Индонезия

Индонезия Республикаһы
Republik Indonesia
Индонезия флагыгербы Индонезия
Индонезия флагыИндонезия гербы
Милли девиз: «Bhinneka Tunggal lka»
Гимн: Индонезия гимны
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы17 август 1945 (иғлан ителә)
27 декабрь 1949 (таныла)
Рәсми телдәрИндонезия теле
Баш ҡалаДжакарта
Иң ҙур ҡалаларыДжакарта
Идара итеү формаһыРеспублика
ПрезидентДжоко Видодо
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
15 урын
1 904 570 км²
4,85
Халыҡ
  • Барыһы (2015)
  • Тығыҙлыҡ
4 урын
257,563,000[1]
130,85 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2015)
  • Кеше башына
8 урын
$2,839 трлн[2] $
$11 300[2] $
Валютаиндонезия рупийы (IDR)
Интернет-домен.id
Телефон коды+62
Сәғәт бүлкәтеUTC +7...+9

Индоне́зия (индон. Indonesia), рәсми исеме — Индоне́зия Республикаһы (индон. Republik Indonesia) — Көньяҡ-көнсығыш Азияла иң ҙур дәүләт, майҙаны буйынса донъяла 16-сы урында. Зонд архипелагы утрауҙарында урынлашҡан һәм иң ҙур утрау дәүләте булып һанала. Халыҡ һаны буйынса (230,5 млн кеше) донъяла дүртенсе урында. Бай тарихлы дәүләт.

Баш ҡалаһы — Джакарта. Дәүләт теле — индонезия теле.

Унитар ил, президент республикаһы. 2014 йылдың 20 октябренән Джоко Видодо президент, вице-президент — Юсуф Калла (уларҙың тандемы 2014 йылдың 9 июлендә сираттағы президент һайлайҙарында еңеп сыға).

Ил 34 административ берәмеккә бүленгән, шуларҙың 32-һе провинциялар, икеһе — провинция статусына тигеҙлән айырым округ.

Индонезия Малай архипелагы утрауҙарында һәм Яңы Гвинея утрауының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Тымыҡ һәм Һинд океандары һыуҙары менән йыуыла. Донъяла ҙур ил-утрауҙарҙан һанала. Ҡоро ерҙәге сиге Малайзия менән Калимантан утрауында, Папуа — Яңы Гвинея менән — Яңы Гвинея утрауында һәм Көнсығыш Тимор менән Тимор утрауында.

Ил халҡының 88 проценты мосолмандар, һәм уларҙың һаны буйынса Индонезия донъяла беренсе урында тора. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер айырым утрауҙарҙа башҡа дин вәкилдәре лә бар.

Иҡтисады йылдам үҫкән аграр-индустриаль ил. Эске тулайым продукт 2011 йылда 1,125 триллион АҠШ доллары булып, йән башына уртаса 4700 Америка доллары тирәһе тәшкил итә. Аҡса берәмеге — индонезия рупийы.

1945 йылдың 17 авгусында илдең бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. 1942—1945 йылдарҙа япон оккупацияһы аҫтында, ә уға тиклем Нидерланд колонияһы була: XVII быуаттың беренсе яртыһында үҙләштерә башлай һәм хәҙерге Индонезияның күп ерҙәрен XX быуат башына тиклем үҙенең хакимлығы аҫтына берләштерә. Был йәһәттән үҙ берҙәмлеге өсөн Индонезия ниндәйҙер дәрәжәлә Нидерландтың колониаль сәйәсәтенә бурыслы.

Тарихы

Дәүләт ҡоролошо

Тышҡы политикаһы

Административ бүленеше

Рәсәй менән бәйләнештәре

  • 2016 йылдың 3—4 октябрендә Индонезияның Рәсәйҙәге илселеге вәкилдәре Башҡортостанда булды[3].
  • 2016 йылдың авгусында Мәскәүҙә Индонезия фестивале үтте[4].

Рәсемдәр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Индонезия // Большая советская энциклопедия. — М., 1972. — Т. 10. — С. 539—556.
  • Всемирная история. — М., 1956. — Т. 2. — С. 588—590.
  • Всемирная история. — М., 1957. — Т. 3. — С. 564—566.
  • Всемирная история. — М., 1958. — Т. 4. — С. 650—658.
  • Всемирная история. — М., 1958. — Т. 5. — С. 326—345.
  • Всемирная история. — М., 1960. — Т. 7. — С. 374—380.
  • Всемирная история. — М., 1961. — Т. 8. — С. 444—448.
  • Всемирная история. — М., 1962. — Т. 9. — С. 131—135, 261—263, 459—460.
  • Всемирная история. — М., 1965. — Т. 10. — С. 167—171, 515—519.
  • Забродская М. П., Шарец Д. С. Природа Индонезии. — М., 1961. — 76 с.
  • Бандиленко Г. Г., Гневушева Е. И., Деопик Д. В., Цыганов В. А. История Индонезии (в трёх частях). — М., 1992—1993.
  • Демин Л. М., Другов А. Ю, Чуфрин Г. И. Индонезия. Закономерности, тенденции, перспективы развития. — М., 1987.
  • Другов А. Ю. Индонезия: Курс страноведения.— М.: Восточный Университет, 2005.
  • Пахомова Людмила Фёдоровна. Модели процветания. (Сингапур, Малайзия, Таиланд, Индонезия). — М., 2007..
  • Погадаев Виктор Александрович. Индонезия: Краткий справочник. — М.: Ключ-С, 2013. — 248 с. — ISBN 978-5-93136-203-8.
На иностранных языках
  • Ricklefs, Merle Calvin. A History of Modern Indonesia since c. 1200. — 3 edition. — Stanford University Press, 2001. — 497 p. — ISBN 0-8047-44793.
  • Lloyd, Grayson J; Smith Shannon L. Indonesia Today: Challenges of History. — Singapore: Institute of Southeast Asian Studies, 2001. — 359 p. — ISBN 0-7425-1761-6.
  • Sonata, Thamrin. Undang-Undang Politik. Buah Reformasi Setengah Hati. — Jakarta: Yayasan Pariba, 1999. — ISBN 979-95572-1-6.

Һылтанмалар


🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары