Ҡышҡы һарай

Ҡышҡы һарай (19181943 йылдарҙа — Сәнғәт һарайы) — Рәсәйҙең төп император һарайы. Санкт-Петербургта Һарай майҙаны, 2/Һарай яр буйы, 38, адресы буйынса урынлашҡан. Һарайҙың хәҙерге (бишенсе) бинаһы 1754—1762 йылдарҙа итальян сығышлы рус архитекторы Бартоломео Франческо Растрелли тарафынан ҡупшы Елизавета бароккоһы стилендә интерьерҙарында француз рококо элементтары менән төҙөлгән. Совет осоронан алып һарайҙа Дәүләт Эрмитажының төп экспозицияһы урынлашҡан.

Ҡышҡы һарай
Нигеҙләү датаһы1754 һәм 1762
Рәсем
Изображение интерьера
НигеҙләүсеЕлизавета Петровна
Дәүләт Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмекҺарай округы[d][1]
Әҫәр заказсыһыПётр I
АрхитекторФранческо Растрелли[d]
Архитектура стилеЕлизаветинское барокко[d]
ОбитательЭрмитаж Дәүләт Музейы[d]
Мираҫ статусыобъект культурного наследия России федерального значения[d]
Рәсми сайтhermitagemuseum.org/wps/…
Страница учреждения на ВикискладеWinter Palace
Карта
 Ҡышҡы һарай Викимилектә

1762 йылда төҙөлөш тамамланыу менән 1904 йылға тиклем Рәсәй императорҙарының ҡышҡа рәсми резиденцияһы сифатында ҡулланыла. 1904 йылда Николай II даими резиденцияһын Царское Селолағы Александр һарайына күсерә. 1915 йылдың октябренән 1917 йылдың ноябренә тиклем һарайынҙа царевич Алексей Николаевич исемендәге госпиталь эшләй. 1917 йылдың июль-ноябрендә бында Ваҡытлы хөкүмәт урынлаша. 1920 йылдың ғинуарында һарайҙа Революция дәүләт музейы асыла, 1941 йылға тиклем бинаны Дәүләт Эрмитажы менән бүлешәләр.

Ҡышҡы һарай һәм Һарай майҙаны хәҙерге ҡаланың матур архитектура ансамблен барлыҡҡа килтереп, эске Рәсәй һәм халыҡ-ара туризмдың төп объекттарының береһе булып тора.

Тарихы

Тәүге һарай — Туй палатаһы
Икенсе һарай — Петр Беренсенең Ҡышҡы һарайы
Өсөнсө һарай — Анна Иоанновна һарайы

Ҡышҡы һарайҙан алдағы һарайҙар

1711—1764 йылдар эсендә ҡалала төрлө участкаларҙа биш ҡышҡы һарай төҙөлә. Тәүҙә Петр I 1703 йылда тиҙ арала төҙөлгән, Петропавловск ҡәлғәһенән алыҫ булмаған бер ҡатлы йортта йәшәй.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары