Үрге Үтәш

Үрге Үтәш (рус. Верхнеутяшево) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Үтәш ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 248 кеше[2]. Почта индексы — 452587, ОКАТО коды — 80210837003.

Ауыл
Верхнеутяшево
башҡ. Үрге Үтәш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай

Ауыл биләмәһе

Үтәш

Координаталар

55°38′18″ с. ш. 58°58′53″ в. д.HGЯO

Халҡы

248[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452587

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 837 003

ОКТМО коды

80 610 437 111

Верхнеутяшево (Рәсәй)
Верхнеутяшево
Верхнеутяшево
Үрге Үтәш (Башҡортостан Республикаһы)
Верхнеутяшево

Географик урыны

Үрге Үтәш ауылы Әй йылғаһы бассейнындағы Атарша йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан көньяҡҡа табан 9 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 46 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы

Үтәш ауылына Себер даруғаһы Балаҡатай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Үтәш ауылының атамаһы антропонимдан, йәғни тәүге төпләнеүсе Иҫәт провинцияһы Балаҡатай улусының отставкалағы сотнигы Үтәш Ҡотлоғужин исеменән. Үтәш ауылы 1717 йылдан билдәле, 1722 йылда үткән I рәүиз материалдарында телгә алына.

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1920Балаҡатай улус Советы (1918 й.), Үтәш ауыл СоветыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926Үтәш ауыл Советы (1923 йылдан)Мәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы СССР
1935Үтәш ауыл СоветыБалаҡатай районыБашҡорт АССР-ы СССР
1941Үтәш ауыл СоветыБалаҡатай районыБашҡорт АССР-ы СССР
1990Үтәш ауыл советыБалаҡатай районыБашҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Үрге Үтәш ауылының XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

1905 йылда дөйөм Үтәш ауылындағы 220 йортта — 1254 кеше йәшәгән.

1906 йылда Үтәш ауылында улус идаралығы булған. 2 мәсет, запас иген һаҡлау мөгәзәйе, 4 бакалея кибете иҫәпкә алынған.

1906 һәм 1913 йылдар араһында Златоуст өйәҙе территорияһында Үтәш ауылынан бүленеп сыҡҡан Үрге Үтәш ауылы барлыҡҡа килә. Ул Атарша йылғаһы буйлап өҫтәрәк урынлаша. Бүлендек ауыл Үрге Үтәш тип исемләнгәнлектән, төп ауыл Түбәнге Үтәш тип атала башлай. Үрге Үтәш ауылы 1919 йылдарға тиклем формалаша.

1920 йылда Үрге Үтәштең 93 йортонда 465 кеше булһа, төп халыҡ йәшәгән Түбәнге Үтәштең 168 йортонда — 864 башҡорт йәшәгән.

Әлеге ваҡытта ауылда Түбәнге Үтәш урта мәктәбенең филиалы — Үрге Үтәш мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Халыҡ һаны

Үрге Үтәш ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1920 йыл 26 август465
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар321
1959 йыл 15 ғинуар298
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар2121149853,8 %46,2 %
2002 йыл 9 октябрь26614112553,0 %47,0 %
2010 йыл 14 октябрь24813111752,8 %47,2 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Әхтәм Ғәзизов урамы (рус.  Ахтяма Газизова (улица))
  • Ҡарамалы урамы (рус.  Карамалинская (улица))
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица))[3]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар: Буҙатулғантау

Йылғалар: Атарша

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары