Ҡарағай

ылыҫлы ағас

Ҡарағай (рус. Сосна обыкнове́нная, лат. Pínus sylvéstris) —ҡарағай һымаҡтар (Pinaceae) ғаиләһенән ылыҫлы ағас. Бейеклеге 30 — 40 м-ға етә. Һеркәһе май — июнь айҙарында оса, орлоғо икенсе йыл ҡышҡыһын өлгөрә.

Ҡарағай
Ҡарағай
Славянка йылғаһы ярында, Динамо ҡасабаһы янында (Санкт-Петербург, Рәсәй) үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Pinus sylvestris L., 1753

Синонимдар
Төрҙәре
Тексты ҡарағыҙ
Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 2.3 Least Concern : 42418

Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр
GRIN  g:28552
IPNI  ???

Таралыуы

Ҡарағай таулы ерҙә лә, һаҙлыҡта ла үҫеүсән. Испаниянан һәм Бөйөк Британиянан башлап көнсығышҡа, Алдан йылғаһы бассейны һәм Көнсығыш Себерҙә Амурҙың урта ағымына тиклем Евразияла киң таралған ағас. Төньяҡта ябай ҡарағай Лапландияға тиклем үҫә, көньяҡта Монголияла һәм Ҡытайҙа осрай. Башҡортостанда киң таралған ағас.

Үҙе генә, шулай уҡ шыршы, ҡайын, уҫаҡ, имән менән бергә үҫә; йыш ҡына башҡа төрҙәр өсөн яраҡһыҙ булған урындарҙы: ҡомло, һаҙлыҡлы урындарҙы биләй. Төрлө температура шарттарына яраҡлаша. Яҡтылыҡ яратыу менән айырылып тора, урман ҡырҡындыларында һәм янғындарҙа яҡшы тергеҙелә. Бөтә климат зоналарында ла урман хужалығы практикаһында урманды тергеҙеү өсөн киң ҡулланыла. Ареалдың төньяғында диңгеҙ кимәленән 1000 м тиклем бейеклеккә, көньяҡта диңгеҙ кимәленән 1200—2500 м тиклем күтәрелә.

Ботаник һүрәтләү

Ҡарағай. «Köhler’s Medizinal-Pflanzen», 1887 китабынан ботаник иллюстрация
Pinus sylvestris

Ағастың бейеклеге 25—40 м, олононоң диаметры 0,5—1,2 м. Балтик диңгеҙенең көньяҡ ярында 45—50 м бейеклеккә тиклем үҫә[1]. Олоно тура. Сатыры бейек күтәрелә, конус формаһында һәм һуңынан түңәрәкләнә, киң. Олондоң бөгөлөүе күбәләктән зыян күргәндә барлыҡҡа килеүе мөмкин[2].

Олоноң аҫҡы өлөшөндәге ҡабығы ҡалын, ҡабырсаҡлы, һоро-көрән, тәрән ярыҡлы. Ҡабығы дөрөҫ булмаған формалағы пластиналар һымаҡ. Олононоң өҫкө өлөшөндә һәм ботаҡтарында ҡабыҡ йоҡа, ҡыҙғылт-һары төҫтә.

Үренделәр тәүҙә йәшел төҫтә, һуңынан беренсе йәй аҙағына һоро-асыҡ көрән төҫкә инәләр.

Бөрөһө конус формаһында, ҡыҙғылт-көрән төҫтә, аҡ сайыр менән йышыраҡ йоҡа, һирәгерәк ҡалын ҡатлам менән ҡаплана.

Энәлеләре икешәрләп шәлкемдә урынлашҡан, , оҙонлоғо 4 — 6 (-9) сантиметр, ҡалынлығы 1,5 — 2 мм, һоро йәки һоро-йәшел, ғәҙәттә, бер аҙ кәкрәйгән, ситтәре ваҡ тешле, 2 — 6 (-9) йыл йәшәй (Үҙәк Рәсәйҙә 2 — 3 йыл[3]). Йәш ағастарҙың энәһе оҙонораҡ (5 — 9 мм), ҡарттарҙыҡы ҡыҫҡараҡ (2,5 — 5 мм).

Ата тубырсыҡтар 8 — 12 мм, һары йәки алһыу төҫтә. Инә тубырсыҡтар (2,5-) 3 — 6 (-7,5) см оҙонлоҡта, конус формаһында, симметриялы йәки симметриялы тиерлек. Һеркәләнгәндән һуң 20 ай үткәс, ноябрь — декабрь айҙарында өлгөрә; февралдән алып апрелгә тиклем асыла һәм тиҙҙән ҡойола. Орлоғо ҡара төҫтә, 4 — 5 мм, 12 — 20 мм оҙонлоҡтағы ярылы ҡанаты бар. Ябай тигеҙлек ҡарағай урманында 1 гектарға йыл һайын уртаса 120 миллион самаһы орлоҡ тура килә, уларҙан 10 миллион самаһы үҫенте үҫә[4].

Ата тубырсыҡтар; Инә тубырсыҡ; Орлоҡ; Шытым; Сатыр формаһы

Таксономия

Pinus sylvestris L., 1753, Species Plantarum 2: 1000[5].

Синонимдар[6]
  • Pinus binatofolio Gilib.
  • Pinus borealis Salisb.
  • Pinus cretacea Kalen.
  • Pinus ericetorum Thore
  • Pinus erzeroomica Calvert ex Gordon
  • Pinus fominii Kondr.
  • Pinus frieseana Wich.
  • Pinus genevensis Carrière
  • Pinus genovensis Garsault
  • Pinus hagenaviensis K.Koch
  • Pinus krylovii Serg. & Kondr.
  • Pinus lapponica (Hartm.) Mayr
  • Pinus montana Hoffm.
  • Pinus mughus Jacq.
  • Pinus resinosa Savi
  • Pinus rigensis Loudon
  • Pinus rubra Mill.
  • Pinus tartarica Mill.

Төрҙәре

Ареалдың төрлө өлөштәрендә ғалимдар ҡарағайҙың төрлө төрҙәрен, шулай уҡ морфологик һәм экологик формаларҙы — үҫеүҙең айырым өлкәләренә хас булған экотиптарҙы асыҡлаған. Хәҙерге ваҡытта ғалимдар ҡарағайҙың 3 төр төрсәһен ҡарай:

  • Pinus sylvestris var. hamata Steven — Балҡан ярымутрауында, Төркиәнең төньяғында һәм Кавказ аръяғында диңгеҙ кимәленән 500—2600 м бейеклектә үҫә.
  • Pinus sylvestris var. lapponica — Норвегияла, Швецияла, Финляндияла һәм Рәсәйҙең сиктәш территорияларында 65° төньяҡ киңлектә (Карелия һәм Мурманск өлкәһенән төньяҡтараҡ) үҫә. Аҡ диңгеҙҙәге Соловец утрауҙарында уның бейеклеге 30 метрға тиклем етә[7]. Энәләре ҡыҫҡараҡ һәм ҡатыраҡ. Орлоҡтары һарыһыу көрән төҫтә. Йыш ҡына ҡыуаҡлыҡ формаһында[8].
  • Pinus sylvestris var. mongolica Litv. — Монголияла, Ҡытайҙың төньяҡ-көнбайышында һәм Көньяҡ Себерҙә, диңгеҙ кимәленән 300—2000 м бейеклектә үҫә. Байкал аръяғында ҙур майҙандарҙы биләй, башҡа урындарҙа ҡоро һәм ҡомло тупраҡҡа өҫтөнлөк бирә. Байкал аръяғындағы Сохондо ҡурсаулығында бейеклеге 42 метр булған ҡарағай үҫә[7].

Экотиптары

Сорттары

Хужалыҡтағы әһәмиәте һәм ҡулланылышы

Бонсай рәүешендәге ғәҙәти ҡарағай

Ағасын ҡулланыу

Ғәҙәти ҡарағайҙың үҙағасы бик сайырлы һәм ныҡ, торлаҡ һәм гидротехник төҙөлөштә, ағас эштәрендә һәм оҫталыҡта, шпон, фанера эшләү өсөн ҡулланыла.

Ҡарағай онтаҡтары гидролиз спирты етештереү өсөн сеймал булып хеҙмәт итә.

Ағаста сайырҙың күп булыуы арҡаһында целлюлоза етештереп булмай.

I—III бонитет урта йәштәге ҡарағайлыҡтарҙа ағас запасы — 330—600 м³/га[9].

Тамырҙары, кипмәгән ваҡытта бик һығылмалы, кипкәс ҡаты һәм тығыҙ була; уларҙы үреп, төрлө һауыттар эшләйҙәр, мәҫәлән, үрмә һауыттар[3].

Оло ағас ҡабығы олон төбөндә..
Олон арҡыры киҫелештә.

Химия сәнәғәте өсөн сеймал

Ҡарағай — кеше киң ҡулланған бик күп матдәләр һәм продукция сығанағы.

Сайыр — ағасҡа һәм ҡабыҡҡа горизонталь һәм вертикаль йүнәлештә үтеп инә торған матдә. Ағастан ағыҙыу юлы менән алына. Химия сәнәғәте өсөн ҡиммәтле сеймал булып тора. Йыйылған сайырҙы иретәләр һәм һөҙгәс, уны һыуҙан һәм сит ҡушылмаларҙан таҙарталар. Таҙартылған сайыр терпентин тип атала. Һыу пары менән ҡыуғанда сайырҙан яҡынса 25 процент эфир майы сыға. Ул скипидар тип атала. Таҙартылғандан һуң терпентин майы алына. Эфир майынан таҙартҡандан һуң ыҫмала — канифоль ҡала. Скипидар һәм канифоль лактар, эреткестәр, ароматизаторҙар, йәбештергес матдәләр, люстрҙар һәм башҡаларҙы алыу маҡсатында тәрәнерәк эшкәртелә. Скипидар һәм канифоль миҡдары ағастарҙың йәшенә, тупраҡтың төрөнә һәм климат шарттарына бәйле. Ыҫмаланы эшкәрткәндә алынған канифоль һабын, ҡағыҙ, каучук һәм буяу һәм лак сәнәғәтендә, шулай уҡ музыка ҡоралдарының һыҙғыстарын һәм ҡылдарын һөртөү өсөн ҡулланыла. Ағасты һәм төпһәләрҙе ҡоро килеш ҡыуғанда тәүҙә сифатлы скипидар, һуңынан техник дегет һәм ағас уксусы алына. Ҡыуыу ҡаҙанында күмер ҡала.

Медицинала ҡулланыу

Декоратив баҡсасылыҡта ҡулланыу

Ғәҙәти ҡарағайҙың төрҙәре тәрбиә талап итмәгән һәм декоратив баҡса үҫемлектәре булараҡ популяр. Был төр үҫемлектәргә ҡырҡыу һәм һуҙыу юлы менән япон ниваки традицияһы буйынса төрлө формалар бирелә[10].

Башҡалар

Европа мышыһының (Alces alces) иң мөһим ҡышҡы аҙығы булып тора[11][12][13]. Ҡарһыҙ осорҙа энәләрҙең һәм үренделәрҙең туҡлыҡлылығы япраҡлы ағастарға ҡарағанда 3-4 тапҡырға кәмерәк була. Ҡарлы осорҙа ҡарағайҙың туҡлыҡлылыҡ ҡиммәте талдан да, уҫаҡтан да ҡалышмай. Бер нисә авторҙың мәғлүмәттәре буйынса, энәләр составында 5,5-7,7 % аҡһым, 5,3-12,2 % май, 13,6-33,2 % күҙәнәклек бар. Мышы энәләр менән бергә 10 — 15 см оҙонлоҡтағы һәм диаметры 1 см булған үрентеләрҙе лә ашай. Ҡарағай ҙур майҙандарҙы биләгән райондарҙа иң мөһим ҡышҡы аҙыҡтарҙың береһенә әйләнә, был бер нисә йыл дауамында хайуандарҙың популяцияһын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Бындай шарттарҙа мышы октябрҙең беренсе яртыһында ҡарағай ашай башлай, ә ноябрҙә ашалған аҙыҡтың 60 проценттан ашыуын тәшкил итеүе мөмкин[14].

Әҙәбиәт

  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 45. Pinus sylvestris L. — Сосна обыкновенная // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2002. — Т. 1. Папоротники, хвощи, плауны, голосеменные, покрытосеменные (однодольные). — С. 120. — ISBN 8-87317-091-6(рус.)
  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1
  • Правдин Л. Ф. Сосна обыкновенная. Изменчивость, внутривидовая систематика и селекция. — М., 1964.
  • Синадский Ю. В. Сосна, ее вредители и болезни. — М., 1983.
  • Крюссман Г. Хвойные породы / Пер. с нем.. — М.: Лесная промышленность, 1986. — С. 200. — 256 с. — 7500 экз.
  • Сазонова Т. А., Болондинский В. К., Придача В. Б. Эколого-физиологическая характеристика сосны обыкновенной. — Петрозаводск: Verso, 2011. — 206, [1] с.: ил., портр. — Библиогр.: с. 176—205. (Изд. при поддержке РФФИ). — ISBN 978-5-91997-045-3.
  • Forrest, G. I. 1980. Genotypic variation among native Scots Pine populations in Scotland based on monoterpene analysis. Forestry 53: 101—128.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

  • Ҡарағай: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт.  (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2013)
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары