Сантьяго

Сантья́го (йәки Сантьяго-де-Чили, исп. Santiago de Chile) — Чилиҙың баш ҡалаһы. Сантьяго өлкәһенең һәм шулай уҡ шул исемдәге провинцияның административ үҙәге.

Ҡала
Сантьяго
исп. Santiago de Chile
ФлагГерб
ФлагГерб
Ил

Чили

Өлкә

Сантьяго

Координаталар

33°27′ ю. ш. 70°40′ з. д.HGЯO

Эске бүленеш

37 район

Башлыҡ

Irací Hassler[d]

Нигеҙләнгән

1541

Майҙаны

641,4 км²

Бейеклеге

520 м

Халҡы

5 428 590 кеше (2002)

Сәғәт бүлкәте

UTC-3

Телефон коды

56 2

Һанлы танытмалар

Халыҡ һаны — 5,4 млн кеше (2002), йәки илдең 36 % халҡы. Көньяҡ Американың иң ҙур ҡалаларының береһе.

Диңгеҙ кимәленән 540 метр бейеклектәге Анд итәгенең тау-ара соҡоронда урынлашҡан. Ҡаланың ултырған урыны ер тетрәүенә бирешеүсән.

1541 йылда испан конкистадоры Педро де Валдивиа ҡалаға нигеҙ һала.

Тарих

Быға тиклем, хәҙерге ҡаланың урынында Инк ҡәбиләләре йәшәгән була. 1540 йылдың декаберендә Мапочо йылғаһының үҙәненә Перунан Педро де Валдивиа етәкселегендә испан конкистадорҙары килә. 1541 йылдың 12 февралендә Сантьяго-де-Нуэва исемендәге ҡалаға нигеҙ һалына.Уның төҙөлөшөн Педро де Гамбоаға тапшыралар. Һәм ул ҡаланың урамдарын грид системаһы буйынса проектлай.

Бер нисә айҙан һуң Педро де Валдивиа Араукан һуғышына китергә мәжбүр була. Ә 1541 йылдың 11 сентяберендә индейҙар Сантьяго ҡалаһын бөлгөнлөккә төшөрәләр.

1561 йылда Сантьяго кафедраль соборы төҙөлә. 1618 йылда изге Франциско сиркәүе төҙөлә. Ҡала 1575 йылда ер тетрәүен, 1590 йылда — сәсәк киҙеүен һәм 1608 һәм 1618 йылдарҙа Мапочо йылғаһының һыу баҫыуын кисерә. 1647 йылдағы ер тетрәүе 600 кешенең ғүмерен алып китә. 1798 йылда Мапочо йылғаһы аша таш күпере асыла.

Географик урыны

Мапочо йылғаһы

Сантьяго Чилиҙың урта өлөшөндәге Мапочо йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тымыҡ океанға хәтлем 1060 саҡрым (1000 км) тирәһе. Ҡаланың майҙаны оҙонға — төньяҡтан көньяҡҡа 85 саҡрым (80 км) һәм көнбайыштан көнсығышҡа 37 саҡрым (35 км). Майҙаны — 750 км² (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 600 км²).

Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 450—900 метр.

Һүрәт теҙмәһе

«Энтель» телевизион башняһыГран-Торре-Сантьяго (300 м)Президент һарайы (Ла-Монеда)Кафедраль собор

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары