Әбсәләм (Балаҡатай районы)

Әбсәләм (рус. Абсалямово) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Урғалы ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 244 кеше[2]. Почта индексы — 452570, ОКАТО коды — 80210834002.

Ауыл
Абсалямово
башҡ. Әбсәләм
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай

Ауыл биләмәһе

Урғалы

Координаталар

55°31′28″ с. ш. 59°30′42″ в. д.HGЯO

Халҡы

244[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452570

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 210 834 002

Код ОКТМО

80 610 434 111

Абсалямово (Рәсәй)
Абсалямово
Абсалямово
Әбсәләм (Балаҡатай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Абсалямово

Географик урыны

Әбсәләм ауылы Әй йылғаһының ҡушылдығы Оло Урғыла йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 55 километр һәм Урғалы тимер юл станцияһынан көньяҡҡа табан 4 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Әбсәләм ауылына Силәбе өйәҙе Әйле улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә 1835 һәм 1840 йылдарҙа (башҡа мәғлүмәт буйынса 1795 йылда) нигеҙ һалған.Тәүге төпләнеүсе Әбсәләм исеме менән аталған. Әбсәләмдең улдары — Сәйетғәле һәм Ҡауыс Әбсәләмовтар билдәле. Шулай уҡ Урғалы-Әбсәләм тип тә теркәгәндәр[4].

1795, 1816, 1834 йылдарҙа иҫәпкә алынмаған, сөнки ул осорҙа ауыл булмаған. Тәүге төпләнеүсенең улдарының исеме билдәле: 1805 йылғы Ҡауыс Әбдесәләмов, 1808 йылда тыуған Сәйетғәле Әбдесәләмов. Әммә ауыл халҡының генетик бәйләнештәре билдәле түгел. Тәүге йылдарҙа уны Әбдесәләм тип атағандар.

1870 йылда 63 йортта 334 кеше, 1898 йылда 74 йортта — 409 кеше йәшәгән[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылыУлус, ауыл советыӨйәҙ, кантон, районГуберна, РеспубликаДәүләт
1757Дыуан улусы улусыСебер даруғаһыЫрымбур губернаһыРәсәй Империяһы
1816-сы йорт-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1834-сы йорт-се Башҡорт кантоныЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1847-сы йорт-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1859-сы йорт-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙеЫрымбур губернаһыРәсәй империяһы
1895Дыуан улусыЗлатоуст өйәҙеӨфө губернаһыРәсәй империяһы
1920Дыуан улус Советы (1918 й.), Яңыбай ауыл СоветыМәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926Урғалы ауыл Советы (1923 йылдан)Мәсәғүт кантоныАвтономлы Башҡорт ССР-ы СССР
1935Урғалы ауыл СоветыБалаҡатай районыБашҡорт АССР-ы СССР
1941Урғалы ауыл СоветыБалаҡатай районыБашҡорт АССР-ы СССР
1990Урғалы ауыл советыБалаҡатай районыБашҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Әбсәләм ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

1859 йылда 29 йортта 359 кеше, 1866 йылда 63 йортта 334 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

XIX быуат аҙағында Әбсәләм ауылында 12 хужалыҡта мал аҫыралмаған. Был осорҙа ауылдарҙы төҙөкләндереү, эреләтеү, раҫланған план буйынса урамдарҙы дөрөҫ урынлаштырыу һәм сыуал-мейестәрҙе бөтөрөү эше барған[6].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

1905 йылда 70 йортта — 387, ә 1920 йылда 65 йортта — 322 кеше донъя көткән.

1906 йылда шулай уҡ бакалея кибете, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән. Ҡуҫа заводына утын ташыу менән шөғөлләнгәндәр.

Игенселектә төп ҡорал — көңгөр һуҡаһы була, малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Ауылда тирмән булған.Мәсет йорто, кибет була. Община көсө менән мөгәзәй төҙөлә[7][8].

Әлеге ваҡытта ауылда Урғалы урта мәктәбенең филиалы — Әбсәләм башланғыс мәктәбе, клуб бар[9].

Халыҡ һаны

Әбсәләм ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнөБөтә халыҡИр-егеттәрҠатын-ҡыҙҙарИр-егеттәр өлөшө (%)Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август419
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар420
1959 йыл 15 ғинуар310
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар2099611345,9 %54,1 %
2002 йыл 9 октябрь29414514949,3 %50,7 %
2010 йыл 14 октябрь24412811652,5 %47,3 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

  • Нафиҡова Фәриҙә Низам ҡыҙы (20.08.1958), хеҙмәт ветераны, 1976—2015 йылдарҙа Балаҡатай районы Калинин исемендәге колхоздың машина менән һыйыр һауыу операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001)[10].

Урамдары

  • М. Шайморатов урамы (рус.  М. Шаймуратова (улица)
  • Ялан урамы (рус.  Полевая (улица)[11]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары