Элеонора Ульрика

Элеонора Ульрика (швед. Ulrika Eleonora; 23 ғинуар 1688 йыл — 24 ноябрь 1741 йыл) — Швеция королеваһы, 1718—1720 йылдарҙа хакимлыҡ итә. Карл XI һәм Карл XII һеңлеһе Элеонора Ульрика Датскаяның ҡыҙы.

Элеонора Ульрика
швед. Ulrika Eleonora
Рәсем
Ҡултамға
Затҡатын-ҡыҙ[1][2][3][…]
Гражданлыҡ Швеция
ТитулШвеция принцессаһы[d] һәм Queen of Sweden[d]
Тыуған көнө23 ғинуар 1688({{padleft:1688|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][4][5][…]
Тыуған урыныСтокгольм, Швеция[1]
Вафат булған көнө24 ноябрь 1741({{padleft:1741|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[4][5][6] (53 йәш)
Вафат булған урыныСтокгольм, Швеция[1]
Үлем төрөтәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбеҠара сәсәк
Ерләнгән урыныцерковь Риддархольмена[d][7]
Ҡәбере һүрәте
АтаһыКарл XI[d][2]
ӘсәһеЭлеонора Ульрика Датская[2]
Бер туғандарыКарл XII һәм Гедвига София Шведская
Хәләл ефетеФредрик I[d][8]
НәҫелеПфальц-Цвейбрюкенская династия[d]
Әһәмиәтле кешеМерта Берендес[d][9], Emerentia von Düben[d][10], Самуэль Барк[d][10] һәм Elisabeth Cronström[d][11]
Һөнәр төрөмәҙәниәт хеҙмәткәре
Биләгән вазифаһыМонарх Швеции[d] һәм Queen Consort of Sweden[d]
Монограмма
Архивы хранятся вГосударственный архив Швеции[d][12]
Кем хөрмәтенә аталғанЭлеонора Ульрика Датская
Тасуирлау биттәреbiografiasyvidas.com/bio…
Изображается наUlrika Eleonora the Younger, Queen of Sweden[d]
Вики-проектProject Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһыМилли һынлы сәнғәт музейы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыавторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Элеонора Ульрика Викимилектә

Биографияһы

Элеонора Ульрика 1688 йылдың 23 ғинуарында Стокгольм һарайында тыуа. Бала сағында Элеонора Ульрикеға уның апаһы Гедвига Софияға ҡарағанда иғтибар күпкә аҙ бүленә.

Элеонора Ульриканың 1714 йылда Фридрих Гессен-Кассельский менән йәрәшеүе үтә, ә бер йылдан, 1715 йылдың 24 мартында уларҙың туйы була. Был ваҡытҡа принцессаның хәле яҡшыра, уның фекере менән иҫәпләшергә тура килә. Карл XII ул саҡта Төркиәлә була, һәм 1708 йылда Гедвига София үлгәс, Элеонора Ульрика атаһының әсәһе Гедвига Элеонора Гольштейн-Готторскаяны иҫәпкә алмағанда, швед король ғаиләһенең берҙән-бер вариҫы булып ҡала.

Элеонора Ульриканы тәхеткә ултыртыу осраҡтары буйынса миҙалдар. Гедлингер Иоганндың эше (1719)

1712 йыл аҙағында — 1713 йыл башында король Элеонора Ульриканы дәүләттең ваҡытлы регенты итеп ҡуйырға уйлай, әммә был план тормошҡа ашырылмай. Шуға ҡарамаҫтан, король кәңәшмәһе, уның ярҙамын алырға тырышып, принцессаны үҙҙәренең ултырыштарында булыуын күндерә. 1713 йылдың 2 ноябрендә уның ҡатнашлығындағы беренсе ултырышта уҡ риксдагты саҡырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Риксдагтың ҡайһы бер ҡатнашыусылары принцессаның дәүләт регенты булыуын теләйҙәр, әммә быға Арвид Горн һәм король кәңәшмәһе ҡаршы сыға, улар хакимлыҡ алмашыныу төрө ҡыйынлыҡтар һанын арттырыр тип ҡурҡа. Артабан принцесса шәхсән королгә ҡағылышлы документтарҙан тыш, Карл XII хупалауы менән кәңәшмәнән ебәрелә торған документтарға ҡул ҡуя.

1718 йылдың декабрендә Элеонора Ульрика ағаһының үлемен ишеткәс, тулыһынса һалҡын ҡанлылыҡ күрһәтә һәм үҙенә королеваға кеүек мөрәжәғәт итеүҙе талап итә. Кәңәшмә быға ҡаршы килмәй. Тиҙҙән ул Георг Генрих Герц яҡлыларҙы ҡулға алырға бойора һәм уның ҡулы аҫтынан сыҡҡан ҡарарҙарҙы юҡҡа сығара. 1718 йылдың 15 декабрендә риксдаг саҡырылышында самодержавие власын бөтөрөү һәм дәүләтте элекке хакимлыҡ итеү төрөнә ҡайтарыу теләге тураһында әйтә.

Швецияның юғары хәрби етәкселеге вариҫлыҡ хоҡуғын инҡар итеүе тураһында, абсолютизмды бөтөрөргә һәм Элеонораны королева итеп һайлауға ҡаршы сығыш яһай. Шундай уҡ ҡараш риксдаг ағзалары араһында ла өҫтөнлөк итә. Элеонора Ульрика король кәңәшмәһенән ярҙам өмөт итә һәм, ул да, бүтән берәү ҙә (бында уның туғаны Гедвига Софияның улы Карл Фридрих Гольштейн-Готторпский күҙ уңында тотола) швед тәхете хоҡуғына эйә булмаясаҡ тип иғлан итә.

Принцессаның тәхет хоҡуҡтарынан баш тартыуынан һуң, ул 1719 йылдың 23 ғинуарында төҙәтмәләр менән королева тип иғлан ителә, был осраҡта ҡатламдар төҙөргә тейеш булған идара итеү формаһына ҡул ҡуйырға тейеш була. 19 февралдә властың күп өлөшөн риксдаг ҡулына тапшырған идара итеүҙең формаһы аҫтына ҡул ҡуя. 1719 йылдың 17 мартында Упсала таж кейҙереү церемонияһы үтә.

Яңы королева короллектә булған ҡатмарлы хәлде еңеп сыға алмай. Канцелярия президенты А. Горн менән килеп сыҡҡан төрлө килешә алмаусынлыҡтарға бәйле уның йоғонтоһо кәмей. Мөнәсәбәттәре уның вариҫтары Спарре һәм Крунъелм менән дә килеп сыҡмай.

Элеонора Ульрика тәхетте ире менән уртаҡлашырға теләй, әммә дворянлыҡтың ныҡышмалы ҡаршылығы арҡаһында был ниәттән баш тартырға мәжбүр була. Королеваның сикләнмәгән хакимиәте, яңы конституцияға яраҡлаша белмәүе, иренең уға ҡарата көслө йоғонто яһауы, яйлап дәүләт чиндарының монархты алмаштырыу тураһындағы фекергә килтерә.

Фридрих Гессенский, королеваның ире, шулай уҡ был йүнәлештә әүҙем эшләй, ул 1720 йылда риксдагта лантмаршал булып һайланған А.Горн менән яҡынлаша. Уртаҡ хакимлыҡҡа өмөтөн өҙмәгән Элеонора Ульрика ҡатламдарға был турала мөрәжәғәтнамә яҙа, уның үтенесе хупланмай. 1720 йылдың 29 февралендә яңы мөрәжәғәтнамәһендә, әгәр ире үлә ҡалһа, тажды кире үҙе ҡабул итә тигән төҙәтмә менән, ире файҙаһына тәхеттән баш тарта. 1720 йылдың 24 мартында Фридрих Гессен-Кассельский Фредрик I исеме аҫтында Швеция короле тип иғлан ителә.

Элеонора Ульрика һуңғы ваҡытҡа тиклем йәмғиәт эштәре менән ҡыҙыҡһына, 1720 йылдан һуң ул эштәрҙән ситләшә, уҡыуға һәм хәйриә эшенә бирелә. Әммә 1738 йылда Фредрик I сит илгә сәфәре ваҡытында, ул ил менән идара итеүҙе үҙ ҡулына ала һәм үҙенең бөтә яҡшы сифаттарын күрһәтә.

Элеонора Ульрика үҙенән һуң бер ниндәй ҙә нәҫел ҡалдырмай, 1741 йылдың 24 ноябрендә Стокгольмда вафат була.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Ульрика Элеонора // Ужи — Фидель. — М. : Советская энциклопедия, 1956. — С. 196. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.] / гл. ред. Б. А. Введенский ; 1949—1958, т. 44)
  • Nordisk familjebok. — B. 30. — Stockholm, 1920.
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары