Өрәк

Өрәк (рус. привидение, башҡортса өрөү һүҙенән) йәки ҡот — яҡты донъянан үҙ үлеме менән китмәгән кешенең янында йәшәүсе зат[2]. Күп халыҡтарҙың мифологияһында бар.

Өрәк
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнеләпризракология[d]
Һештегghost[1]
3D-модель
Викимәғлүмәт документацияһыfor ghosts from a work of fiction see Q30061299
 Өрәк Викимилектә
Византияла өрәк символы булып ҡош торған.

Өрәк — шәүлә, кәүҙәләнеш, һын булып күренә, үҙ үлеме менән үлмәгән кешенең йәне. Өрәк кешегә оҙон буйлы, аҡ кейемле кеше булып күренә[3].

Миф буйынса, кеше уны шым ғына алға атлап барыусы башҡа кеше йәки күләгә рәүешендә күрә ала. Шулай уҡ өрәк болот ҡиәфәтен дә ала тип иҫәпләйҙәр.

Ышаныуҙара ҡарағанда, өрәк кеше үлгән йәки ерләнгән урындарҙа йәшәй. Кеше мәйетен үтеп барыусы тере кешеләргә күрһәтергә теләп, йән өҙгөс тауыш менән ҡысҡыра. Ә кеше уның яҡындан күрергә теләһә, шунда уҡ юҡҡа сыға.

Башлыса кеше үлтереүселәрҙе эҙәрлекләй, ишеккә туҡылдатыуы һәм илауы менән уларҙың күңеленә ҡурҡыу һала. Бындай ғәмәлдәре менән Өрәк уларҙы тыныслыҡтан мәхрүм итә, аҡылдан яҙыуға, үҙ-үҙенә ҡул һалыуға килтерә.

Башҡорт телендә ҡурҡыу осрағында «ҡот осоу» тип әйтелә. Йәғни, ышаныуҙар буйынса, ҡот (өрәк) һәр бер кешелә лә бар булып сыға.

Бөгөнгө башҡорт әҙәби телендә өрәк һүҙе урынына, фарсы теленән кергән йән һүҙе ҡулланыла. Өрәктәргә ышаныуҙар Ислам дине таралғансы уҡ барлыҡҡа килгән тип һығымта яһалған.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары