Азиаттар

Википедия:Күп мәғәнәлелек

Азиаттар — расаһына, диненә, ҡайһы милләттән булыуына, ниндәй телдә һөйләшеүенә ҡарамаҫтан, Азияның ерле халҡына һәм Евразия континетының Азия өлөшөндә тыуған кешеләргә бирелгән йыйылма атама. Азиаттар тигән термин төрлө илдә төрлө мәғәнәлә ҡулланылырға мөмкин. Яңы Донъяның ҡайһы бер илдәрендә (Бразилия[1], АҠШ[2]) азиат термины халыҡ иҫәбен алғанда Азиянан сыҡҡан кешеләрҙе билдәләү өсөн ҡулланыла. Австралияла халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарын анализлау өсөн саҡ ҡына ҡатмарлыраҡ система файҙаланыла, уға ярашлы, Азия дүрт төбәккә бүленә — үҙәк һәм көньяҡ; көньяҡ-көнсығыш; төньяҡ-көнсығыш; һәм Яҡын Көнсығыш (Төньяҡ Африканы ла индереп)[3]. БДБ илдәрендә һәм Европала бындай осраҡтарҙа ғәҙәттә аныҡ милләт атала (ҡаҙаҡтар, ҡытайҙар, һиндтәр һ.б.). Йыш ҡына «азиаттар» термины «монголоидтар» терминына тиңләштерелә.

Мәғәнәүи төрлөлөк

Бразилияла һәм АҠШ-та ғәҙәттә Көнсығыш һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан сыҡҡан, сағыу монголоид расаһы билдәләренә эйә булған кешеләрҙе (йәғни япондарҙы, корейҙарҙы, ҡытайҙарҙы һ.б.) азиат тип һанайҙар. Азия территорияһында йәшәүсе европеоидтар, гендары буйынса ғәрәптәр, төрөктәр, йәһүдтәр, ирандар, кавказдар АҠШ-та аҡ тәнлеләргә[4][5][6][7] индерелә, ә ҡуңырыраҡ тәнле индустар һәм малайҙар халыҡ иҫәбен алғанда, ғөмүмән, «башҡалар» тип кенә билдәләнә. Бөйөк Британияла, киреһенсә, «Asian» термины менән нигеҙҙә һиндтәр, пакистандар һәм Индостан ярымутрауының башҡа халыҡтары атап йөрөтөлә. Шуныһы ҡыҙыҡ: КАР-ҙа апартеид осоронда япондар аҡ тәнлеләргә индерелә, ә азиаттар тип Инд-Пакистан субконтиненты[8] халҡы ғына атала.

Тарихы

375 йылда Үҙәк Азияның күсмә халҡы булған һундар Германарих етәкселегендәге остготтар империяһын тар-мар итә. IV быуат аҙағына һундар Византия империяһы сигенә барып етә. Һундарҙың Европа континентының көнбайышына, төпкөлгә, үтеп инеүе Европа халыҡтарының торған урынынан күпләп күсеп китеүенә килтерә, һәм был ваҡиға халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе тип йөрөтөлә. Алман ҡәбиләләре (ул дәүерҙә Рим империяһын баҫып алыуҙа һәм емертеүҙә ҡатнашҡан билдәле алман хакимдарына Аларихты индерергә була) менән бергә һундар Рим империяһына ҡаршы походтарҙа ҡатнаша. Һундар Европаға атҡа ныҡ итеп беркетелә торған эйәр менән өҙәңге кеүек бығаса күрелмәгән яңылыҡты килтерә, был яу ваҡытында ике ҡуллап эш итергә һәм атты кәрәк яҡҡа аяҡ менән борорға мөмкинлек бирә. Рим һыбайлылары еңел эйәр ҡулланһа ла, өҙәңге Европа өсөн өр-яңы ҡулайлама була.

1237 йылда монголдар Европаға йүнәлә, ләкин сәфәр 1241 йылда Вена тирәһендә Угэдэйҙың вафаты арҡаһында өҙөлә (Көнбайышҡа поход).

ДНК тикшеренеүҙәре буйынса кешелектең башланғыс күсенеүҙәре (хәҙерге дәүергә тиклем меңдәрсә йыл элек)

Үҙҙәре борон-борондан көн күргән урындарҙан ситкә Азия кешеләре тәүләп бөйөк географик асыштарға тиклем үк аяҡ баҫа. Мәҫәлән, Америкаға һәм Тымыҡ океан утрауҙарына Азиянан сыҡҡан кешеләр Колумбҡа тиклем бер нисә мең йыл элек үк барып юлыға. Төньяҡ Африка ярҙарында беҙҙең эраға тиклем дә Финикия колониялары була (шул иҫәптән Карфаген). Урта быуаттарҙа төньяҡ һәм көнсығыш Африкала ғәрәптәр төпләнә.

XX быуаттың һуңғы тиҫтә йыллыҡтарында таралған фекер буйынса, европалыларҙың ата-бабалары Европаға Африканан Азия аша килеп эләккән, шунлыҡтан европалыларҙы ниндәйҙер кимәлдә «азиаттар» тоҡомо тип ҡарарға була. Голландтар Африкалағы Кап колонияһына малай ҡолдарын (кап малайҙары тип йөрөтөләләр) алып килә. XIX быуатта ҡоллоҡто бөтөргәндән һуң инглиздәр һәм испандар Америкалағы колонияларына батрак-кулиҙарҙы яллай. Азиаттарҙың мобиллеге көсәйеп, XX быуат башынан Азия континентынан сыҡҡандарҙың иҡтисади һәм сәйәси миграцияһы тулҡындары алға киткән илдәрҙә азиаттар һаны артыуға килтерә.

Географик таралыу

Түбәндәге илдәрҙең рәсми дәүләт статистика комитеттары мәғлүмәттәре буйынса:

  • Аргентина 0,5 % (200 мең) (ҡара: азиаттар Аргентинала)
  • Бразилия 0,9 млн йәки халыҡтың 0,7 % — азиаттар Бразилияла
  • АҠШ халыҡтың 5,1 % (15,2 млн кеше) — азиаттар АҠШ-та, шул иҫәптән
  • Гавайи штаты халыҡтың 38,6 %
  • Калифорния штаты халыҡтың 12,3 %
  • Канада халыҡтың 11,2 % (3,5 млн кеше — азиаттар Канадала)
  • Яңы Зеландия 2006 й. (йәниҫәп) халыҡтың 9,2 % 2001 й. (йәниҫәп) 6,6 % менән сағыштырғанда
  • КАР 2,5 % (1,2 млн — азиаттар ЮАР-ҙа)
  • Австралия халҡының 6,7 % (1,6 млн — азиаттар Австралияла)

Иҫкәрмәләр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары