Әхтәмов Әбүсүғүд Әбделхалиҡ улы

Әбүссүғүд Әбделхалиҡ улы Әхтәмов (рус. Абуссугут-Абдэль-Холикович Ахтямов) (1843 йыл -1920 йыл)[1]Рәсәй сәйәсмәне. Өфө губернаһынан I Дәүләт Думаһы депутаты, аграр комитетҡа инә. Өфө губернаторы ҡарамағында ышаныслы присяжный, суд тәфтишсеһе һәм айырым бурыстар башҡарыусы чиновник[2]. Конституцион демократ, шулай уҡ мосолман фракцияһы бюроһы ағзаһы. Мосолман диниә назараты секретары.

Әхтәмов Әбүсүғүд Әбделхалиҡ улы
татар. Әбүсөгуд Гәбделхалик улы Әхтәмов
Рәсем
Ҡултамға
Затир-ат
Гражданлыҡ Рәсәй империяһы
Тыуған көнө7 октябрь 1843({{padleft:1843|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Вафат булған көнө1920
Вафат булған урыныПетропавловск[d], Рәсәй империяһы
БалаларыӘхтәмов Ибниәмин Әбүсүғүт улы һәм Ибрагим Ахтямов[d]
Һөнәр төрөадвокат, сәйәсмән
Биләгән вазифаһыРәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто1-се Ҡазан ирҙәр гимназияһы[d]
Ҡаҙан Император университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһыКонституционно-демократическая партия[d]
 Әхтәмов Әбүсүғүд Әбделхалиҡ улы Викимилектә

Иртә йылдары

1-се Ҡазан гимназияһында уҡый. 1871 йылда Ҡазан университетының Юридик факультетын тамамлай[2].

1881-1886 йылдарҙа Бәләбәй земство управаһы рәйесе. 1895-1901 йылдарҙа мосолман диниә назараты секретары. 1‑се мосолман съезын ойоштороусыларҙың береһе һәм 4‑се съезы делегаты. Почетлы мировой судья[2].

Выборг өндәмәһе һәм һуңғы йылдары

1906 йылдың 10 июлендә Выборг ҡалаһында Думаны таратыуға ҡаршылыҡ билдәһе итеп “Халыҡ вәкилдәренән – халыҡҡа” өндәмәһенә («Выборг өндәмәһе») ҡул ҡуя. Был эш буйынса ғәйепләү процесында ҡатнаша, әммә ғәйебе раҫланмағас, аҡлана[3]. 1919 йыл һуңында — 1920 йыл башында Әхтәмов өлкән улының ғаиләһе менән Петропавловскиға күсенә һәм 1920 йылда шунда вафат була.

Ғаиләһе

  • Өлкән улы Ибниәмин Санкт-Петербург университетының физика-математика факультетын таммалай, Өфө губернаһынан IV Дәүләт Думаһы депутаты[4].
  • Икенсе улы Ибраһим — һул сәйәси эшмәкәр, меньшевик[5].

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары