Япраҡ

Япраҡ (күпл. япраҡтар; лат. folium, грек. φύλλον) — ботаникала төп функцияһы фотосинтез, газ алмашыу һәм транспирация булған тышҡы органдар. Был маҡсатҡа, ҡағиҙә булараҡ, япраҡтарҙың табаҡлы (пластинкалы) структураһы хеҙмәт итә, ул күҙәнәктәргә ҡояш нурҙарынан хлорофилл тупларға мөмкинлек бирә. Япраҡ шулай уҡ үҫемлектәрҙең һулыш, дым бүленеү һәм гуттация (һыу бөрсөктәре - ысыҡ сығарыу) органы булып тора. Япраҡ үҙендә һыу һәм туҡлыҡлы матдәләр һаҡлай ала, ә ҡайһы бер үҫемлектәрҙә башҡа функциялар ҙа үтәй [2].

Япраҡ
Рәсем
Исемnate[1]
 Япраҡ Викимилектә
Көҙгө япраҡтар

Япраҡтың анатомияһы

Япраҡ табағының төҙөлөшө

Ҡағиҙә булараҡ, япраҡ түбәндәге туҡымаларҙан тора:

  • Эпиде́рмис — зарарлы мөхит тәьҫиренән һәм артыу быу бүленеп сығыуынан һаҡлап торған күҙәнәктәр ҡатламы. Йыш ҡына япраҡ эпидермис өҫтөнән балауыҙ кеүек ҡатлам кутикула) менән ҡапланған була.
  • Мезофи́лл йәки "'паренхима"', — төп бурысты — фотосинтез функцияһын үтәүсе хлорофиллы эске туҡыма.
  • Тамырсыҡ селтәрҙәре - һыу,ирегән тоҙҙар, углеводтар күсеп йөрөүгә хеҙмәт иткән ҡыуыш юлаҡлы туҡымалар.
  • Япраҡ аҫты күҙәнәктәре (урыҫса - устьица) — башлыса япраҡтың аҫҡы яғында урынлашҡан күҙәнәктәрҙең махсус комплекстары; улар аша артыҡ дым сыға (транспирация) һәм газ алышыуы бара.

Япраҡ терминологияһы

Төрлө рәүешле япраҡтар

Япраҡ рәүеше

Япраҡтар төрлө рәүешле була:

  • Елпеүес рәүешле
  • Икешәрле ҡыйғас
  • Дельта кеүек
  • Ҡул суғы рәүешле
  • Осло
  • Энәле
  • Өсмөйөш
  • Һөңгө кеүек
  • Ҡыяҡ
  • Һыҙыҡ кеүек
  • Ҡалаҡ кеүек
  • Көрәк кеүек
  • Ишһеҙ ҡыйғас
  • Баштүбән ҡыяҡ
  • Баштүбән йөрәк рәүешле
  • Баштүбән йомортҡа рәүешле
  • Оҙонса түңәрәк
  • Осло төплө оҙонса түңәрәк
  • Бер ҡалаҡ рәүешле
  • Түңәрәк
  • Бармаҡ һымаҡ
  • Ҡуш ҡыйғас
  • Теленгән ҡыйғас
  • Ике ҡатлы ҡыйғас
  • Бөрө кеүек
  • Теленгән япраҡ: сегментлы
  • Ромб рәүешле
  • Ураҡ рәүешле
  • Йөрәк рәүешле
  • Уҡ һымаҡ
  • Өсәрле ҡыйғас
  • Өсәр япраҡлы япраҡ
  • Беҙ рәүешле
  • Ҡалҡан рәүешле

Япраҡ сите

Япраҡ сите үҫемлектең ырыуын һәм төрөн билдәләргә ярҙам итә:

  • Шыма ситле 
  • Керпекле
  • Тешле 
    • Түңәрәк тешле.
    • Ваҡ тешле
  • Ҡалаҡлы — имән япрағы кеүек теленгән
  • Бысҡы ситле
    • Тештәре тешле ситле
    • Тигеҙһеҙ ваҡ тешле
  • Тулҡынлы
  • Сәнскеле


Терминология описания листа

Шулай уҡ ҡара

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

  • Лист, часть растения // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 10 декабрь 2008)
  • Лист в Библейской энциклопедии архимандрита Никифора  (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2011)
  • [ Япраҡ] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә  (Тикшерелеү көнө: 10 декабрь 2008)
  • [ Листорасположение] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә  (Тикшерелеү көнө: 10 декабрь 2008)
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары