Сукарно

Индонезияның дәүләт эшмәкәре, 1945—1967 йылдарҙа ил президенты

Сука́рно (индон. Sukarno, индонезия теленең 1972 йылға тиклем ғәмәлдә булған ҡағиҙәләренә ярашлы — индон. Soekarno; 6 июнь 1901 йыл — 21 июнь 1970 йыл) — Индонезияның 19451967 йылдарҙағы президенты, илдең милли геройы. Индонезияның милли партияһын ойоштороусыларҙың һәм индонезия милләтселегенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып һанала.

Сукарно
индон. Sukarno
Рәсем
Ҡултамға
Затир-ат[1][2]
Гражданлыҡ Индонезия
Тыуған ваҡыттағы исемеяв. Kusno Sosrodihardjo
Тыуған көнө6 июнь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыныСурабая, Голландия Ост-Һиндостаны[2][5]
Вафат булған көнө21 июнь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[5][2][3][…] (69 йәш)
Вафат булған урыныДжакарта, Индонезия[2][5]
Үлем төрөтәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбебөйөр етешмәүсәнлеге[d]
Ерләнгән урынымогила Сукарно[d]
Блитар[d][6]
Ҡәбере һүрәте
АтаһыСукеми Сосродихарджо[d]
ӘсәһеИда Аю Ньоман Рай[d]
Хәләл ефетеСити Утари[d], Ингит Гарнаси[d], Фатмавати[d], Хартини[d], Картини Маноппо[d], Деви Сукарно[d], Харьяти[d], Юрике Сангер[d], Хелди Джафар[d] һәм Амелия Де Ла Рама[d][7]
БалаларыГунтур Сукарнопутра[d][8], Мегавати Сукарнопутри, Тауфан Сукарнопутра[d], Сукмавати Сукарнопутри[d], Гуру Сукарнопутра[d], Рахмавати Сукарнопутри[d], Баю Сукарнопутра[d], Toto Suryawan Sukarno Putra[d], Картика Сари Деви Сукарно[d] һәм Аю Гембировати[d]
Яҙма әҫәрҙәр телеЯва теле һәм Индонезия теле
Место содержания под стражейSukamiskin prison[d][9] һәм Banceuy Prison[d][9]
Өсөн хөкөм ителгәнбилдәһеҙ[10]
Һөнәр төрөсәйәсмән, сәнғәт коллекционеры
Биләгән вазифаһыпрезидент Индонезии[d] һәм Список премьер-министров Индонезии[d]
Уҡыу йортоБандунгская высшая техническая школа[d][11]
Кемдә уҡығанЧокроаминото[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһыНациональная партия Индонезии[d]
ҠатнашыусыБандунгская конференция[d][12]
Ойошма ағзаһыBandung Study Club[d][13]
Сәйәси идеологияПанча Сила[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбыSukarno
 Сукарно Викимилектә

Бала сағы

Сукарно 1901 йылдың 6 июне таңында Сурабая ҡалаһында мосолман ир-ат һәм индуист ҡатын ғаиләһендә тыуа. Уға Кусно тип исем бирәләр. Ява халҡының ышаныуҙарына ярашлы, Үгеҙ йылында һәм ҡояш ҡалҡҡанда донъяға килгән ир балаға үҙенсәлекле яҙмыш тәғәйенләнә, һәм уны ҡаһарманлы киләсәк көтә. Әммә малай сибек һәм ауырыусан була, һәм был хәл улының исеме менән бәйле икәненә ныҡ инанған ата уның исемен боронғо һинд эпосы «Махабхарата»ның төп геройҙарының береһе булған Карна исеменең заманса яңғырашлы Карно формаһына «яҡшы» мәғәнәһен аңлатҡан «Су» алъялғауын ҡушып яһалған Сукарно итеп үҙгәртә. Нисек кенә булмаһын, бынан һуң малай үҙенең яңы исеменә ныҡлап берегә: ул төрлө батырлыҡтар хаҡында хыяллана, үҙен яманлыҡтарҙы еңел генә еңә алған көслө шәхес итеп күҙаллай башлай. Буй еткергән Сукарно, тыуған йортон ҡалдырып, белем алыуын дауам итер өсөн Көнсығыш Яваның иң яҡшы мәктәптәренең береһенә юлланғанда атаһы уға киләсәк тормошона фатиха биреп, улын «икенсе Карно» булырға тейешлеге хаҡында ныҡлап иҫкәртә.

Йәшлеге

Сукарно студент йылдарында, 1916

Үҫмер йәшендәге Сукарно «Сарекат ислам» («Ислам берлеге») хәрәкәтенә ылыға, уға ағзалыҡҡа инеп, дүрт йыл хәрәкәт башлығы Чокроаминото йортонда йәшәй. Бында егет лидерҙың 14 йәшлек ҡыҙы Утари менән ғаилә ҡора һәм бер үк ваҡытта сәйәси көрәштең тәүге дәрестәрен ныҡлап үҙләштерә.

Баш күтәреү хәрәкәтендә ҡатнашыуы

Индонезияның өс төп йүнәлешкә — милләтселек, исламизм һәм марксизмға тарҡалған азатлыҡ хәрәкәтен Сукарто бер ағымға берләштереүгә өлгәшә һәм 1926 йылда «Беҙҙе азат Индонезияға алып киләсәк карап — ул берҙәмлек карабы» (рус. «Корабль, который приведёт нас к свободной Индонезии — это корабль единства») тип иғлан итә. Индонезия милли партияһының 1927 йылдың 4 июлендә Көнбайыш Явала урынлашҡан Бандунг ҡалаһында уҙған съезы һөҙөмтәһендә Суарто партия етәкселеген үҙ ҡулына ала. Әммә 1931 йылда был сәйәси ойошма үҙ-үҙен тарата. Ә Суарто иһә илдәге колониаль властар полицияһы эҙәрлекләүенә дусар була. 1929—1931 һәм 1933—1942 йылдарҙа ул Голландия колониаль хакимлегенә ҡаршы көрәштә ҡатнашҡаны өсөн йә төрмәгә ябыла, йә һөргөнгә оҙатыла. Быға ҡарамаҫтан Сукарно, арыу-талыу белмәй, ил буйынса йөрөй, үҙ халҡына мөрәжәғәт итеү өсөн һәр майҙансыҡты файҙаланырға тырыша. Бик һәйбәт психолог булараҡ, ул аудитория кәйефен бик оҫта тоя һәм йыйылыусылар үҙенән нимә ишетергә теләгәндәрен белеп телмәр тота. Быға өҫтәп тәбиғәттән бирелгән актёрлыҡ һәләтен дә бик урынлы ҡуллана, һәм уның һәр сығышын тиерлек бер ҙә кәметмәйсә "бер актёр театры"ның нигеҙле уңышы тип әйтергә була. Шуға ла Сукарноны йышыраҡ «Бунг-Карно» тип атай башлайҙар, һәм ул Индонезия халҡының билдәле һәм күптәр тарафынан танылған юлбашсыһына әүерелә.

Японияның баҫып алыуы

1942 йылда Япония ғәскәрҙәре Индонезия архипелагын баҫып ала. Сукарно яңы власть менән хеҙмәттәшлеккә бара: был аҙым уның барлыҡ аңлы тормошо дауамында ынтылған юғары маҡсатҡа — тыуған иленең азатлығына ирешеү хаҡына яһалған компромисс була. Япония Индонезия халҡына илдәренең бойондороҡһоҙлоғон вәғәҙә итһә лә, был мөһим мәсьәләне хәл итеүҙе өс йылға һуҙа. Сукарноны Японияның ул саҡтағы императоры Хирохито үҙе ҡабул итә, уны дәүләт ордендарының береһе менән бүләкләй. Был ваҡиғанан һуң үҙенә «япондарҙың ялсы-ялағайы» тип ғәйепләү ташлаған ҡаршылаштарына Сукарно шундай тип яуап бирә: «Беҙ милләтселек орлоҡтарын сәстек. Әйҙә япондар уларҙы үҫтерһен» (рус. «Мы посадили семена национализма. Пусть японцы их выращивают»). Япондарҙы ҡыуғандан һәм Голландияның колониаль хакимлеген тергеҙгәндән һуң Сукарно колонизаторҙарға ҡаршы йәйелдерелгән хәрби хәрәкәттәргә етәкселек итә, ә улары иһә Индонезияның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү менән тамамлана.

Хәтер

  • Илдең тәүге президенты Сукарно хөрмәтенә Индонезияның иң ҙур стадионы «Бунг Карно» исеме бирелгән.
  • Джакарта ҡалаһындағы халыҡ-ара аэропорт «Сукарно-Хатта» тип йөрөтөлә.
  • 1963—1968 йылдарҙа Көнбайыш Яңы Гвинеяның (Көнбайыш Ириананың) административ үҙәгенең атамаһы Сукарнопура була (хәҙер — Джаяпура ҡалаһы).

Библиография

  • Сукарно. Индонезия обвиняет. — М.: Издательство иностранной литературы, 1956.
  • Капица Михаил Степанович, Малетин Николай Павлович Сукарно: Политическая биография. — М.: Издательство «Мысль», 1980.
  • Bob Hering, 2001, Soekarno, architect of a nation, 1901–1970, KIT Publishers Amsterdam, ISBN 90-6832-510-8, KITLV Leiden, ISBN 90-6718-178-1
  • Jones, Matthew. "US relations with Indonesia, the Kennedy-Johnson transition, and the Vietnam connection, 1963–1965." Diplomatic History 26.2 (2002): 249-281. online
  • Brands, H. W. "The limits of Manipulation: How the United States didn't topple Sukarno." Journal of American History 76.3 (1989): 785-808. online
  • Hughes, John (2002), The End of Sukarno – A Coup that Misfired: A Purge that Ran Wild, Archipelago Press, ISBN 981-4068-65-9
  • Oei Tjoe Tat, 1995, Memoar Oei Tjoe Tat: Pembantu Presiden Soekarno(The memoir of Oei Tjoe Tat, assistant to President Sukarno), Hasta Mitra, ISBN 979-8659-03-1 (banned in Indonesia)
  • Lambert J. Giebels, 1999, Soekarno. Nederlandsch onderdaan. Biografie 1901–1950. Biography part 1, Bert Bakker Amsterdam, ISBN 90-351-2114-7
  • Lambert J. Giebels, 2001, Soekarno. President, 1950–1970, Biography part 2, Bert Bakker Amsterdam, ISBN 90-351-2294-1 geb., ISBN 90-351-2325-5 pbk.
  • Lambert J. Giebels, 2005, De stille genocide: de fatale gebeurtenissen rond de val van de Indonesische president Soekarno, ISBN 90-351-2871-0
  • Legge, John David. Sukarno: A Political Biography
  • Ricklefs M.C. A History of Modern Indonesia since c. 1300. — MacMillan, 1991. — ISBN 0-333-57690-X.
  • Panitia Nasional Penyelenggara Peringatan HUT Kemerdekaan RI ke-XXX (National Committee on 30th Indonesian Independence Anniversary), 1979, 30 Tahun Indonesia Merdeka (I: 1945–1949) (30 Years of Independent Indonesia (Part I:1945–1949)), Tira Pustaka, Jakarta

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Алдан килеүсе:
Индонезия президенты
1945–1967
Һуңынан килеүсе:
Сухарто
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары