Рино

Рино (ингл.  Reno) — Невада штатының көнбайышындағы ҡала, АҠШ. Уошоу округының административ үҙәге. Ҡала халҡы 233 294 кеше тәшкил итә[9], Рино халҡының һаны буйынса Неваданың 4-се ҡалаһы (Лас-Вегас, Хендерсон һәм Норт-Лас-Вегастан ҡала) булып тора. Ҡала Сьерра-Невада тауҙары янында үҙәндә, Тахо күленән 80 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Рино
ингл. Reno
Флаг
Нигеҙләү датаһы1868
Рәсем
Рәсми атамаһыReno
Кем хөрмәтенә аталғанДжессе Рено[d]
Дәүләт Америка Ҡушма Штаттары
Административ үҙәгеУошо[d]
Административ-территориаль берәмекУошо[d]
Сәғәт бүлкәтеPDT[d]
Статистическая областьReno metropolitan area[d]
Хөкүмәт башлығыHillary Schieve[d][1]
Халыҡ һаны264 165 кеше (1 апрель 2020)[2][3]
Процент водной поверхности2,7072 процент[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек1373 ± 1 метр
Туғандаш ҡалаСан-Себастьян[d], Хацор-ха-Глилит[d], Йеллоунайф[d], Удонтхани[d], Тайчжун[d], Шэньчжэнь һәм Нальчик
Майҙан285,2682 км²[5],
274,216347 км² (1 апрель 2010)[4],
289,055264 км² (1 апрель 2020)[6],
281,716689 км² (1 апрель 2020),
7,338575 км² (1 апрель 2020)
Почта индексы89501–89503, 89506, 89509, 89511, 89512, 89519, 89521, 89523
Рәсми сайтreno.gov
Урынлашыу картаһы
Вид с воздуха
Число домохозяйств105 321 ± 927[7]
Доход на душу населения36 358 $[8]
Урындағы телефон коды775
Карта
 Рино Викимилектә

Йыш ҡына Риноны «донъялағы иң ҙур бәләкәй ҡала» (ингл  In The Little World the Biggest City) тип атайҙар. Ҡала күп һандағы казинолары менән билдәле, бында Caesars Entertainment Corporation иң ҙур уйын компанияһына нигеҙ һалынған.

Ҡала Америка граждандар һуғышы геройы Джессе Ли Рено хөрмәтенә аталған.

Халҡы

2000 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, Ринола 180 480 кеше йәшәгән, шуларҙан 73 904 кешенең үҙ йорто булған. Халҡының күпселек өлөшөн аҡ тәнлеләр тәшкил итә — 77,5 процент, унан ҡала 19,2 % халҡы — латиноамерикадар, азиаттар — 5,3 %, ҡара тәнлеләр — 2,6 %, индеецтар — 1,3 %, гаваецтар һәм Океаниянан сыҡҡан башҡа кешеләр — 0,6 %.

2008 йылда Рино халҡы 217 016 кешегә тиклем, ә 2013 йылға — 233 294 кешегә тиклем арта[9]

Геологик урынлашыуы

Рино Тымыҡ океан һәм Төньяҡ Америка плиталары тоташҡан ерҙә тектоник ярылған урында урынлашҡан. 2008 йылда көн һайын көнөнә өс тапҡырға тиклем ике айҙан ашыу дауам иткән, даими арта барыусы магнитудалы (Рихтер шкалаһы буйынса максималь 5,0), ғүмерҙә булмаған ер тетрәүҙәр осрағы теркәлгән.Рино Сьерра-Невада тауҙарының ямғыр күләгәһендә урынлашҡан. Рино климаты ярымсүллек.

Иҡтисады

Уйын бизнесы ҡаланың төп керем сығанағы булып тора[10]. Ринола казинолар 1931 йылдан алып эшләй. Лас-Вегастың сәскә атҡан мәленә тиклем Рино хатта АҠШ-тың уйын баш ҡалаһы тип һанала. Һуңғы 20 йыл эсендә, «инддеецтар казиноһы» сәскә атыуы һәм юғарыла телгә алынған Лас-Вегастың алға китеше арҡаһында, ҡала был өлкәлә үҙенең позицияларын юғалта.

Рино һәм уның тирә-яғы популяр курорт урыны булып тора. Ҡала үҙенең тау саңғыһы курорттары менән билдәле[10].

Төҙөлөш материалдары, электрон ҡорамалдары етештереү, химия сәнәғәте үҫешкән.

Ринола International Game Technology, PC-Doctor, Port of Subs кеүек бер нисә эре компанияһының баш офистары урынлашҡан.

Туғанлашҡан ҡалалары

Ҡалып:Wikidata/SisterCities

Галерея

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары