Юй-ди

Нефрит император (Юй-хуан шан-ди; 玉皇, Юй-хуан, йәки 玉帝, Юй-ди) — даос пантеонының юғары аллаһы. Ул күк йөҙө һәм кешеләрҙең эше менән идара иткән аҡыл эйәһе булараҡ һүрәтләнә. Иконаграфияла Юй-ди, ғәҙәттә, тәхеттә аждаһалар фигуралары менән биҙәлгән мантия кейеп, ҡулына нефрит табличка тотоп ултыра. Уның күк батшалығы үҙенең ҡатмарлы институттары һәм күп һанлы чиновниктары менән Ҡытайға оҡшаш.

Юй-ди
ҡыт. 玉皇上帝
Рәсем
Затир-ат
Тыуған көн9th day of the 1st month in the Chinese calendar[d]
БалаларыНюйва[d]
Телгә алынған хеҙмәттәрПутешествие на запад[d] һәм Көнбайышҡа сәйәхәт
Уйҙырма донъянанвселенная "Путешествие на запад"[d]
 Юй-ди Викимилектә
Нефрит император — Мин дәүере һүрәте

Ҡытай мифологияһы

Ҡытай мифологияһында нефрит импрераторға бәйле бик күп тарих бар. Шулай уҡ Аҡ Лотос йәшерен йәмғиәтенең традицион фигураһы булараҡ та ҡарала.

Сығышы

Нефрит император тәүҙә саф бәхет һәм мөһабәт күк уттары һәм биҙәктәре принцы булған, тиҙәр. Тыуған сағында унан серле яҡтылыҡ бөркөлгән һәм тотош короллекте тултырған. Йәш сағында ул изге, аҡыллы һәм зирәк була. Ғүмерен мохтаждарға (ярлыларға һәм интегеүселәрҙә, яңғыҙҙарға, астарға һәм инвалидтарға) ярҙам итеүгә бағышлай. Бынан тыш ул кешеләргә генә түгел барлыҡ тере йән эйәләренә лә ихтирамлы һәм миһырбанлы була. Атаһы вафат булғандан һуң тәхеткә ултыра. Ул короллектә тыныс һәм имен булһын өсөн тырыша. Дао философияһын тарата.Һәр береһе 129 600 йыл (3602 йыл) дауам иткән 1750 эондан һуң ул алтын үлемһеҙлеккә етә. Тағы ла йөҙ миллион йылдан һуң, ниһайәт, нефрит императорға әүерелә).

Яуызлыҡты еңеүе

Мифтарҙың береһе Нефрит императорының нисек итеп күктәге барлыҡ аллаларҙың монархы булып китеүен һүрәтләй.Ваҡыт башланғанда Ер йәшәү өсөн ауыр, хәҙергегә ҡарағанда ҡырыҫыраҡ була. кешеләргә төрлө ҡот осҡос йән эйәләре менән эш итергә тура килә, уларҙы яҡлаусы аллалары күп булмай, бынан тыш, көслө иблистәр күктең үлемһеҙ йәндәренә саҡырыу ташлай. Нефрит императоры ерҙә йәшәгән һәм мөмкин тиклем кешегә ярҙам иткән ябай үлемһеҙ була. Ул үҙенең көсөнөң бары тик кешеләрҙең ыҙаланыуын еңеләтә алыуына ғына бик көйәләнә. Үҙенең Даоһын үҫтереү өсөн тауҙағы мәмерйәгә китә. Ул һәр ҡайһыһы 3 миллион йыл дауам иткән 3200 һынау аша үтә.Ул ваҡытта ерҙә ҡеүәтле яуыз йән үлемһеҙҙәрҙе һәм күк аллаларын еңеп Йыһанда үҙенең власын урынлаштырырға тырыша. Ул да нефрит император кеүек үҙенең көсөн арттырыға яңғыҙлыҡҡа һәм медитацияға китә. Ул һәр ҡайһыһы 3 миллион йыл тәшкил итәк 3000 һынау үтә. Үҙенең һуңғы һынауынан һуң ул үҙен бер кем дә еңә алмаҫына ышана. Ул ергә ҡайтып күктәргә һөжүм итер өсөн иблистәр армияһын йыя.Үлемһеҙҙәр хәүеф янауын тойоп, һуғышҡа әҙерләнә. аллалар ҡеүәтле иблисте туҡтата алмай һәм ул уларҙың барыһын да еңә.Нефрит императоры ошо һуғыш ваҡытында үҙенең үҫешен тамамлай. Ул ерҙе кешеләргә йәшәргә яраҡлы итеп үҙгәрткәндә һөр төрлө хәүефте ситкә ҡығанда күктән сағылған яуыз яҡтылыҡ күрә һәм нимә булғанына төшөнә. Күккә күтәрелә һәм яуыз йәндең ни тиклем ҡеүәтле булыуын, аллаларҙың уға көсө етмәүен күрә. Улар һуғыша башлай. Тауҙар тетрәй, йылғалар һәм диңгеҙҙәр сайҡала. Нефрит императоры көс менән түгел, ә тәрән һәм зирәк аҡылы, изгелеге арҡаһында алышта еңә. Яуыз йән еңедлгәс, уның армияһын аллалар һәм үлемһеҙҙәр тарата. Нефрит император барлыҡ йән эйәләренең хөкөмдары тип иғлан ителә.

Нефрит императорҙы хөрмәтләү Сун династияһы императорҙары осоронда дөйөм милли төҫ ала. Улар даосизм идеалдарын ҡабул итә һәм ошо фигураны танып Конфуцийға хөрмәтте тигеҙләштерергә теләй.

Быуаттар үткәс Нефрит императоры Ҡытай мәҙәниәтенең һәм уның «Көнбайышҡа сәйәхәт» кеүек төп текстарының иң танылған персонажына әүерелә. Йыш ҡына ул Ҡытайҙың ритуал аҡсаларын биҙәй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Һары император

Нефрит император образы кинола

  • «Запретное царство» / «The Forbidden Kingdom» (США, Китай; 2008) режиссёры Роб Минкофф, Нефрит император ролендә — Дешун Ванг.
  • «Аран и Магистрат» / «Arang and the Magistrate» (Көньяҡ Корея; 2012) режиссёры Ким Сан Хо, Нефрит император ролендә — Ю Сын Хо.

Сығанаҡтар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары