Рио-Гранде (Мексика ҡултығына ҡойоусы йылға)

Ри́о-Гра́нде (ингл. Rio Grande, исп. Río Bravo) — Төньяҡ Америкалағы йылға. Йылға буйлап АҠШ һәм Мексика араһында дәүләт сик үтә (Мексикала йылға Рио-Браво йәғни Рио-Браво-дель-Норте тип атала). Рио-Гранде АҠШ-та оҙонлоғо буйынса өсөнсө урында.

Рио-Гранде
ингл. Rio Grande, исп. Río Bravo
Рио-Гранде йылғаһы Биг-Бенд милли паркында
Рио-Гранде йылғаһы Биг-Бенд милли паркында
Характеристика
Оҙонлоғо3034 км
Бассейн607 965 км²
Һыу сығымы160 м³/с
Һыу ағымы
Инеше
 · УрынлашыуыКолорадо штатының көньяғы
 · Бейеклеге3900 м
 · Координаталар37°47′52″ с. ш. 107°32′18″ з. д.HGЯO
ТамағыМексика ҡултығы
 · Бейеклеге0 м
 · Координаталар25°57′22″ с. ш. 97°08′43″ з. д.HGЯO
Урынлашыуы
ИлдәрАмерика Ҡушма Штаттары АҠШ, Мексика Мексика
Рио-Гранде (Мексика ҡултығына ҡойоусы йылға) (АҠШ)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Рио-Гранде Викимилектә
Рио-Гранде йылғаһы бассейны

Гидрография

Оҙонлоғо — 3034 км, бассейнмайҙаны — 607 965 км².

Рио-Гранде (Рио-Браво) йылғаһы АҠШ-тың Колорадо штатында, Сан-Хуан тауҙарында башланып, Сан-Луис үҙәне буйлап аға, артабан көньяҡҡа йүнәлә һәм Нью-Мексико штатының сиге аша үтә. Эль-Пасо—Сьюдад-Хуарес халыҡ-ара ҡала агломерацияһынан алып Мексика ҡултығына ҡойғанға тиклем АҠШ һәм Мексика араһында тәбиғи сик барлыҡҡа килтерә.

Төп ҡушылдыҡтары: Рио-Кончос, Пекос һәм Девилс-Ривер.

Үҙенең атамаһына (испан теленән — Бөйөк йылға) һәм оҙонлоғона ҡарамаҫтан, Рио-Гранде йылғаһында суднолар йөрөй алмай. Һуғарыу һәм халыҡтың башҡа ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн 1950-се йылдарҙан һуң йылға һыуҙары күпләп тотонола, шунлыҡтан Рио-Гранде һаманда һайый бара. Ғәҙҙәттә йылға үҙәненең барлыҡ оҙонлоғонда уны кисеп үтергә мөмкин, урыны менән йылға тулыһынса кибә йәки ваҡ күлдәр селтәренә тарала.

2003 йылдан алып йылға даими рәүештә һыуҙарын Мексика ҡултығына ҡоймай башланы, киң дельтаһы юҡ була. Һөҙөмтәлә күп һыу организмдарының (шул иҫәптән балыҡтар, ҡоштар һәм хайуандарҙың) төрҙәре юғалыу аҫтында ҡалды.

Һылтанмалар


Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары