Ғәләт

Ғәләт (ғәр. غلاة‎, берл. غَالٍ‎  "артыҡ бирелеп, сиктән тыш [шиғый]; шаҡ ҡатырлыҡ яҡлаусы, фанатик; рус. Гулат) — шиғыйлыҡта бер нисә мәҙһәбте билдәләгән термин, уларҙы Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Али ибн Әбү Талип тоҡомдарынан һайланған шиғый имамдарының  илаһилыҡ сифаттарына эйә икәнлегенә ышаныу берләштерә.

Фирҡә төрҙәре

  • Нүсәйриҙәр - ғәйн-мим-син өслөгөнә ышаналар, былар - Али (Ғәли), Мөхәммәт һәм Сәлмән әл-Фарси исемдәренең тәүге хәрефтәре.
  • Әлиүиҙәр -  Мөхәммәт түгел, ә Али Аллаһ рәсүле булған тип ышаналар.
  • Бәзиғиҙәр - алтынсы имам Жәғәфәр әс-Садиҡ илаһ булған , ә унан алдағы бөтә имамдар уның илселәре булған тип ышанғандар.
  • Ғурабиҙәр (от ғәр. غراب‎  "ҡоҙғон") Алиҙың тышҡы ҡиәфәте Мөхәммәткә "ике ҡоҙғондай" оҡшаш булыуына күрә Ябраил фәрештә, хаталанып, Мөхәммәткә пәйғәмбәрлек биргән тип ышана.
  • Ҙәммиҙәр -  Али - Аллаһ, ә Мөхәммәт уның илсеһе тип ышанғандар.
  • Кәйсәниҙәр - Хөсәйен Ибн Али үлгәндән һуң имамлыҡ Мөхәммәт ибн әл-Хәнәфиәгә күскән тип ышаналар; уның вафатынан һуң бер нисә ваҡ төркөмгә тарҡалғандар.
  • Йәғфүриҙәр - Әл-Күфәнән Мүғәммәр тигән кешенең Аллаһ булғанынан ышанған.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битГазпром Нефтехим СалауатВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Алфавитлы күрһәткесВикипедия:БелешмәЭҙләүҙе оптималлаштырыуФранк АннаВикипедия:БерләшмәВикипедия:ҠоролтайКеше яҙмышыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыАҠШ юстиция департаментыПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:Хата тураһында белдереүДжордано БруноИнглиз телеВикипедия:BarМария-АнтуанеттаВикипедия:Һайланған мәҡәләләрВикипедия:Ағымдағы ваҡиғаларВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Сифатлы мәҡәләләрБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыИшбаев Райман Сәйәх улыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүМахсус:Әңгәмә битемБашҡорт алфавитыФайл:Flag of Indonesia.svgВикипедия:ВикиосрашыуСифат