Туй

Туй, туй йолаһы — никахты рәсмиләштереүсе ғаилә йолаларының (ритуалдар) береһе.[1] Уның социаль әһәмиәте яңы ғаилә ҡороуға, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырыуға, ғаилә-йәш статусын үҙгәртеүгә һәм никахлашыусыларҙың статусын асыҡтан-асыҡ таныуға ҡайтып ҡала. Иң ҡатмарлы ойошторолған йолаларға ҡарай. Унда тел, фольклор-шиғриәт, йола, музыка, һынлы сәнғәт һәм башҡа пландар берләшә[2]. Күп кенә халыҡтарҙа туй кәләштең ата-әсәләр йортонан кейәү йортона күсенеүен, бүләктәр менән алмашыуҙы, өҫтәлде һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала. Туй менән бөтә халыҡтарҙың да бик күп инаныу, билдәләр һәм йолалар бәйле. Диндарҙарҙың туйы дини йолалар менән оҙатыла (христианлыҡта венчание, исламда никах һәм башҡалар). Рәсәйҙә, туй һуңғыһына тулы юридик көс биреүсе никахҡа инеүҙең аҙаҡҡы акты булды..[3]

Уильям Фредерик Йимз. — Раузалар юлы (1870)
Эдмунд Лейтон. — Никахты теркәү (1920)

Туй тантанаһында ҡатнашыусылар

Традицион көнбайыш туй фатаһы

Туй тантанаһының төп фигуралары — кейәү менән кәләш (йәш парҙар) тора. Донъяның төрлө илдәренең мәҙәниәттәрендә туй тантанаһында кейәүҙең һәм кәләшенең туғандарына ҙур роль бирелә. Туйҙы ойоштороусылар туй менеджерын, тамада йәки тантаналар оҫтаһын саҡыра, ул сара дауамында уның барышын контролдә тота, теләге булғандарға тост әйтергә һүҙ бирә, артистарҙың сығыш тәртибен күҙәтә һәм башҡалар. Ҡайһы бер осраҡтарҙа яңы өйләнешкәндәр үҙҙәренең тантанаһын ойоштороу өсөн байрамдарҙы һәм тантаналарҙы аранжировкалау менән шөғөлләнгән профессиональ компанияларҙы саҡыра. Ҡайһы бер илдәрҙә туйҙы почетлы шаһиттар ҡатнашлығында үткәреү ҡабул ителгән. Ғәҙәттә ир шаһитты кейәү тәғәйенләй, ә ҡыҙ шаһитты кәләш тәғәйенләй. Йола буйынса, был ролдәр яңы өйләнешкәндәрҙең дуҫтарына йәки туғандарына бирелә.

Галерея

Шулай уҡ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары