Торф

Торф — тулыһынса тарҡалып бөтмәгән үҫемлектәр ятҡылығы; һаҙ үләндәренең баҫылып, тулыһынса серемәй тарҡалыуынан барлыҡҡа килгән яна торған файҙалы ҡаҙылдыҡ (яғыулыҡ, ашлама һ. б. итеп ҡулланыла)[1]; һаҙлыҡ үҫемлектәренең тулыһынса сереп тарҡалмаған ҡалдыҡтарынан торған минераль һәм органик матдәләргә бай ҡаҙылма[2]. Торф батҡаҡлыҡтарҙа, торфяниктарҙа, һаҙлыҡтарҙа барлыҡҡа килә.

Льюистә торф, Шотландия
Льюис утрауында торф өйөмө(Шотландия)

Барлыҡҡа килеүе

Торф, ғәҙәттә һаҙлыҡлы урындарҙа үҫемлек ҡалдыҡтарын тарҡатыусы анаэроб һәм әсе шарттар булғанда барлыҡҡа килә. Торф башлыса, ағас, үлән, бәшмәк кеүек һаҙлыҡ үҫемлектәренән һәм башҡа бөжәк, хайуан ҡалдыҡтары кеүек органиканан тора. Билдәле бер шарттарҙа (кислород етешмәгәндә) тарҡалыу процесса әкренәйтелә.

Торф ҡоро шарттарға ҡарағанда, дымлы шарттарҙа тиҙерәк барлыҡҡа килә һәм әҙерәк тарҡала. Был климатографтарға климат үҙгәреүен күҙәтергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ, торфтың төрө һәм органик ҡушылмалар составы буйынса боронғо экологияны өйрәнеп була.

Тейешле шарттарҙа торф ташкүмер барлыҡҡа килеүҙең иртә осоронда барлыҡҡа килгән. Пенсильвания осорондағы гигань тропик йылға бассейнындаға торф ҡыҫылып һәм йылынып «күмер» тип аталған метоморфик тоҡом барлыҡҡа килтергән.

Хәҙерге юғары киңлектәге торфяниктар 9000 йыл элек тамамланған боҙлоҡ осоронан һуң барлыкка килгәндәр.

Донъялағы торфяниктар 360 млн йыл буйы барлыкка килгән, уларҙа 550 гигатонна углерод бар.[3][4]

Файҙаланыу

Ҡайһы бер илдәрҙә торф төп яғыулыҡ сығанағы булыраҡ табыла .[5][6] Барлыҡ күләме яҡынса 4 триллион м³ һәм ер өҫтөнөң 2%-ын (яҡынса 3 млн км²) ҡаплап алған, 8 млн тераджоул энергияны һый[7]ҙырған[8][9]

Торф йомшаҡ һәм еңелсә тығыҙланған. Торфтан һыуҙы ҡыҫып сығаралар. Кипкән торфты яғыулыҡ итеп файҙаланырға мөмкин. Торф сығарыу Исландия һәм Ирландия кеүек илдәрҙә, мөһим яғыулыҡ булараҡ , сәнәғәт масштабына ҡуйылған. Ирландия, Шотландия һәм башҡа ағас һирәк күп илдәрҙә, торф ашарға әҙерлеү һәм өйҙө йылытыу өсөн ғәҙәти яғыулыҡ булып тора. Һаҙлаҡтан сығарып өйөп ҡуйылған торф өйөмдәрен хәҙер ҙә ҡайһы бер райондарҙа күрергә мөмкин.

Торфтың изоляциялай торған үҙенсәлеген сәнәғәттә ҡулланалар.

Шотланд вискиһын дистилляциялауҙа торфта яғнанарпа орлоҡтарын ҡулланалар. Был Шотланд вискиһына төтөн еҫен бирә.

Кешелек өсөн файҙаһы күп булыуға ҡарамаҫтан, торф проблемалар ҙа тыуҙыра. Ҡоро осорҙа торф төп янғын хәүефлегенә әйләнә, янған торф сикһеҙ ваҡыт янырға мөмкин (йәки яғыулыҡ бөткәнсе). Ҡыштан һуң, кислород эләккэс, ер аҫтындағы торф тағы ла тоҡанып китеуе мөмкин. Торф ҡатламы юлдар, тимер юлдар төҙөгәндә ҡыйынлыктар тыуҙыра, ул әҙ генә ауырлыҡ булғанда ла тығыҙлана. Көнбайыш Ирландияла Вест Хайленд Линияһын төҙөгәндә төҙөүсөләргә ағастан, ҡыуактан һәм мең тонна ер һәм көлдә йөҙөргә тура килә.

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары