Яңыбай (Балаҡатай районы)

Яңыба́й (рус. Яныба́ево) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Яңыбай ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 884 кеше[2].Почта индексы — 452594, ОКАТО коды — 80210840001.

Ауыл
Яныбаево
башҡ. Яңыбай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай районы

Ауыл биләмәһе

Яңыбай ауыл Советы

Координаталар

55°45′40″ с. ш. 58°42′59″ в. д.HGЯO

Халҡы

844[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34750

Почта индексы

452594

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 840 001

ОКТМО коды

80 610 440 101

ГКГН номеры

0521471

Яныбаево (Рәсәй)
Яныбаево
Яныбаево
Яңыбай (Балаҡатай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Яныбаево

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 20 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Үңкерҙе): 56 км

Яңыбай ауылы Әй бассейнына ҡараған Исҡуш йылғаһы тамағында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа 20 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көнбайышҡа табан 56 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Хәҙерге Балаҡатай районының өс ауылы — Монас, Миҙәт, Яңыбай Дыуан улусына ҡараған. Яңыбай ауылына XVIII быуаттың 2-се яртыһында Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылға старшина ярҙамсыһы Яңыбай Ҡалмаҡҡолов исеме бирелгән. Урыҫ сығанаҡтарында шулай уҡ Еныбаево тип тә теркәлгән. Яңыбай ауылы өс өлөштән тора: арғы, урта Яңыбай һәм Миҙәт ауылдары. Миҙәт ауылы Салауат яуына тиклем билдәле булған.

Яңыбай Ҡалмаҡ улы — Яңыбай ауылының старшина ярҙамсыһы, Салауат Юлаевтың көрәштәше.

1778-1779 йылдарҙа Дыуан улусының старшина вазифаһын башҡарған.

Йәниҫәп материалдарында уның улдары күрһәтелгән: иң өлкәне Ноғоман Яңыбаев (1761 йылда тыуған, уның улдары Ғәҙелша, Мөхәмәтвәли, Хәбибулла), уртансы улы — Абдулатиф Яңыбаев (1769 йылда тыуған, уның улдары — Ғәбит, Хәлит, Шәмит), кинйә улы, старшина ярҙамсыһы, йорт есаулы Сәғитдин Яңыбаев (1778—1828, уның улдары Йосоп, Фәйзулла).

1795 йылда Яңыбай ауылының 25 йортонда 100 кеше йәшәгән.

Ауылдың тәүге старшинаһы: Миңдейәр Арыуҡай улы. 17351740 йылдарҙағы күтәрелеш ваҡытында хөкүмәт яғында хеҙмәт иткән. Баш күтәреүселәр менән уларҙы баҫтырыусылар араһында тәржемәсе вазифаһфн башҡарған.

1765 йылдан Дыуан улусы старшинаһы, баш күтәреүселәрҙең етәксеһе булған. 1774 йылдың көҙ аҙағына тиклем хөкүмәт ғәскәрҙәренә, каратель-ҡырғындарға ҡаты ҡаршылыҡ ҡүрһәткәндәр.

1774 йылдын 5 июнендә Пугачёв Әй йылғаһы буйында барған һуғышта күрһәткән ҡыйыулығы өсөн старшина Миңдейәр Арыуҡайҙың улы Миҙәткә полковник дәрәжәһен бирә. 1776 йылда элекке старшина тип теркәлә.

Миҙәт ауылы хәҙерге ваҡытта Яңыбай ауылының бер өлөшө булып тора. Тирмәндәр ҡороу өсөн уңайлы Оло Ыҡ һәм Исҡуш йылғалары буйында урынлашҡан Миҙәт фермаһы ҡасабаһын батыр исеме менән атағандар. Ер биләмәләре ауыл янында бер урында булған. Яҡындағы тигеҙлектә һәм һөҙәк тау битләүҙәрендә һөрөнтө ерҙәре урынлашҡан. Ерҙәр элек-электән һөрөлгән һәм эшкәртелгән. Арыш, һоло, борай, тары, етен, борсаҡ, бойҙай сәскәндәр.

1842 йылда 90 кешегә 1080-әр сирек ужым ашлығы һәм яҙғы иген сәселгән. Яландарҙы ике һәм өс атлы һабан менән һөргәндәр. XIX быуат аҙағында өс хужа ғына баҫыуҙарын тиреҫ менән ашлаған. 4 хужалыҡта елгәргес булған. Һөрөнтө ерҙәрҙе хужалыҡтар участкаларына бүлгәндәр, һәр участкала — 3-әр баҫыу. Үҙҙәре өсөн баҡсаларында йәшелсә-емеш үҫтергәндәр. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

1842 йылда Миҙәт ауылының 15 йортонда йәшәгән 90 кешегә 89 йылҡы малы, 69 һыйыр, 50 һарыҡ, 20 кәзә тура килгән. Май айынан башлап иген уңышын йыйғанға тиклем малдар көтөүҙә булған. Һәр баш мал өсөн көтөүсегә 15 тин түләгәндәр. Ҡыш көндәрендә халыҡ йөк ташыу эшенә, йәйге осорҙа ауыл хужалығы эштәренә ялланған[4].

1811 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса Миҙәт ауылы:

Исем шәрифтәреНисә йәш
1Нурали Миҙәт Миндияр улы:58
балалары
2Мөхәмәтғәле31
3Килдейәр19
Мөхәммәтғәленең балалары
4Мөхәмәткәрим4
5Мөхәмәтғәле1
6Апыш (Итйән) Битал улы64
7Күнбәк (Ҡуйбаҡ) Алмаҡай улы53
Күнбәктең малайы
8Тажетдин19
9Сынбулат Аҡҡуғлан улы40
10Аҙнабай Ҡускар улы31
Аҙнабайҙың энеһе
11Ғабдулхалиҡ17
12Ғәбит Ғәбдрәхим улы54
13Ғәҙелшә Ғилметдин улы (Алмаҡаев)49
улы
14Батырша6
15Ҡарабай Алмаҡай улы42
улдары
16Хисаметдин13
17Фәрхетдин4
18Әхри Әлимбай улы3.8
ағаһы
19Әхрәзей31
20Ҡотлоғилде Әлимтәев35
21Сурағол Әлимтәев42
21Иҫәт Бейғолов63
23Бөркөт Ишбирҙе (Ишмырҙа) улы36
энеләре
24Әбләй (Әхли)33
25Абделмән20
26Абдулбәшир13
27Үтәғол Ҡалтаев45
28Шәғәли Ҡалтаев37
29Бүләк Байназаров
30Абдулбасир Бүләков

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1757Дыуан улусы улусыСебер даруғаһыЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
1816-сы йорт-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1834-сы йорт-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1847-сы йорт-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1859-сы йорт-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Дыуан улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920Дыуан улус Советы (1918 й.), Ҡаратаулы ауыл СоветыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926Яңыбай ауыл Советы (1923 йылдан)Мәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы СССР
1935Яңыбай ауыл СоветыБалаҡатай районыБашҡорт АССР-ы СССР
1941Яңыбай ауыл СоветыБалаҡатай районыБашҡорт АССР-ы СССР
1990Әлкә ауыл советыБалаҡатай районыБашҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Яңыбай ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

Яңыбай ауылында 1859 йылда — 34 йортта 382 кеше, 1865-1870 йылдарҙа — 75 хужалыҡта 336 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1895 йылда — 105 хужалыҡта 572 кешк йәшәгән.

XIX быуаттың 1870-се йылдарында Яңыбай ауылында запас икмәк һаҡлау мөгәзәйе, дауахана, 2 сауҙа кибете, мәсет, 1905 йылдан мәҙрәсә булған[5].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

1905 йылда Яңыбай ауылындағы 83 йортта 627 кеше йәшәгән. 1906 йылда мәсет, мәҙрәсә, 2 бакалея кибете, запас икмәк һаҡлау мөгәзәйе иҫәпкә алынған. 1920 йылда — 127 йортта 705 кеше донъя көткән.

XX быуаттың 30—50‑се йылдарында Яңыбай Үрге һәм Түбәнге Яңыбай тип теркәлгән, ртабан икеһе бер ауыл итеп иҫәпкә алынған. XX быуаттың 70‑се йылдарында XVIII быуаттың 2-се яртыһында нигеҙләнгән Миҙәт ауылы Яңыбай ауылына ҡушылған[6]. Миҙәт ауылында артист М. И. Ғәйнитдинов тыуған.

Яңыбай ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[7].

Халыҡ һаны

Яңыбай ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август705
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар689
1959 йыл 15 ғинуар728
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар81739642148,5 %51,5 %
2002 йыл 9 октябрь90744446349,0 %51,0 %
2010 йыл 14 октябрь84443341151.3 %48.7 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

  • Ғәлимов Рәшит Мәхмүт улы — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.
  • Ғәйнетдинов Миңләхмәт Ишмөхәмәт улы (22 апрель 1946 йыл) — баянсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1987). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1985), Бөтә Рәсәй халыҡ инструменттарында башҡарыусылар конкурсы (Тула ҡалаһы, 1986), Халыҡ-ара фольклор конкурсы (Өфө, 1991) дипломанты. СССР Тыныслыҡ фонды лауреаты.

БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1977)[8][9]

Урамдары

  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)
  • Ялан урамы (рус.  Полевая (улица)
  • Төньяҡ тыҡрығы (рус.  Северный (переулок)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус.  Школьный (переулок)
  • Туғай урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Рәшит Ғәлимов урамы (рус.  Рашита Галимова (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Миҙәт урамы (рус.  Медятова (улица)
  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[10]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Остотау - ослайып торған ҙур булмаған тау.

Йылғалар:

Шишмәләр:

  • Ҡорйылға (урыҫтар — Сухая Санарка тип йөрөтә). Был шишмә ваҡыты-ваҡыты менән ҡороп ҡала, бер ни тиклем ваҡыттан тағы аға башлай.

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:Яңыбай ауылы эргәһендә ер мәсьәләләре буйынса бәхәстәрҙе хәл итә торған Тирмәнҡул яланы булған. Урыҫтар уны торговая поляна (сауҙа аҡланы) тип йөрөткәндәр. Унда күмәк халыҡ, аҡһаҡалдар кәңәшен тыңлап, ерҙе ҡуртымға биреү, һатыу, сиктәрен билдәләү ҡарарҙарын ҡабул иткән. Бындай йыйындарҙа тирә-яҡтан килгән бик күп старшиналар ҡатнашҡан. Архив мәғлүмәттәрендә йыйын Ҡыҙылъярҙа үткәрелгән тип ҡүрһәтелгән [11].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары