Түбәнге Әбсәләм

Түбәнге Әбсәләм (рус. Нижнее Абсалямово) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 13 кеше[2].Почта индексы — 452539, ОКАТО коды — 80223804006.

Ауыл
Түбәнге Әбсәләм
башҡ. Түбәнге Әбсәләм
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан

Ауыл биләмәһе

Арый

Координаталар

55°35′33″ с. ш. 58°11′22″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Әбдесәләм

Халҡы

13[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452539

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 223 804 006

ОКТМО коды

80 623 404 126

Түбәнге Әбсәләм (Рәсәй)
Түбәнге Әбсәләм
Түбәнге Әбсәләм
Түбәнге Әбсәләм (Башҡортостан Республикаһы)
Түбәнге Әбсәләм

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 9 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Арый): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 84 км

Түбәнге Әбсәләм ауыл Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан 9 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан 84 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Түбәнге Әбсәләм — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советы составына инә.Тәүге нигеҙ һалыусы кеше — Әбделсәләм Әбүталипов. Ул 1756 йылда тыуған. Уның улдары: Фәтҡулла (уның улдары: Хәбибулла, Ғәйнулла, Вәлиулла), Мөхәмәтйәр, Зәйнулла, Әбделхәким, Хөснулла). Әхмәт ауылына нигеҙ һалыусы ла Әбсәләм ауылыныҡы була. Уның улы Зөлҡәрнәй Әхмәтов 1750—1826 йылдарҙа йәшәгән. Уның 1776 йылда тыуған улы Исай була. Исайҙың улы — 1799 йылғы Сәйетборхан.[4]

1795 йылда Әбсәләмдәге 13 йортта 51 ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1757Дыуан улусы улусыСебер даруғаһыЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
1816-сы йорт-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1834-сы йорт-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1847-сы йорт-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1859-сы йорт-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Дыуан улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920Дыуан улус Советы (1918 й.), Арый ауыл СоветыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926Арый ауыл Советы (1923 йылдан)Мәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы СССР
1935Арый ауыл СоветыДыуан районыБашҡорт АССР-ы СССР
1941Арый ауыл СоветыДыуан районыБашҡорт АССР-ы СССР
1990Арый ауыл советыДыуан районыБашҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Түбәнге Әбсәләм ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

1816 йылда Әхмәт (Әбсәләм) ауылында 6 йортта 30 кеше йәшәгән. Бергә алғанда, Әбсәләм ауылындағы 34 йортта 197 кеше, 1834 йылда — 56 йортта 299 кеше йәшәгән.

1842 йылда Әбсәләм ауылында 313 кешегә 92 сирек ужым һәм 388 сирек яҙғы иген, шулай уҡ 8 сирек картуф сәселгән. Шул уҡ осорҙа Әбсәләм ауылы янындағы Әхмәт ауылында 36 кешегә 17 сирек ужым, 66 сирек яҙғы ашлыҡ һәм 2 сирек картуф сәселгән. Әбсәләм һәм Әхмәт ауылдары халҡы бөтә ерҙәргә лә уртаҡ хужа булған[6][7].

1859 йылда Әбсәләмдә — 54 йортта 390 кеше, 1870 йылда — 73 йортта 432 кеше йәшәгән[4].1859 йылда Әхмәт тип аталған ауылда 6 йортта 20 кеше, 1870 йылда 3 хужалыҡта 11 кеше донъя көткән[8].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

XX быуаттан башлап Үрге Әбсәләм һәм Түбәнге Әбсәләм тип айырып йөрөтөлгән. Икеһе лә Дыуан-Мәсетле ауылынан 8 саҡрымда урынлашҡан.

1920 йылда ике ауылда (Үрге һәм Түбәнге Әбсәләм) — 76 йортта 419 кеше йәшәгән. Әхмәт ауылы, рәсми рәүештә Әбсәләм тип аталғанлыҡтан, 1920 йылда иҫәпкә алынмаған. Әхмәт ауылы — Үрге йә Түбәнге Әбсәләм тип йөрөтөлгәнме, уныһы билдәһеҙ.[9]

Әлеге ваҡытта Түбәнге Әбсәләм бөткән ауыл тип әйтерлек хәлдә.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь137653,846,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Арҙаҡлы шәхестәр

Тимер Йосопов — (31 май 1938 йыл, Дыуан районы, Түбәнге Әбсәләм ауылы — 16 март 2016 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003). 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (1999) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998).

Урамдары

  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)[10]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәлдәре: Арый ауылы эргәһендәге Сейәле тау

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары