Фытыр

саҙаҡа
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Фытыр саҙаҡаһы- (Зәкәт әл-фитр) - (ғәр. زكاة الفطر‎ — ураҙа саҙаҡаһы‎) — Рамаҙан айы аҙағында, йәки Ураҙа байрамы башланғанса фәҡирҙәргә, меҫкендәргә бирелә торған вәжиб саҙаҡа .

Ҡөрьән Кәримдән

Хаҡ ки, саҙаҡалар хәйерселәргә, фәҡирҙәргә, зәкәт йыйыусыларға (махсус иҫәпкә), (Исламға) күңелдәрҙе йәлеп итеүгә,ҡолдарҙы азат итеүгә, бурыслыларға, Аллаһ юлында сығымдарға, ауыр хәлдә ҡалған мосафирҙарға тәғәйенләнә. Аллаһ тәғәлә шулай бойорған, Ул Белеүсе, Хикмәт Эйәһе!
Әт-Тәүбә 9:60

Фытыр түләүселәр

Фытыр саҙаҡаһын түләү барса хәлле мосолмандар өсөн дә мотлаҡ. Хәллеләр иҫәбенә үҙен, ғаиләһен,ҡул аҫтындағы хеҙмәтселәрен ризыҡ, көндәлек һәм кешелек кейемдәр, эске кейемдәр менән тәьмин иткәндән тыш мөлкәте булғандар инә.

Фытыр саҙаҡаһы үҙен, ғаиләһен, хеҙмәтселәрен көндәлек туйыныу һәм кейем-һалым менән тәьмин ителеүҙән артҡан мал-мөлкәтле мосолмандарҙың һәммәһе өсөн вәжиб ғәмәл. Ғаилә башлығы үҙ ҡарауында булған барлыҡ ғаилә ағзалары өсөн зәкәт бирә. Әгәр сабый рамаҙан айының һуңғы көнөндә ҡояш байығас тыуһа, уның өсөн фытыр түләнмәй. Бынан тыш кеше мосолман булмаһа ла, үҙенең ҡул аҫтындағы (аҫрауындағы) мосолмандар өсөн (атаһы, балалары, хеҙмәтселәре һ.б.) фытыр түләргә бурыслы[1].

Фытыр саҙаҡаһы миҡдары

Уның миҡдарын ҡайҙа нимә үҫеүенә ҡарап 1 сағ бөртөклө матдәләрҙән сығып иҫәпләнә. Мәҫәлән, Европала бойҙай йә арпа, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла — дөгө, Яҡын Шәреҡтә — хөрмә менән иҫәпләнә. Сағ (ғәр.صاع) — был 4 ҡуш ус бөртөклө күләме. Ул 3,300 г (хәнәфи мәҙһәбтә), йәки 2,176 г (башҡа сөнни мәҙһәбтәрҙә) тип иҫәпләнә. Ризыҡлата биреү хәйерле тип һанала. Хәнәфи мәҙһәбтә аҡсалата биреү ҙә рөхсәт ителә.

Хәнәфи мәҙһәбтә ярты сағ, йәғни 1,650 г бирелә[2]. Фытыр саҙаҡаһын Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) заманындағы кеүек, ризыҡлата биреү хәйерле. Аҡсала таратыу хәнәфи мәҙһәбтә рөхсәт ителгән. Фытырҙы Ғәйеткә ҡалдырыу мәкруһ була, уға хәтлем биреп ҡуйыу хәйерле.

Маҡсаты

Фытыр саҙаҡаһы ураҙа айында ебәрелгән хата-яҙыҡтарҙы ярлыҡатыу (кәфәрра), шулай уҡ ярлы-ябағаны Ураҙа байрамында башҡалар менән тигеҙ байрам иттереү маҡсаты менән бирелә [3].

Кемдәргә бирелә

Фытыр мәсеттә зәкәт йыйыусы вәкилгә бирелә ала [2],шулай уҡ мохтаждарға бирелә[1].

Фытыр бирергә мөмкин булған 8 төр төркөм:

  • Хәйерселәр— бер мөлкәте лә булмаған, мохтаж кешеләр.
  • Мөлкәтһеҙҙәр — был төркәм дә мохтаж кешеләр, тик уларҙың матди хәле тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ.
  • Имам тарафынан зәкәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән кеше.
  • Дин юлында дәғүәт алып барған, дингә мөхәббәт уятырға тырышҡан кешеләргә.
  • Ҡолдарҙы йәки әсирҙәрҙе иреккә сығарыу өсөн һатып алыусыға.
  • Бурыстан сыға алмаусыларға: а) шәриғәт ҡанундары буйынса рөхсәт ителгән әйберҙәрҙе алған өсөн(кейем, дауаланыу, йорттар төҙөүгә һәм башҡа сәбәптәр) б) башҡа кешеләр өсөн бурысҡа алған осраҡта.
  • Йыһатта (Аллаһ ҡушҡанды үтәп, мәҫ. Ватан өсөн) һуғыш алып барғандарға.
  • Мосафирҙарға — башҡа илдәрҙә тороп ҡалып, йәшәү саралары булмаған юлсыларға.

Хәҙистәр

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

  1.  Сборники хадисов аль-Бухари и Муслима.
  2. Абу Дауд 1609, Ибн Маджа 1827, ад-Даракутни 2/138.
  3.  ад- Даракутни 2/141, аль-Байхаки 4/161.
  4.  Абу Нуайм 3/262, аль-Байхаки 4/167.
  5. аль-Бухари Сахих 1506.
  6.  аль-Бухари Сахих 1510.
  7. аль-Бухари Сахих 1503.
  • Важность закята в Исламе — Al-Iman.ru
  • Форма расчета величины закята для денежных средств в рублях — Zakaat.Narod.ru
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары