Азия

ҡитға

А́зия — Ер йөҙөнөң иң ҙур киҫәге, Европа менән бергә Евразия ҡитғаһын хасил итә[1]. Майҙаны (утрауҙар менән бергә) — 43,4 млн км² самаһы[1]. Халҡы — 4,2 млрд кеше (2012) (Ер халҡының 60,5 %). Азия донъяның үҫеш кисереүсе иң ҙур төбәге булып тора[2].

Азия
Азия ярымшар картаһында
Азия ярымшар картаһында
Территория44,579,000 км²
Халҡы4,164,252,000 кеше
Тығыҙлығы87 кеше/км²
ЭтнохоронимАзиаттар км²
49 (+5 өлөшләтә танылмаған)дәүләтте керетеп 
Бойөндороҡло дәүләттәр 
ТелдәрАзия телдәре 
Сәғәт бүлкәтеUTC+2 алып UTC+12 тиклем 
Интернет-домены.asia 
Ҡалалар Токио, Джакарта, Сеул, Шанхай, Дели, Мумбаи, Манила, Пекин, Осака, Калькутта, Карачи 
 Asia Викимилектә

Атамаһының килеп сығышы

Хеттар дәүерендә Кесе Азияның төньяҡ-көнбайышында Ассув батшалығы була[3]. Хеттарҙың уны еңеүе тураһында Тудхалияс IV анналдарында телгә алынған. Грек эпосында был батшалыҡ троялыларҙың союздашы Асий батша аша кәүҙәләндерелә. Грек мифологияһында Асия исемен Океанида, Прометейҙың ҡатыны, йөрөтә, мифологияға ярашлы, донъя киҫәгенең атамаһы шунан килеп сыҡҡан. Геродот осорона инде гректарҙа был донъя киҫәге Асия (Азия) тип йөрөтөлгән.

Урыны һәм сиктәре

Азияның материк өлөшө нигеҙҙә көнсығыш (Чукот ярымутрауы ғына иҫкәрмә булып тора) һәм төньяҡ ярымшарҙарҙа урынлашҡан. Азия Африка менән Суэц муйыны аша тоташҡан, Төньяҡ Американан уны тар ғына Беринг боғаҙы айыра. Ситке нөктәләрҙең географик координаттарын «Төп мәғлүмәттәр» киҫәгендә ҡара.

Европа менән Азия сиге

Европә менән Азияның Халыҡ-ара Географик Йәмғиәте тарафынан танылған сиге (A хәрефе аҫтындағыһы, ә башҡа хәрефтәр менән кире ҡағылған варианттар билдәләнгән)

Донъяның был киҫәктәре араһында тәү тапҡыр сик билдәләү Боронғо Греция дәүеренә ҡарай. Фараз ителеүенсә, боронғо грек географы Гекатей Милетский донъяны Европа менән Азияға бүлгән тәүге ғалим булған: үҙенең «Ерҙәрҙе һүрәтләү» тигән хеҙмәтендә ул Фасис йылғаһы (Грузияла Риони йылғаһы) һәм Урта диңгеҙ аша улар араһында сик үткәрә[4]. Европа менән Азия араһында сик үткәреү мәсьәләһен донъяны өс киҫәккә (Европа, Азия һәм Ливияға)[5] бүлгән Геродот, Фукидид, Изократ, Полибий (Европа һәм Азия сиген «Дөйөм тарих» тигән хеҙмәтендә Танаис (Дон)[6] аша үткәргән), Страбон («География» тигән хеҙмәтендә шулай уҡ Танаис буйлап сик үткәрә[6]) кеүек боронғо грек ғалимдары күтәрә. Үҙ сиратында, боронғо Рим яҙыусыһы Өлкән Плиний ике донъя киҫәге араһындағы сикте Понт менән Каспий араһындағы муйын (Кавказ тауҙары), Киммерия Боспоры (Керчь боғаҙы) һәм Меотида (Азов диңгеҙе) буйлап үткәрә[6].

XVIII быуатҡа тиклем Европа менән Азия араһындағы сиктең Азов диңгеҙе һәм Дон буйлап үткән өлөшө шик аҫтына алынмай һәм Козьма Индикоплов (VI быуат), Мартин Бельский (1550 йыл), Герард Меркатор (XVII быуат), Михаил Ломоносов (XVIII быуат) хеҙмәттәрендә раҫлау таба. Ләкин шул осорҙа уҡ башҡа фекерҙәр ҙә була. Мәҫәлән, Урта быуаттарҙағы ғәрәп сығанаҡтары Европаның көнсығыш сиге тип Итил (Волга) һәм Кама йылғаларын һанаған[7].

XVIII быуатҡа башҡа төрлө фекерҙәр күбәйә төшә. Әйтәйек, француз картографы Гийом Делиль[en] Европаның көнсығыш сиген Обь буйлап, ә урыҫ хеҙмәтендәге немец сәйәхәтсеһе Иоган Георг Гмелин менән француз географы Жан Жак Элизе-Реклю Енисей буйлап үткәрә. 1730 йылда «Европа менән Азияның төньяҡ һәм көнсығыш өлөштәре» тигән китапта швед ғалимы Филипп Иоганн Страленберг тарафынан беренсе тапҡыр Азия һәм Европа араһындағы сикте Урал тауҙарының һыу бүленеше буйлап, ә Көньяҡ Уралдан ары — Дөйөм Һырт, Һамар, Волга (Иҙел) йылғалары буйлап Камышинға һәм артабан Дон буйлап үткәреү идеяһы тәҡдим ителә. Шул уҡ ваҡытта сикте Урал буйлап үткәреү фекерен белдереүҙә Страленбергтың беренселегенә ҡарата урыҫ ғалимы В. Н. Татищев дәғүә белдерә, ул үҙе был идеяны 1720 йылда уҡ әйтеүен хәбәр итә[7]. 1745 йылда «Рәсәй лексиконы» нда ул былай тип яҙа:

Сикте Вайгач тарлығынан Бөйөк Билғау һәм Яйыҡ буйлап аҫҡа, Каспий диңгеҙе аша Кума йылғаһы йәки Таурис тауҙарына тиклем үткәреү күпкә яҡшыраҡ һәм тәбиғирәк булыр ине.

— В.Н. Татищев. «Рәсәй лексиконы»

Артабан Азия менән Европа араһында сикте Урал буйлап үткәреү Ф. А. Полунин (1773), С. И. Плещеев (1793), И. П. Фальк (1824), Г. Е. Щуровскийҙың (1841) ғилми хеҙмәттәрендә сағылыш тапты[7]. Шул уҡ ваҡытта был ике донъя киҫәге араһындағы көнсығыш сиктең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә айырма ҙур була: П. С. Паллас (1773) уны Урал йылғаһының урта ағымынан Дөйөм Һырттың көньяҡ битләүҙәре, Волга, Эргени һәм Маныч йылғаһы буйлап үткәрә, бөтөн Каспий буйы уйһыулығын Азияға беркетә; Г. Ф. Миллер (1750) менән Ф. А. Полунин (1773) — Дон, Волга, Кама, Ағиҙел һәм артабан Урал һырты буйлап; С. И. Плещеев (1793) менән И. Ф. Гакман (1787) Эмба йылғаһы буйлап үткәрә[7].

XIX—XX быуаттарҙа сик мәсьәләһе артабан үҫеш ала. 1850 йылда Германия ғалимы Александр Гумбольдт, Европа — ул Азияның бер өлөшө, сөнки Европа менән Азия араһында сик юҡ, тигән фекерҙе әйтә. Үҙ сиратында, француз географы П. Гуру «Азия» тигән китабында (1956): «Европа — Азияға ҡараған ярымутрау, ә Азия — яһалма төшөнсә…», — тип белдерә, У. Паркер иһә «Европа: как далеко?»[7] тигән китабында (1960), Европа һәм Азия тигән ике материк юҡ, Евразия тигән берәү генә бар, тигән ҡарашты сағылдыра[7].

Совет фәнендә Европа менән Азия сиге мәсьәләһе 1950—1960-сы йылдарҙа СССР География йәмғиәтенең Мәскәү филиалы эшмәкәрлегендә үҫеш ала. Был юҫыҡта Ю. К. Ефремов (1958), В. И. Прокаев (1960) һәм Э. М. Мурзаев (1963) төп хеҙмәттәрҙең авторҙары булып тора.

Ю. К. Ефремов 1958 йылда СССР География йәмғиәте Мәскәү филиалының мәктәп һәм физик география бүлексәһе ултырышындағы докладында, Азия менән Европа араһындағы сик мәҙәни-тарихи мәғәнәгә генә эйә, улар араһында тәбиғи сик юҡ, Урал да, Кавказ да донъяның ике киҫәге араһында сик булып хеҙмәт итә алмай, тип раҫлай[7]. Һөҙөмтәлә ултырышта бөтә совет дәреслектәрендә сағылыш тапҡан тәҡдим ҡабул ителә[7]:

Европа менән Азия сиген Уралдың һәм Мугалжарҙың көнсығыш итәге, артабан Эмба йылғаһы, Каспийҙың төньяҡ яры, Кума-Маныч уйпаты һәм Керчь боғаҙы аша Азов диңгеҙен Европа биләмәһендә ҡалдырып үткәреү тәҡдим ителә.

Әлеге ҡарарҙы В. И. Прокаев тәнҡитләй (1960), ул был тәҡдимдең физик-географик тулылыҡ принцибын боҙоуын раҫлай. Уның фекеренсә, был принципҡа ярашлы, сик Урал иленең (тулыһынса Европала ята) көнсығыш ситенән һәм Каспий буйы уйһыулығы менән Туран иленең (Азияға ҡарай) төньяҡ-көнбайыш ситенән үткәрелергә тейеш[7]}. Ошоға ҡарамаҫтан, В. И. Прокаев был тасуирламаны Азия менән Европа араһындағы сик тип һанамай, сөнки ул йәшәп килгән традицияларға, атап әйткәндә, Урал тауҙарының һыу бүленеше, Урал йылғаһы, Ҙур Кавказдың һыу бүленеше һәм Керчь боғаҙы буйлап үткәрелгән сиккә ҡаршы килә[7].

Азия менән Европа сиге мәсьәләһенә үҙ хеҙмәтендә совет ғалимы Э. М. Мурзаев (1963) ҡағыла. Донъяның был ике киҫәге араһында сикте антропологик, тарихи, лингвистик һәм этнографик нигеҙҙәрҙә үткәреп булмаҫын билдәләп, ул ике вариант тәҡдим итә.

  • Беренсе вариант — сәйәси-административ рубеждар нигеҙендә. Уға ярашлы, Азия менән Европа араһындағы сик — Грузия һәм Азербайжандың (Каспий диңгеҙе тулыһынса Азияға ҡарай) дәүләт сиктәре, артабан Рәсәй менән Ҡаҙағстандың дәүләт сиктәре буйлап Силәбе өлкәһенә тиклем бара. Силәбе, Свердловск, Төмән өлкәләре, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары тулыһынса Азияға ҡарай. Кар диңгеҙе, был вариант буйынса, тулыһынса Азияға, Яңы Ер архипелагы Европаға инә.
  • Икенсе вариант — физик-географик рубеждар нигеҙендә.[7]Ул «Кавказ — Каспий — Урал йылғаһы — Урал һырты» формулаһына нигеҙләнә[7].

Хәҙерге осорҙа Азия менән Европа араһындаға сик бәхәсле булып ҡалыуын дауам итә. Рәсәй география сығанаҡтарында Европа менән сикте, ҡағиҙә булараҡ, Урал тауҙары һыу бүленеше, Мугалжар, Эмба йылғаһы, унан һуң Каспий диңгеҙе, Аракс йылғаһы, Ҡара һәм Мәрмәр диңгеҙҙәре, Босфор һәм Дарданелдар боғаҙҙары буйлап үткәрәләр.

Рәсәйҙә статистик-иҡтисади хисаплауҙарҙа Азия менән Европа сиге Архангельск өлкәһенең, Коми Республикаһының, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең көнсығыш административ сиктәре һәм артабан Рәсәй менән Ҡаҙағстандың дәүләт сиктәре, Дағстандың, Ставрополь һәм Краснодар крайҙарының төньяҡ административ сиктәре буйлап үткәрелә[8].

Азия менән Африка араһындағы сик

Азия космостан

Азия менән Африка араһында сикте билдәләүгә тәүге ынтылыштар Боронғо Греция дәүеренә ҡарай [9]. Ғәҙәттә ул Нил йылғаһы буйлап үткәрелә, ләкин Геродот б.э.т. V быуатта Мысыр территорияһын Азия һәм Африка өлөштәренә бүлеүгә ҡаршы була, шунлыҡтан был сикте Мысырҙың көнбайыш сиге буйлап үткәреп, уны тулыһынса Азияға индерә[9].Үҙ сиратында Страбон сикте Ҡыҙыл диңгеҙ һәм Синай ярымутрауында ятҡан Бардавиль күле тамағы араһындағы Урта диңгеҙ менән тоташҡан муйын буйлап билдәләй[9]. Боронғо Рим дәүерендә һәм Урта быуаттарҙа ҡайһы бер ғалимдар сикте Суэц муйыны буйлап үткәрә, ләкин күпселек йә Нилды, йә Мысырҙың көнбайыш сиген сик тип һанауҙы дауам итә[9].

Хәҙерге заманда Азия менән Африка араһында сик Суэц муйыны йә Суэц каналы буйлап үтә. Һөҙөмтәлә, Мысырҙың Синай ярымутрауында урынлашҡан өлөшө — Азияға, ә ҡалған өлөшө Африкаға инә.

География

Майҙаны:43475 мең км² (утрауҙарҙы ла индереп)[1]
Утрауҙарҙың майҙаны:2001 мең км²
Диңгеҙ кимәленә ҡарата уртаса бейеклек:960 метр
Диңгеҙ кимәленә ҡарата иң юғары бейеклек:8 848 метр (Эверест тауы)
Диңгеҙ кимәленә ҡарата иң тәпәш бейеклек:−405 метр (Үле диңгеҙ кимәле)
Иң төньяҡ нөктә:Челюскин мороно
77° 43' так как
104° 18' ксш оҙ.
Иң көньяҡ нөктә:Пиай мороно
1° 16' так как
103° 30' ксш оҙ.
Иң көнбайыш нөктә:Баб мороно
39° 29' так как
26° 04' ксш оҙ.
Иң көнсығыш нөктә:Дежнёв мороно
66° 05' так как
169° 40' кбш оҙ.
Азияның географик үҙәге
эргәһендәге ҡалалар:
Иркутск, Ҡыҙыл

Азия Төньяҡ Боҙло, Һинд һәм Тымыҡ океандар, шулай уҡ — көнсығышта — Атлантик океандың материк эсендәге диңгеҙҙәре (Азов, Ҡара, Мәрмәр, Эгей, Урта диңгеҙҙәр) менән йыуыла. Шуның менән бергә эске аҡманың киң өлкәләре лә бар — Каспий һәм Арал диңгеҙҙәренең, Балхаш күленең һ. б. Байкал күле эсәр һыу боло буйынса донъялағы бөтә күлдәрҙе үтеп китә; Байкалда донъя эсәр һыу болоноң 20 % тупланған (боҙлоҡтарҙы һанамайынса). Үле диңгеҙ донъялағы иң тәрән тектоник сөңгөл булып тора (диңгеҙ кимәленән − 405 метр түбән). Азия ярҙары ярайһы уҡ әҙ бүлгеләнгән, ҙур ярымутрауҙар бар — Кесе Азия, Ғәрәбстан, Һиндостан, Корей, Камчатка, Чукот, Таймыр һ. б. Азия ярҙарына янында (Оло Зонд, Яңы Себер, Сахалин, Төньяҡ Ер, Тайвань, Филиппин, Хайнань, Шри-Ланка, Япон утрауҙары һ. б.) ҙур утрауҙар бар, уларҙың бөтәһенең майҙаны бергә 2 млн км².

Азия аҫтында дүрт мөһабәт платформа — Ғәрәстан, Һиндостан, Ҡытай һәм Себер платформалары ята.[10]Б Был донъя киҫәге территорияһының ¾ өлөшөн тауҙар һәм яйлалар биләй, айырыуса бейектәре Үҙәк һәм Урта Азияла тупланған[10]. Дөйөм алғанда, Азия — бейеклектәрҙең абсолют нөктәләре буйынса ифрат ҡапма-ҡаршылыҡлы төбәк[10]. Бер яҡтан, бында донъяның иң бейек түбәһе — Джомолунгма тауы (8848 м) урынлашҡан, икенсе яҡтан, иң тәрән сөңгөлдәр — тәрәнлеге 1620 метрға еткән Байкал күле һәм диңгеҙ кимәленән 392 метрға түбәнерәк Үле диңгеҙ ошо уҡ донъя киҫәгендә[10]. Көнсығыш Азия — әүҙем янартауҙар төбәге.

Азия төрлө ҡаҙылма байлыҡтарға (айырыуса — яғыулыҡ-энергетика сеймалына) бай.

Азия территорияһында климаттың бөтә төрҙәре лә тиерлек — алыҫ төньяҡтағы арктиктан көньяҡ-көнсығыштағы экваториаль төргәсә. Көнсығыш, Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияла — муссон климат (Ерҙәге иң дымлы урын — Гималайҙағы Черапунджи төбәге — Азияла урынлашҡан), ә Көнбайыш Себерҙә — континенталь, Көнсығыш Себерҙә һәм Һарыарҡала — ҡырҡа континенталь, ә Үҙәк, Урта һәм Көнбайыш Азияла — уртаса һәм субтропик бүлкәттәрҙең ярымсүл һәм сүл климаты. Азияның Көньяҡ-Көнбайышына тропик сүл климаты хас, ул Азияла иң эҫе урын.

Рельефы

Европа менән Азия араһындағы сик

Азияның алыҫ төньяғын тундралар биләй. Көньяҡтараҡ тайга йәйрәй. Көнбайыш Азияла уңдырышлы ҡара тупраҡлы далалар ята. Үҙәк Азияның Ҡыҙыл диңгеҙҙән алып Монголияға тиклемге ҙур өлөшөн сүлдәр биләй. Уларҙың иң ҙуры — Гоби сүле. Гималай тауҙары Үҙәк Азияны Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия тропиктарынан айырып тора.

Гималай тауҙары — донъяның бик бейек тау системаһы. Бассейндары Гималайҙа урынлашҡан йылғалар көньяҡтағы баҫыуҙарҙы ләм менән туйындыра, уңдырышлы тупраҡ хасил итә.

Физик-географик районлаштырыу һәм субтөбәктәр

Азияны түбәндәге физик-географик райондарға бүлеү ҡабул ителгән:


БМО-ла ҡабул ителгән классификацияға ярашлы, түбәндәге субтөбәктәр айырыла:

  • Көнсығыш Азия (ҠХР һәм Ҡытай Республикаһын үҙ эсенә алған Ҡытай, Көньяҡ һәм Төньяҡ Корея, Монголия, Япония)
  • Көнбайыш Азия (Әзербайжан, Әрмәнстан, Бахрейн, Грузия, Израиль, Иордания, Ираҡ, Йемен, Катар, Кипр, Кувейт, Ливан, БҒӘ, Оман, Фәләстин территориялары, Сәғүд Ғәрәбстаны, Сүриә, Төркиә)
  • Көньяҡ-Көнсығыш Азия (Бруней, Көнсығыш Тимор, Вьетнам, Индонезия, Камбоджа, Лаос, Малайзия, Мьянма, Сингапур, Таиланд, Филиппин)
  • Көньяҡ Азия (Афғанстан, Бангладеш, Бутан, Һиндостан, Иран, Мальдив, Непал, Пакистан, Шри-Ланка)
  • Үҙәк Азия (Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан)

Шул уҡ ваҡытта был классификация берҙән-бер дөрөҫ тип һаналмай. Башҡа классификациялар ҙа бар, мәҫәлән[11]:

  • Көнсығыш Азия (КХДР, ҠХР, Корея Республикаһы, Тайвань, Япония)
  • Үҙәк һәм Төньяҡ Азия (Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Монголия, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Рәсәйҙең Азия өлөшө, шулай уҡ ҠХР-ҙың автономиялы өс төбәге — Эске Монголия, Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы һәм Тибет)
  • Көньяҡ-Көнбайыш Азия (Әзербайжан, Әрмәнстан, Афғанстан, Бахрейн, Грузия (өлөшләтә), Израиль, Иордания, Ираҡ, Иран, Йемен, Катар, Кипр, Кувейт, Ливан, БҒӘ, Оман, Сәғүд Ғәрәбстаны, Сүриә, Төркиәнең Азия өлөшө, Мысырға ҡараған Синай ярымутрауы)
  • Көньяҡ Азия (Бангладеш, Бутан, Һиндостан, Мальдив, Непал, Шри-Ланка)
  • Көньяҡ-Көнсығыш Азия (Бруней, Көнсығыш Тимор, Вьетнам, Индонезия, Камбоджа, Лаос, Малайзия, Мьянма, Сингапур, Таиланд, Филиппин).

Азия илдәре

Азия территорияһында әлеге ваҡытта тулыһынса йә өлөшләтә урынлашҡан 54 дәүләт иҫәпләнә, уларҙың дүртеһе (Абхазия, Ҡытай Республикаһы, Төньяҡ Кипрҙың Төрөк Республикаһы, Көньяҡ Осетия) өлөшләтә генә танылған. Таулы Карабах Республикаһы — танылмаған дәүләт. Рәсәйҙе Азия илдәре исемлегенә индереү бөтәһенән элек уның ошо донъя киҫәгендә урынлашҡан булыуына бәйле (халҡының ҙур өлөшө — Европала, территорияһының ҙур өлөшө — Азияла). Төркиә менән Ҡаҙағстан территоияһы һәм халҡының аҙ өлөшө Европаға ҡарай, шунлыҡтан улар Европа илдәре исемлегенә инә (бөтә версиялар буйынса Европа менән Азия сиге).[12]}. Европа илдәренә йыш ҡына Әзербайжан менән Грузия ла (Ҙур Кавказ аша Европа менән Азия араһында сик үткәргәндә уларҙың бәләкәй генә өлөштәре Европа территорияһына инеп ҡала), Европа Берләшмәһенә ингән, ләкин географик яҡтан тулыһынса Азияла ятҡан һәм Европа менән тығыҙ сәйәси һәм мәҙәни бәйләнештәргә эйә булған Кипр ҙа индерелә.[13]

Халҡы

Азияға халыҡ һаны үҫешенең бик юғары уртаса йыллыҡ тиҙлеге хас (был күрһәткес буйынса Азия Африканан ғына ҡалыша); һуңғы ваҡытта был тиҙлек кәмей төштө һәм 1,3 % тәшкил итә. Азияла донъя халҡының 60 % йәшәй. Ҡытай менән Һиндостан халҡының дөйөм һаны донъя халҡының 40 % бирә. 7 дәүләттә 100 миллиондан ашыу кеше йәшәй (үрҙә аталғандарҙан тыш — Индонезия, Пакистан, Бангладеш, Япония и Филиппин).

Азияла кешелектең төп өс расаһы — монголоид (ҡытайҙар һ.б.), европеоид (Көнбайыш Азия халыҡтары) һәм негроид (Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияның ҡайһы бер халыҡтары) — вәкилдәре  йәшәй. Азияның этник составына төрлөлөк хас.

Азияла ҡытай, һинд, тибет-монгол, урта азиат, вавилон  кеүек боронғо цивилизациялар барлыҡҡа килгән. Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияның баҫыусылыҡ өсөн ыңғай шарттары хәҙерге халыҡтарҙың байтағына башланғыс һалған.

УрынДәүләт
(йәки
бойондороҡло
территория)
2012 йылдың 1 июле
БМО баһаһы
Халыҡ
%-ы
Уртаса
сағыштырмаса
йыллыҡ
үҫеш
(%, БМО[22])
Уртаса
абсолют
йыллыҡ
үҫеш
(%, БМО[23])
Көтөлгән
икеләтә артыу
осоро
(йыл, БМО
[24])
Альтернатив
сығанаҡтарҙан
ДатаСығанаҡ
1  Ҡытай1,353,601,00032.020.456,091,0001541,347,350,0002011 й. 31 декабреOfficial estimate
2  Һиндостан1,258,351,00029.771.3617,114,000511,210,193,4222011 й. 1 мартыCensus result
3  Индонезия244,769,0005.791.012,472,00069237,641,3262010 й. майыCensus result 2011 йыл 18 июль архивланған.
4  Пакистан179,951,0004.261.813,257,00039189,197,000апрель 29, 2024Official population clock 2018 йыл 25 декабрь архивланған.
5  Бангладеш152,409,0003.611.271,936,00055142,319,0002011 й. 15 мартыResult.pdf Census result(недоступная ссылка)
5  Рәсәй Федерацияһы (Европа өлөшө менән)143,800,000139143,800,0002012 й. 1 ғинуары
6  Япония126,435,0002.99-0.05-63,000-127,650,0002012 й. 1 мартыMonthly official estimate
7  Филиппин96,471,0002.281.711,650,0004194,013,2002010Official estimate
8  Вьетнам89,730,0002.121.06951,0006687,840,0002011Official estimate
9  Иран75,612,0001.791.09824,0006489 087 000апрель 29, 2024Official population clock
10  Төркиә74,509,0001.761.18879,0005974,724,2692011 й. 31 декабреOfficial estimate
11  Таиланд69,892,0001.650.54377,00012965,479,4532010 1 сентябреCensus result
12  Мьянма48,724,0001.150.80390,0008757,197,8712012World Gazetteer projection
13  Корея Республикаһы48,588,0001.150.41199,00016948,580,0002010 1 ноябреCensus result
14  Ираҡ33,703,0000.803.181,072,0002233,330,0002011Official estimate 2012 йыл 29 октябрь архивланған.
15  Афғанстан33,397,0000.793.211,072,0002224,485,6002011 й. 1 ғинуарыOfficial estimate 2014 йыл 25 октябрь архивланған.
16  Непал31,011,0000.731.72533,0004126,620,8092011 й. 22 июнеCensus result 2012 йыл 15 апрель архивланған.
17  Малайзия29,322,0000.691.60469,0004428,334,1352010 й. 6 июлеCensus result 2011 йыл 13 ноябрь архивланған.
18  Сәғүд Ғәрәбстаны28,705,0000.682.21634,0003227,136,9772010 28 апрелеCensus result
19  Үзбәкстан28,077,0000.661.14320,0006128,000,0002010 й. 1 ғинуарыOfficial estimate
20  Йемен25,569,0000.603.10793,0002324,527,0002012Official estimate 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
21  КХДР24,554,0000.580.42103,00016524,052,2312008 1 октябреnational census report.pdf Census result(недоступная ссылка)
22  Шри-Ланка21,224,0000.500.85180,0008220,653,0002010 1 июлеYear Population/midyearsex&district.pdf Official estimate(недоступная ссылка)
23  Сүриә21,118,0000.501.70359,0004127 789 000апрель 29, 2024Official population clock 2009 йыл 9 август архивланған.
24  Ҡаҙағстан17 244 4200.431.07175,0006517 300 5602014 й. 1 ғинуарыMonthly official estimate 2014 йыл 17 ғинуар архивланған.
25  Камбоджа14,478,0000.341.21175,0005813,395,6822008 й. 3 мартыCensus result
26  Әзербайжан9,421,0000.221.24117,000569,111,1002011 й. 1 ғинуарыOfficial estimate
27 8,106,0000.192.72220,000268,264,0702010Estimates 2006 - 2010.pdf Official estimate(недоступная ссылка)
28  Израиль7,695,0000.181.76135,000407,848,8002012 й. 31 ғинуарыMonthly official estimate
29  Гонконг (ҠХР)[25]7,196,0000.171.0475,000677,108,1002011 й. 1 июлеOfficial estimate 2007 йыл 9 июнь архивланған.
30  Тажикстан7,079,0000.171.46103,000487,616,0002011 й. 1 ғинуарыOfficial estimate 2012 йыл 6 март архивланған.
31  Иордания6,457,0000.152.01130,000357 924 100апрель 29, 2024Official population clock 2012 йыл 17 ғинуар архивланған.
32  Лаос6,374,0000.151.3787,000516,465,8002012Statistics/Population.htm Official estimate(недоступная ссылка)
33  Ҡырғыҙстан5,448,0000.131.0256,000685,477,6002011Official estimate
34  Сингапур5,256,0000.121.3169,000535,183,7002011 й. 30 июнеOfficial estimate 2008 йыл 18 ноябрь архивланған.
35  Төркмәнстан5,170,0000.121.2766,000557,966,7242012World Gazetteer projection
36  Грузия4,304,0000.10-0.58-25,000-4,469,2002011 й. 1 ғинуарыOfficial estimate
37  Ливан4,292,0000.100.7733,000903,759,1002007Official estimate 2012 йыл 7 май архивланған.
38  Фәләстин Дәүләте[26]4,271,0000.102.87123,000244,293,3092012 й. 1 июлеOfficial estimate 2011 йыл 14 ноябрь архивланған.
39  Әрмәнстан3,109,0000.070.299,0002393,268,5002011Official estimate
40  Оман2,904,0000.072.0459,000342,773,4792010 й. 12 декабреCensus result
41 2,892,0000.072.6376,000273,582,0542010 й. 31 декабреOfficial estimate
42  Монголия2,844,0000.071.5745,000442,736,8002009Official estimate
43  Катар1,939,0000.053.6972,000191,699,4352010 й. 21 апрелеCensus result 2010 йыл 22 ноябрь архивланған.
44  Бахрейн1,359,0000.032.6436,000271,234,5712010 й. 27 апреле09 18 Final English Census 2010 Summary Results - Review 1.pdf Census result(недоступная ссылка)
45  Көнсығыш Тимор1,187,0000.032.8634,000251,066,4092010 й. 11 июлеCensus result 2012 йыл 16 август архивланған.
46  Кипр Республикаһы1,129,0000.031.0712,00065838,8972011 й. 1 октябреCensus result
47  Бутан750,0000.021.6312,00043720,6792012Official estimate
48  Макао(ҠХР)[27]567,0000.011.9811,00035560,100July-September 2011Official estimate
49  Бруней413,0000.011.727,00041422,7002011Official estimate 2012 йыл 25 апрель архивланған.
50  Мальдив Республикаһы324,0000.011.254,00056317,2802010Official estimate 2012 йыл 31 март архивланған.
Барлығы4,227,067,000100.001.0243,528,00068

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Bhagwat S.B. Foundation of geology. — Global Vision Publishing Ho, 2009. — Т. 1. — 218 с. — ISBN 8182202752.
  • Duka C. World Geography. — Rex Bookstore, Inc., 2007. — 218 с. — ISBN 971234696X.
  • Кондрашов А.П. Новейшая книга фактов: для самых умных и любознательных в вопросах и ответах : в 3-х томах. — RIPOL classic, 2008. — Т. 1. — 494 с. — ISBN 538600347X.
  • Чубарьян А.О. Российский европеизм. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2005. — 416 с. — ISBN 5-224-05369-2.
  • Азия интеграцияһында Рәсәйҙең ҡатнашыуы (недоступная ссылка)
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары