.

1228 йылда монголдар баҫып ингәс, улар яулап өлгөрмәгән Тәһран ҡалаһына халыҡ күпләп күсеп ултыра һәм ҡала әһәмиәтле сауҙа үҙәгенә әүерелә.

Халҡы

Тәһрандың төньяғындагы Илаһиә торама районы

XVIII быуатта Тәһрандың халыҡ һаны яҡынса 100 мең кеше тәшкил итә. Айырыуса ҙур тиҙлек менән халыҡ һаны XX быуатта үҫә.

Тәһранда халыҡ һаны үҫеше тарихы
18911922193219561966198019861991
Халыҡ160,000210,000249,5041,512,0822,719,7305,361,3356,042,5846,475,527
Тығыҙлыҡ (кеше/км²)6,5408,59010,20015,1209,6109,6008,4308,990
Йыллык артыу, %344,65,95,84,1
Мигранттар һанының артыуы3,8001,70024,90025,90047,50035,000
Чыганак: Atlas de Téhéran et Mansour Ohadi

Телдәр

Тегеран донъяның фарсы телле иң эре ҡалаһы булып тора. Ҡала халҡы этник йәһәттән төрлөр, хатта төрлө телдәр һәм диалекттар фарсы теленең тәһран диалектын барлыҡҡа килтергән, ул Иран өсөн стандарт һанала.

Шулай уҡ Тегеран халҡының күпселек өлөшө исфахан, йәзид, шираз, йәһүди-тажик диалекттарында һәм дари телендә һөйләшә [7]

Ҡулланылыш буйынса икенсе урында — әзербайжан теле[8][9].

Шулай уҡ, курдтар, гиләндәр, лурҙар, бәлүждәр, төркмәндәр, ғәрәптәр, әрмәндәр, ассириялылар йәмәғәттәре бар[10]

Диндәр

Тәһран халҡының күпселеге — шиғыйҙар, улар 96 % тәшкил итә.

Бәһаиҙар - 2,8 % (200 мең самаһы кеше). Христиандар ҙа бар, уларға беренсе сиратта Әрмән апостол сиркәүе, Урыҫ правослау сиркәүе, Ассирия сиркәүе инә[11].

Йәһүдиҙәр йәмғиәтенә 16—18 мең кеше инә. Тәһранда 18 синагога бар[11]. Зороастризм йәмғиәтенә 10 мең кеше йәлеп ителгән[11]. Башҡа дини әҙселеккә сөнниҙәр, әҙ һандағы сикхтар, индуистар, буддасылар, мандейҙар, йәзидтәр, суфыйҙар инә.

Туғандаш ҡалалар

ИлҠала
Америка Ҡушма ШтаттарыЛос-Анджелес[12]
Көньяҡ КореяСеул[13]
БҒӘДубай[14]
ФилипинМанила
 БеларусьБеларусьМинск[15]
ТажикстанДүшәнбе
 Рәсәй ФедерацияһыРәсәйМәскәү
ВенесуэлаКаракас
КубаГавана

Галерея

Иҫкәрмәләр

  • Teheran — LookLex Encyclopaedia 2010 йыл 17 декабрь архивланған.
  • All about Oscar
  • 11,0 11,1 11,2 Eliz Sanasarian: Religious Minorities in Iran. Cambridge University Press, Cambridge 2000, ISBN 0-521-77073-4
  • http://www.lacity.org/SisterCities/html/11.htm 2009 йыл 24 февраль архивланған.
  • http://english.chosun.com/w21data/html/news/200707/200707110009.html(недоступная ссылка)
  • http://en.wikipedia.org/wiki/Dubai
  • [1] 2017 йыл 25 май архивланған.
  • 🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары